

Башланғыс сиктәрендә “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы бүлексәһе активистары Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә водителдәргә балиғ булмағандарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырып мөрәжәғәт итте.
Йәштәр водителдәргә “Мине хәүефһеҙ алып бар” тип аталған символик ҡул эштәрен, шулай уҡ балалар креслолары һәм бустерҙар ҡулланырға кәрәклеге тураһында мәғлүмәти ҡулланмалар тапшырҙы. Үҙ сиратында, полиция инспектор-ҙары ата-әсәләргә автомобилдә балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн административ яуаплылыҡ хаҡында иҫкә төшөрҙө, тейешле яҡлау булмағанда йәш пассажирҙарҙың ниндәй хәүефкә дусар булыуын асыҡ аңлатты.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, водителдәрҙең балаларҙы махсус креслолар-һыҙ йөрөтөү эҙемтәләре хаҡында хәбәрҙар булыуы балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеү статистикаһының түбәнәйеүенә туранан-тура йоғонто яһай, шулай уҡ өлкәндәрҙең иғтибарһыҙ булыуы арҡаһында фажиғәле эҙемтәләргә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә.
Дәүләт автоинспекцияһы бөтә ата-әсәләргә мөрәжәғәт итә: руль артында һеҙ бәләкәстәрҙең ғүмере өсөн яуап-лы. Шуға ла дөрөҫ өлгө булығыҙ – ҡайышығыҙҙы эләктерегеҙ һәм мотлаҡ автомобиль креслоһын йәиһә бала өсөн хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланығыҙ.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау балалар ғүмеренә хәүеф менән янай.