

2017 йылда уларҙың йорт ҡыйығы яңыртыла, ә 2018 йылда һәр квартирға айырым газ үткәрелә. Был мөһим этаптар кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итә, әммә ҙур эштәр тамамланғас, башҡа етешһеҙлектәр иғтибарҙы йәлеп итә.
Өйҙөң алғы яғына күҙ һалғас та, тышҡы ҡиәфәтенә етди хәстәрлек кәрәклеген аңлайҙар. Башта улар планға ярашлы яңыртыуға өмөтләнә, ләкин һуңынан мәсьәләне кисектермәй генә хәл итергә һәм бөтәһен дә үҙ аллы ойошторорға ҡарар итә.
– Мин аҡса йыйырға тәҡдим иттем. Ете фатир ҙа был идеяны хупланы, – тип һөйләй 2007 йылдан бирле өйҙөң өлкәне булып торған Гөлнәзирә Сәфәрова.
Йортта йәшәүселәр ай һайын дөйөм фондҡа аҡса һала башлай. 2025 йылда, тупланған бюджет була тороп, Гөлнәзирә Сәфәрова район Советында тағы ла бер тапҡыр ремонтты программалар аша тормошҡа ашырыу мөмкинлеген асыҡлай. Яҡын арала ундай сара булмауын белеп, эшкә тотона.
Ул үҙе бөтә кәрәкле төҙөлөш материалдарын һатып ала һәм эшселәр бригадаһын таба. Эштәр ҙур тиҙлек менән башҡарыла – бер аҙна эсендә тамамлана. Яңы ҡойма 130000 һумға төшкән һәм хәҙер йорт яны биләмәһен күркәмләтеп тора, яңыртылған фасад өйгә яңы һулыш биргән, был эшкә 80000 һум ҡулланылған, ә ҡыйыҡты йүнәтеүгә иң ҙур сығым киткән – 640000 һум.
Гөлнәзирә Рамаҙан ҡыҙы билдәләүенсә, уңышҡа бер-ҙәмлек арҡаһында ғына өлгәшергә мөмкин. Һәр кем уртаҡ эштең мөһимлеген аңлай, был уй-теләктәрҙе тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.
Хәҙер, һөҙөмтә менән илһамланып, күп фатирлы йортта йәшәүселәр киләсәккә пландар ҡора. Август аҙағына тиклем улар йорттоң эске яғын да тәртипкә килтереп, подъезды ремонтларға ниәтләй.
– Киләһе йылға ҡалдырмаҫ өсөн, быйыл барыһын да эшләп өлгөрөргә теләйбеҙ, – ти өй буйынса өлкәне. – Әгәр сәләмәтлек мөмкинлек бирһә һәм ныҡышмалылыҡты юғалт-маһаҡ, быны атҡарып сығырбыҙ, тип ышанам. Иң мөһиме – үҙ йортоңдо яҡшыртыу теләге.
Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы, йортта йәшәүселәрҙең миҫалы эҙһеҙ ҡалмай. Күрше йорттарҙа ла, үҙгәрештәрҙе күреп, үҙ биләмәләрендә тәртип булдырыу теләге менән яна башлайҙар. Әле үк бер нисә күрше йорт үҙ ремонт эштәрен тикшерә һәм планлаштыра башлаған.
– Беҙҙең өлгө башҡаларҙы илһамландырҙы. Тимәк, беҙ барыһын да дөрөҫ эшләгәнбеҙ, хәҙер тирә-яғыбыҙ йәмлерәк, матурыраҡ буласаҡ, – ти Гөлнәзирә Рамаҙан ҡыҙы.
Һүрәттә: Гөлнәзирә Сәфәрова (һулда) һәм уның уң ҡулы Рима Нәжметдинова
Автор: Камилла МУСАКӘЛИМОВА.