

Һабанаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ, яратҡан ҡарт өләсәйебеҙ ФӘНИӘ МОСТАФА ҡыҙы ҠАСИМОВАны күркәм юбилейы – 85 йәше менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы, тыуған йортобоҙға нур биреп, гел яҡтылыҡ өләшеп, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәләреңдең, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә оҙаҡ йәшәүеңде, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдоң алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Үҫкәнбеҙ ҙә инде, таралғанбыҙ,
Беҙ, балалар, осар ҡош һымаҡ.
Тыуған нигеҙҙәрҙе һыуытмайса,
Ғүмер кисер, әсәй, һин оҙаҡ.
Рәхмәтенән Хоҙай ташламаһын,
Ҡунағы бул яҡты донъяның.
Оҙаҡ йәшә утын һүндермәйсә
Балаларың үҫкән ояның!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән ҡыҙың Фәғилә.
* * *
Борғатья ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Һабанаҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерлеләрҙән дә ҡәҙерле, иң яратҡан әсәйебеҙ, әңкәйебеҙ, ҡарт әңкәйебеҙ ФӘНИӘ МОСТАФА ҡыҙы ҠАСИМОВАны 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған йортобоҙҙоң ҡото булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер.
Тыуған көнөң менән, әсәкәйебеҙ. Беҙгә ғүмер бүләк иткәнең, йөрәк йылың һәм хәстәрлегең, наҙлы ҡулдарың, изге һәм саф йөрәгең өсөн рәхмәт һиңә, һөйөклөбөҙ. Һин донъяла иң яҡшы, көс-дәрт өҫтәүсе әсәй. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, һөйөклө әсәкәйебеҙ.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре менән ҡыҙың Фәнилә һәм кейәүең Флорист, улың Флорид һәм киленең Гөлназ, ҡыҙың Фәғилә һәм кейәүең Рамзил, килендәрең Мәҙинә, Гөлнәзирә, Гүзәл һәм 18 ейән-ейәнсәрең, 26 бүлә-бүләсәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ МАРИЯ МАКСИМОВНА АХУНОВАны 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин – беҙҙең ғорурлыҡ, терәк һәм илһамландырыусы. Һинең аҡылың, изгелегең, хәстәрлегең беҙгә һәр ваҡыт өлгө булды. Бик күп һынауҙар үттең, шулай ҙа көслө рухлы, алсаҡ булып ҡалдың. Һинең һөйөүең беҙҙе иң ауыр минуттарҙа йылыта, йылмайыуың һәр көнөбөҙҙө яҡтыраҡ итә. Беҙ һине хәстәрлегебеҙ һәм иғтибарыбыҙ менән солғайбыҙ, һөйөү һәм хөрмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, һәр көнөң шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып килеүен теләйбеҙ. Теләктәрең тормошҡа ашһын, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған яҡын кешеләрең яныңда булһын!
Һине яратып һәм хөрмәт итеп улдарың Эдуард, Валерий, килендәрең Наталия, Татьяна, ейән-ейәнсәрҙәрең Максим һәм Александра, Эвилина һәм Кирилл, Александра, Андрей.
* * *
ЗЛАТА ЕВГЕНЬЕВНА ШВЕЦОВА һәм МАКСИМ ВЛАДИМИРОВИЧ МИХАЙЛОВты законлы никахтары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Яртышарҙар бөгөн ҡушылалар,
Хасил итеп Ерҙә бөтөн йәнде.
Кейәү менән кәләш етәкләшһә,
Күктәр һибә Ергә бөтөн йәмде.
Пар аҡҡоштай ғына ике матур,
Насип булһын һеҙгә тиң ғүмерҙәр.
Бәхет ҡошо ҡунһын ҡулығыҙға,
Еңел булһын үтеләһе үрҙәр.
Бөгөн һеҙҙең хисегеҙҙең туйы,
Яңы тормош аса ҡапҡаларын.
Фәрештәләр ҡанат ҡағып торһон
Ҡотлап һеҙҙең ғүмер тантанаһын!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.
* * *
Хөрмәтле ФӘНҮР ХӘЙҘӘР улы ҒАРИПОВты юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Тыуған көндәр йылда ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.