Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Файҙалы кәңәштәр
14 Августа , 05:00

Картуфҡа нимә булған?

Картуфтың уңышы быйыл Мәсетле районы халҡын ҡыуандырмай: йәйҙең иң ҡыҙыу мәлендә, бүлбеләр үҫеп көс йыйырға тейеш булғанда, тәүҙә япраҡтары, һуңынан һабаҡтары ҡарайҙы һәм һәләк булды. Фитофтора ауырыуының төп сәбәбе: вегетация ваҡытында ямғырҙың туҡтамай яуыуы.

Картуфҡа нимә булған?Картуфҡа нимә булған?
Картуфҡа нимә булған?

Картуфтағы фитофтора үҫемлектең бөтә өлөштәрен – япраҡтарын ғына түгел, һабағын, сәскәләрен, бүлбеләрен дә зарарлай. Ауырыу барлыҡҡа килеү өсөн юғары дымлылыҡта түбән температура һәм башҡа шарттар кәрәк, түбәндә һүҙ улар хаҡында барасаҡ.
Ауырыу ергә тейеп торған аҫҡы япраҡтарҙан башлана. Япраҡ пластинаһының ситендә өҫтән көрән таптар, ә аҫтан сәләмәт һәм ауырыу туҡымаларҙың сиге буйлап аҡ ҡуныҡ барлыҡҡа килә – был бәшмәктәрҙең саң-һеркәләре.
Хәҙер, ауырыу үҫемлекте тулыһынса ялмап алғанда, картуфты йыйып алырға ашығырға ярамай. Ҡабығы нығынмағанлыҡтан, уңышты һаҡлап ҡалып булмай. Подвалда йәиһә мөгәрәптә өлгөрөп етмәгән бүлбеләр серей. Икенсенән, әгәр картуфты хәҙер һаҡлауға ҡаҙып алһаҡ, фитофтороз сәләмәт бүлбеләргә, йәғни буласаҡ орлоҡтарға күсәсәк. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, картуф бүлбеләре ашарға яраҡлы. Борсолорға урын юҡ.
Буласаҡ уңыш хаҡында ҡайғыртығыҙ: картуфты йыйып алғандан һуң, һабаҡтарҙы йыйып, яндырырға кәрәк. Шулай эшләмәгәндә фитофтора ҡышлай һәм киләһе йылда тағы үрсей башлай.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгестәре аңлатыуынса, иҫкәртеү саралары үткәрмәйенсә картуфты фитофторҙан һаҡлау мөмкин түгел. Бынан алда сара күрергә һәм картуф участкаһында эшләгәндә бер нисә ҡағиҙәне үтәргә кәрәк.
1. Сәсеү әйләнешен һаҡлау.
Был ауырыуҙар һанын 10–15 процентҡа кәметергә ярҙам итәсәк. Байтаҡ участкаларҙа картуф күп йылдар дауамында бер урында ултыртыла, был участкаларҙың майҙанынан тора. Шулай ҙа хәлдән сығыу юлы бар – көҙгөһөн картуф үҫкән ергә сәләмәтләндереү өсөн сидераттар сәсергә кәрәк (ҡуҙаҡлы культуралар – мәҫәлән, борсаҡ, кәрешкә, ҡандала үләне, туҡранбаш һәм башҡалар).
2. Картуф рәте араһын тар итмәҫкә – ер елләп торорға тейеш. Бының өсөн рәттәр араһы 60-70 сантиметрҙан кәм булмаһын.
3. Биопрепараттар менән профилактик эшкәртеү (мәҫәлән, “Гумат-7”, “Фитоспорин-М”, “Алирин-Б”). Улар менән сәсеү алдынан бүлбеләрҙе эшкәртергә, һуңынан вегетация ваҡытында өҫтәмә туҡландырырға (һабағына һиптерергә) мөмкин. Эште даими рәүештә (оҙаҡҡа һуҙмай ике тапҡырға тиклем) башҡарырға кәрәк. Шул саҡта ғына уңышты һаҡлап ҡалып буласаҡ.
4. Әгәр һеҙ ауырыуҙың тәүге билдәләрен күрһәгеҙ, картуфты химик препараттар (мәҫәлән, сиргә ҡаршы фунгицид препараттар) менән тиҙ арала эшкәртергә кәрәк. Был зарарланыу сығанағын бөтөрә, шул рәүешле саң-һеркәләрҙең сәләмәт ҡыуаҡтарға күсеүен туҡтата.
Әхнәф ТӘКИЕВ,
“Россельхозцентр” Федераль Дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының әйҙәүсе агрономы.

Автор: