Йәмғиәт
10 Августа , 10:15

Хәтер һәм рәхмәтлек скверы

Йонос ауылында Хәтер скверын һәм яңы иҫтәлекле урынды – “Тыуған ауылым – Йонос” арт-объектын асыу тантанаһы уҙҙы.

Хәтер һәм рәхмәтлек скверыХәтер һәм рәхмәтлек скверы
Хәтер һәм рәхмәтлек скверы

Яңы скверҙа төп урынды арт-объект биләй. “Тыуған ауылым – Йонос” яҙыуы ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итеп, тирә-яҡты күркәмләтеп торасаҡ. Шулай уҡ скверҙың уң яғынан махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ауылдаштарҙың: Фәнүр Әхтәров, Роберт Сәфәров, Ильяс Мозаһитов, Илсур Нафиҡов, Артур Ғәниев һәм Руслан Әхмәтйәновтың фотолары һәм исемдәре яҙылған алты иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Был урын МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла – Ватаны өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргәндәргә һәм хәҙер иһә илебеҙ сиген ҡыйыу һаҡлаған хәрби хеҙмәткәрҙәргә тәрән рәхмәт тойғоһо символына әүерелде.
Йоностарҙың ҙур хеҙмәте һәм битараф булмауы һөҙөмтәһендә ошо тыныс һәм яҡты урын барлыҡҡа килде. Проекттың инициаторы булып МХО-ла һәләк булған һалдаттың әсәһе Зира Хамматова сығыш яһаны, скверҙың дизайнын да үҙе әҙерләне.
Объектты төҙөүгә бөтәһе 600 мең һум йүнәлтелгән: аҡсаның байтаҡ өлөшөн Зира Әхтәм ҡыҙы һалған, ҡалғанын ауылдаштары йыйған. Майҙансыҡты рәшәткә менән уратып алып арт-объектты урынлаштырғанға тиклем барлыҡ төҙөлөш эштәрен ауылда йәшәүсе оҫта Илшат Ғиниәтуллин башҡарған.
Сараны асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Вадим Садиҡов, ауыл советы вәкилдәре, һәләк булған яугирҙарҙың туғандары һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Йонос ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин, идеяны халыҡ дәррәү күтәреп алды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды:
– Скверҙы асыу – командабыҙҙың урын бүлеү, аҡса йыйыу, эскиздар һәм иҫтәлекле билдәләр әҙерләү буйынса ҙур әҙерлек эше һөҙөмтәһе ул. Ауыл биләмәһе хакимиәте финанс яҡтан ярҙам иткәндәрҙең, төҙөлөштә эшләгәндәрҙең һәм ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерә. Бергәләп тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса мөһим эш башҡарҙыҡ.
Рәүеф Мөғин улы ауылдың әүҙемдәре Валериан Хамматовҡа, Вилназ Хафизовҡа, Шамил Һаҙыевҡа һәм Фәғил Мөхәмәтғәлинға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Вадим Рәйес улы билдәләүенсә, яңы сквер берҙәмлек символы булып тора:
– Сквер беҙҙең яҡлаусыларыбыҙҙың тыныс күк йөҙө өсөн түләгән хаҡы тураһында иҫкә төшөрә. Бында киләсәк быуындар үҙҙәренең ата-бабаларының ҡаһарманлығы хаҡында белә аласаҡ, уларҙа үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуасаҡ. Һеҙҙең эшкә тоғролоғоғоҙ һәм битараф булмауығыҙ юғары маҡтауға лайыҡ.
Вадим Рәйес улы хәтер скверын һәм арт-объектты төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм матди ярҙамдары өсөн Зира Хамматова менән Илшат Ғиниәтуллинға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара бер минутлыҡ тынлыҡ һәм мемориаль таҡталарға сәскәләр һалыу менән тамамланды. Һуңынан йыйылыусыларҙы мәсеттә сәй табыны артында осрашыу көттө. Уны Зира Хамматова һәм биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.

Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: