

Ҙур йәмәғәт эшен алып барыуҙан тыш, “Мәсетле тормошо” гәзите биттәрендә күренекле яҡташтары тураһында баҫмалар төҙөү инициаторы һәм авторы булып тора. Ул редакцияға үҙе йыйған материалдарҙы, Мәсетле районынан сыҡҡан кешеләрҙең тормошо һәм хеҙмәттәре тураһында хәтирәләрҙе ебәрә. Был эш – уның Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индергәндәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү. Уның тырышлығы менән тамырҙары мәсетле еренә барып тоташҡан күп кенә лайыҡлы кешеләрҙең биографияһы киң йәмәғәтселектең байлығына әйләнә, яңы быуындар өсөн өлгө булып тора.
Үҙенең иҫтәлекле юбилейын ул тыуған Мәсетле районында билдәләне. Тантана Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәгендә урынлашҡан ашханала уҙҙы.
– Мин был ерҙең ҡыҙы. Йәш сағымда һәм артабанғы йылдарҙа районға хеҙмәт бурысы буйынса килгәндә, миңә йыш ҡына район үҙәгенең дөйөм туҡланыу ашханаһында төшкө ашҡа туҡтарға тура килде. Ул ваҡытта ундағы хәл яҡшыраҡҡа өмөт ҡалдыра ине: йыш ҡына клиенттарҙың хеҙмәтләндереү сифаты буйынса ғәҙел зарланыуҙарын һәм ризаһыҙлыҡтарын ишеттем. Һуңғы йылдарҙа тыуған яғымда йыш ҡунаҡта булам, был ашханаға даими йөрөйөм. Уның танымаҫлыҡ булып үҙгәргәненә ихлас ҡыуанам. Бында ғәжәп күңелле атмосфера булдырылған: ысын мәғәнәһендә уңайлы, таҙа һәм йәмле. Аш-һыу сифатлы аҙыҡ-түлектән генә әҙерләнә, улар иҫ киткес тәмле һәм бөтә ҡәтғи йәмәғәт туҡланыуы ҡағиҙәләренә тулыһынса тап килә.
Халыҡтың ашханаға теләп йыш йөрөүе ғәжәп түгел. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы төрлө йәштәге халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Йыш ҡына бында тантаналы банкеттар, туйҙар үткәрелә, тыуған көндәр билдәләнә һәм башҡа мөһим саралар ойошторола. Байрамдарҙы үткәреү графигына инеү бик ауыр, урындар алдан алына.
Был үҙгәрештәрҙең барыһы ла шәхси эшҡыуар Эльзара Хәйретдинованың етәкселеге аҫтында булдырыған. Ул үҙ бурыстарына айырыу- са яуаплылыҡ менән ҡарай, эшен еренә еткереп эшләй. Эльзара Рәшит ҡыҙының профессионализмы һәм күңел йылыһы яҡташтары араһында ҙур абруй һәм ихтирам менән файҙалана. Үҙенең ғәйәт ҙур мәшғүллегенә ҡарамаҫтан урындағы колледжда буласаҡ дөйөм туҡланыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен әҙерләп, уҡытыу эшен алып барыу өсөн көс һәм ваҡыт таба, – тип уртаҡлашты юбилярша.
Танылған яҡташыбыҙҙың юбилейын шулай уҡ Һөләймән ауылында ла билдәләнеләр. Унда уның өсөн йылы кисә ойошторолдо.
Был ауылда күптән инде күренекле яҡташтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршылау йолаһы барлыҡҡа килгән. Ауыл клубы залында билдәле ауылдаштары Фәниә Ҡазыхан ҡыҙын хөрмәтләп тоғро дуҫтары, яҡшы таныштары, яратҡан туғандары һәм ауылдаштары йыйылды. Кисә яҡты хәтирәләрҙән, ихлас йылмайыуҙарҙан, күптән көтөлгән осрашыуҙан торҙо.
Фәниә Әсәҙуллина халыҡ алдында сығыш яһаны:
– Һөләймән ауылы Мәсетле районының иң матур урынында урынлашҡан. Ул Әй йылғаһының йәмле ярҙары, ҡуйы урмандары һәм сик-һеҙ баҫыуҙары менән уратып алынған. Был изге ерҙә дуҫ һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй, үҙ иленең ысын геройҙары: күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Фәйзрахман Зәғәфуранов һәм Шатморат Бикимбәтов, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Вафа Әхмәҙуллин, ғалим Нәжибә Мәҡсүтова, журналист Ризван Хажиев, шулай уҡ нефтселәр, мәғариф һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҫкән.
Мин һуғыш йылдары балаһы, уның бөтә ауырлыҡтарын һәм мохтажлыҡтарын
кисереп үҫтем. Ул ваҡыттағы һынауҙарҙы еңеп, урта мәктәпте, ә һуңынан Башҡорт университетын уңышлы тамамланым. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң мине Архангел районына эшкә ебәрҙеләр. Мин халыҡ мәғарифы системаһының бөтә баҫҡыстарын үттем: мәктәп директоры, район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, КПСС район комитетының бүлек мөдире, оҙаҡ йылдар мәғариф, юғары уҡыу йорттары һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләнем. Уҡытыусыларҙы һауыҡтырыу һәм социаль яҡлау буйынса ҙур эш башҡарылды. Ете тапҡыр сит илгә төркөм етәксеһе булып сыҡтым. 15 йылдан ашыу Баш-ҡортостан Мәғариф министрлығының колледждар системаһы менән етәкселек иттем. Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, яҡташтарыма отчет биреү, уларға һүҙ һәм эш менән, айырыуса белем биреү буйынса кадрҙар мәсьәләләрендә ярҙам итеү өсөн һәр ваҡыт кесе Ватаныма ҡайтып йөрөнөм. Өфө ҡалаһында яҡташтар ойошмаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаштым.
Фәниә Әсәҙуллина күп йыллыҡ ярҙамдары өсөн ауыл советы башлығы Раил Низамовҡа, эштәр менән идара итеүсе Миләүшә Ғариповаға, педагог Алсылыу Дилмөхәмәтоваға, ауылдың социаль тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, шулай уҡ клуб мөдире Әлфинә Зәйнетдиноваға һәм был сарала ҡатнашҡан яҡташтарына ихлас рәхмәт белдерҙе.
Луиза ЗАКИРОВА.