

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ НӘСИМӘ ӘҠСӘН ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйбеҙ. Яныңда һәр ваҡыт һине яратҡан, хөрмәт иткән яҡын кешеләрең булһын.
Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Ҡотлау менән ирең Эдуард, ҡыҙҙарың Гөлназ, Айгөл, улың Айгиз, кейәүҙәрең Адис, Ридан, киленең Лилиана, ейәндәрең Камил, Самат, Тимур, ейәнсәрҙәрең
Әминә, Аделина, Эмилия.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙ НӘСИМӘ ӘҠСӘН ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уға алдағы ғүмер юлында ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер, аяҙ көндәр, Эдуард ҡоҙа менән балаларҙан шатлыҡлы хәбәрҙәр генә ишетеп, уларҙың иғтибарын тойоп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Тормошоғоҙ ҡыуаныслы, сағыу мәлдәрҙән генә торһон.
Бөгөн күркәм ғүмер тантанаһы –
Яҙмыш билдә ҡуя үткәнгә.
Тыуған көндәр менән шатлыҡ, бәхет
Ҡабатланып килә көткәнгә.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләгән шатлыҡ-бәхет, ҡоҙағый,
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Изге теләктәр менән ҡоҙаң Айнур, ҡоҙағыйың Рәзилә Хәйретдиновтар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле коллегабыҙ – “Мәсетле тормошо” гәзите ветераны НӘСИМӘ ӘҠСӘН ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бөгөн дә, артабанғы тормошоғоҙҙа ла яҡындарығыҙҙың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп йәшәгеҙ, күңелегеҙ менән һәр ваҡыт йәш булып ҡалығыҙ, ғаиләгеҙ имен булып, өйөгөҙ бәхет нурына күмелһен. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булып ҡалығыҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең Һеҙгә әйтер теләктәр.
Сәләмәтлек ташламаһын Һеҙҙе,
Һәр көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын Һеҙгә һәр саҡта!
Ҡотлау менән “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы һәм типография коллективтары.