

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле улыбыҙ РӘСҮЛ РАИЛ улы ӘХМӘТШИНды һәм һөйөклө АЙҺЫЛЫУ ФЛОРИД ҡыҙы АБДУЛХАЕВАны ысын күңелдән законлы никахтары менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙең тормош китабының һөйөү һәм бәхет менән тулы яңы бите асыла. Һөйөү хистәрегеҙҙе ғүмер буйына һаҡлап, аңлашып, тормош һуҡмағында бер-берегеҙгә терәк, иптәш, серҙәш булып, бер-берегеҙҙе һаҡлап һәм яҡлап атлағыҙ. Ғаиләгеҙ бәхет нурына күмелеп, күҙгә-күҙ ҡарашып йылмайып, гөл сәскәләре шикелле балҡып йәшәгеҙ!
Барлыҡ туғандарығыҙ исеменән атайығыҙ Раил, әсәйегеҙ Әлфиә, апайҙарығыҙ Эльвира, Эльвина, еҙнәгеҙ Ришат, иркәләрегеҙ
Элиза, Арина, Баязит, Арыҫлан.
* * *
Аҙанғол ауылынан ҡәҙерле РАМАЗАН РӨСТӘМ улы ШАФИҠОВты һәм Яңы Мишәр ауылынан һөйөклө ИЛЬЯНА ИЛФАҠ ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНАны ысын күңелдән законлы никахтары менән тәбрикләйбеҙ.
Ҡәҙерле балаларыбыҙ, һеҙҙе туй көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәк тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт ҡулға-ҡул тотоношоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, бер-берегеҙҙе аңлап, һаҡлап, яратып йәшәгеҙ. Ғаилә усағығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, мөхәббәт һәм муллыҡ менән тулып торһон. Бәхетле, тигеҙ тормош теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡарттайығыҙ
Мәүлитбай, әңкәйегеҙ Рима, әсәйегеҙ Гөлнара, ағайығыҙ Раушан, еңгәгеҙ Фаягөл, һеңлегеҙ Сәминә һәм барлыҡ туғандарығыҙ.