5
Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыралар
Шәхси аҡсаларын, ваҡытын һәм көсөн дөйөм эшкә йәлләмәгән кешеләрҙе матур башланғыстарға нимә этәрә? Файҙа ла, бүләк тә вәғәҙә итеүсе юҡ, кемдеңдер үтенесе лә түгел. Уның сере – тирә-яғыңдағы тормошто әҙ генә булһа ла яҡшыраҡ итеү теләге. Шундай бер тырышлыҡтың кешеләрҙе берләштерергә һәм хатта өлгө булырға һәләтлеге ғәжәп. Шундай хәл Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тыныслыҡ урамында 18-се күп фатирлы йортта йәшәүселәр менән булған.
7
Һөнәри йүнәлеш биреү осрашыуы уҙҙы
Уҡыусыларҙы һөнәрҙе үҙ аллы, аңлы һайларға әҙерләү һәр шәхестең гармониялы үҫешенең мотлаҡ өлөшө булырға һәм уның физик, эмоциональ, интеллектуаль, хеҙмәт, эстетик тәрбиәһе менән тығыҙ бәйләнеп ҡаралырға тейеш. Баҙар мөнәсәбәттәре хеҙмәт характерын һәм маҡсаттарын ҡырҡа үҙгәртә: уның көсөргәнеше арта, әһәмиәте үҫә, юғары һөнәри оҫталыҡ, сыҙамлыҡ һәм яуаплылыҡ талап ителә.
14
Ғүмер байрамығыҙ менән, коллегабыҙ!
Йәйҙең иң матур, йәмле көндәрендә үҙенең күркәм юбилейын юғары категориялы иҫ киткес уҡытыусы, алсаҡ күңелле кеше – Розалия Роберт ҡыҙы Мөжипова билдәләй. Ул 30 йылдан ашыу педагогик эшмәкәрлек алып бара, шуларҙың 30-ы – Әжекәй мәктәбендә.