Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Крәҫтиән эштәре
14 Августа , 09:20

Яратҡан эше менән шөғөлләнә

Яңы Мишәр ауылынан Булат Ғәлләмов бөгөн физкультура буйынса беренсе класс уҡыусыларында дәрестәр алып барыр ине. Әммә бер нисә йыл элек йәш кеше икенсе юл – еңел булмаған, ялһыҙ, байрамдарһыҙ, әммә уның һәм ғаиләһе өсөн яҡын фермер юлын һайлай.

Яратҡан эше менән шөғөлләнәЯратҡан эше менән шөғөлләнә
Яратҡан эше менән шөғөлләнә

Булат 1995 йылда Марсель һәм Гөлсимәнең күп балалы ғаиләһендә тыуа. Ул өс бала араһында иң кесеһе. Өлкән ағаһы Инсаф һәм апаһы Лилиә менән ата-әсәһең хәстәрлегендә, һөйөүендә тәрбиәләнә.
Яңы Мишәр мәктәбен тамамлағандан һуң егет Мәсәғүт педагогия колледжына уҡырға инә. Башланғыс кластар һәм физкультура уҡытыусыһы дипломы хеҙмәт юлына беренсе баҫҡыс була. Ысын ир-егеттәрсә, уҡыуҙан һуң Булат армияла хеҙмәт итеп Ватанға бурысын үтәй.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, юлы тура балалар көлөүе менән тулы тыуған мәктәбенә, таҡта алдына баҫырға саҡыра һымаҡ. Әммә ғаилә хеҙмәте эшһөйәр егетте үҙенә тарта. Ауылда балалар ата-әсәләренең көндәлек хеҙмәтен күреп, иртә буй етә. Йәш егет 2006 йылдан фермерлыҡ менән шөғөлләнгән атаһы Марсель Сәрүәр улының эшен дауам итергә ҡарар итә. Ул үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын аса. Быны ауыл өсөн иң мөһим эштән – халыҡтан һөт йыйыуҙан башлай. Тиҙҙән быға эре мөгөҙлө мал үрсетеү өҫтәлә. Атаһы улының был эштә тәжрибәле остазына әйләнә.
– Бер ҡасан да еңел булманы, – тип таный йәш кеше. – Әммә бала саҡтан күргәндәреңде эшләгәндә хаталаныуҙан ҡурҡыу аҙыраҡ, этәргес дәрт тә бар, – тип уртаҡлаша фермер. – Эш иртә таңдан, сәғәт биш тирәһендә башлана. Цистерналар менән йыһазландырылған ике ГАЗелдә Тайыш, Аҙанғол, Көршәле, Яңы Мишәр, Ясин, Ғүмәр ауылдарына һөт йыйырға сығабыҙ. Көн һайын 2800-3000 литр һөт йыябыҙ. Һөт тапшырыу – ауыл ерендә яҡшы өҫтәмә килем. Шуға күрә халыҡ беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә.
Бөгөн Булат Ғәлләмовтың фермаһы – күҙ алдында үҫеп килгән ныҡлы хужалыҡ. Бишенсе йыл инде ғаилә мал аҙығы өсөн үҙ аллы иген сәсә. Уңыш һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә бәйле булмаһын һәм тейешле шарттарҙа һаҡланһын өсөн, быйыл йәй ир иген өсөн үҙенең ангарын төҙөй. Ауыл тормошо үҙенең календарын билдәләй: баҫыуҙар йәшел саҡта бесән әҙерләү ҡыҙыу бара.
Хужалығы яйлап үҫә. 2023 йылда Булат Марсель улы яңы заманса ферма төҙөй башлай. Проект 80 һауын һыйырын аҫрауға иҫәпләнгән. Төҙөлөш, хужа үҙе әйтеүенсә, аҡса килгән һайын әкрен генә бара. Һәр ҡағылған ҡаҙаҡ, һәр түшәлгән плита ауыр физик хеҙмәт һөҙөмтәһе. Күпселек эште ир үҙ ҡулдары менән башҡара, техниканы ҡул менән эшләп булмай торған урындарҙа ғына йәлеп итә, уға шулай уҡ туғандары һәм яҡындары ярҙам ҡулы һуҙа.
Әлегә хужалыҡта бер генә штатлы хеҙмәткәр иҫәпләнә. Эштәрҙең ҙур өлөшөн Булат үҙе башҡара. КФХ башлығы янында һәр ваҡыт уның ышаныслы тылы – ҡатыны Ләйсән бар. Йәштәр 2019 йылда ғаилә ҡора. Бөгөн улар Алихан һәм Бәхтиәрҙе тәрбиәләй. Малайҙар балалар баҡсаһына йөрөй.
Ярҙамға, әлбиттә, тәүгеләрҙән булып баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туп-лаған ата-әсәһе, шулай уҡ апаһы, ағайҙары, ҡатынының туғандары килә.
– Был ҡатмарлы эштә мин уларға таяна алам, – ти Булат. – Уларҙың ярҙамынан башҡа бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Техника ватылғанда йәиһә малға аҙыҡ бөткәндә, иң тәүҙә атайыма шылтыратам. Беҙ уның менән бер уртаҡ эш башҡарабыҙ.
Рәмил МАЙҘАНОВ.

Автор: