Мәсетле тормошо
+17 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
25 Августа , 10:05

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан редакция ветераны РОЗА ХӘЙҘӘР ҡыҙы МОЗАФАРОВАны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Тормошоғоҙҙоң һәр мәле шатлыҡ һәм бәхет менән тулы булһын, ә яҡындарығыҙ һәр ваҡыт эргәгеҙҙә һөйөндөрөп кенә торһон. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм изге теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һеҙҙе бер ҡасан да дәрт-дарман ташламаһын, һәр көнөгөҙ бәхет менән тулы булһын һәм был көндө яңғыраған иң изге теләктәр тормошҡа ашһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә Һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы һәм типография коллективтары.
* * *
Хөрмәтле остаз, оҫта етәксе РАДИС РАДИК улы ӘХМӘТХАНОВты 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә матур тормош, яҡындарығыҙҙың таянысын тойоп йәшәүегеҙҙе, бик күп күңелле ваҡиғалар теләйбеҙ. Һеҙҙең башҡаларға ҡарата булған йөрәк йылыһы, иғтибарығыҙ, хәстәрлегегеҙ һәм ярҙамығыҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын һәм Һеҙҙе бәхетле итһен. Ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, өйөгөҙҙә һәр ваҡыт күңелле булыуын теләйбеҙ!
Оло Аҡа урта мәктәбе коллективы һәм профкомы.
* * *
Хөрмәтле МАНСУР МӨХӘМӘТНУР улы ФӘТИХОВ!
Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Сәләмәт булығыҙ, балаларығыҙҙың уңыштарына шатланып, уларҙың иғтибарын һәм хәстәрлеген тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән.
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Район мәҙәниәт бүлеге, Мәҙәниәт һарайы коллективтары, “Наурыз” оркестры.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: