

Шуның менән бәйле йәштәр һәм уҡыусылар араһында маҡсатлы профориентацион эш үткәреүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк, ул шәхестең профессиональ ниәттәрен һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләүсе бөтә төп факторҙар системаһын тәрән белеүгә таянып ҡала.
Мәсетле районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгесе Сажиҙә Хәйретдинова Оло Аҡа мәктәбенең 8 – 11 класс уҡыусылары өсөн “Минең һайлауым – минең киләсәгем” темаһына һөнәри йүнәлеш биреү дәресе үткәрҙе.
Һөнәри йүнәлеш биреү – ул кешегә үҙенең һәләттәрен, ресурстарын, әүәҫлеген, өҫтөнлөктәрен, холоҡ-фиғелен аңларға һәм улар нигеҙендә һөнәр һайларға ярҙам итеүсе саралар комплексы. Ул карьераны нығыраҡ оҡшаған һәм тап килгән эшмәкәрлек өлкәһендә төҙөргә мөмкинлек бирә.
Балаларҙы һөнәр барлыҡҡа килеү тарихы, уны һайлау формулаһы, динамикаһы, әүәҫлек һәм һәләтте билдәләү алымдары менән таныштырҙылар, ниндәй факторҙарҙың һөнәр һайлауға йоғонто яһауы хаҡында һөйләнеләр.
Дәрес барышында балалар Халыҡ мәшғүллеге үҙәге күрһәткән хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт алды.
Шулай уҡ улар “Рәсәйҙә эш” берҙәм һанлы платформаның мөмкинлектәре менән танышты. Атап әйткәндә, һөнәри йүнәлешкә ҡарата тест үтергә, резюме урынлаштырырға һәм эш биреүселәр вакансиялары буйынса теге йәиһә был һөнәрҙең дәрәжәһен өйрәнергә мөмкин.