

Намыҫлы, асыҡ һәм ижади хеҙмәткәр. Һәр ваҡыт барыһын да сифатлы башҡара, балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу эшенә яуаплы ҡарай. Ул ябай уҡытыусы ғына түгел, ә ысын һүҙ оҫтаһы, күп йылдар дауамында аҡылын, белемен уҡыусыларға бирә.
Балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү буйынса күп йыллыҡ хеҙмәте, педагогик эшкә тоғролоғо, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиада һәм конкурс комиссияларының методик эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Розалия Роберт ҡыҙы бер нисә тапҡыр район хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең грамоталары, дипломдары, рәхмәт хаттары, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Розалия Роберт ҡыҙының уҡыусылары йыл һайын Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе һәм призер була: 2024 йылда 7-се класс уҡыусыһы Ынйы Кинйәбаева – рус теле буйынса, 8-се класс уҡыусыһы Мәрйәм Дилмөхәмәтова әҙәбиәт буйынса призер, ул шулай уҡ 2025 йылда “Класс!” Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе; 7-се класс уҡыусыһы Алсыу Камалова “Ваҡыты сикләнмәгән” Бөтә Рәсәй иншалар конкурсының муниципаль этабында еңеүсе; 2026 йылда Ынйы Кин-йәбаева (8-се класс) “Класс!” Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсының муниципаль этабында еңеүсе һәм республика этабында – призер. 2025 йылдың декабрендә 6-сы класс уҡыусыһы Алсыу Динисламова Мәскәүҙә балалар өсөн “Еңеү шаңы беҙҙең йөрәктәрҙә” уҡыусылар конкурсында лауреат.
Һәләтле педагог 18 йыл дауамында мәктәптә тәрбиә процесы менән методик яҡтан грамоталы һәм профессиональ етәкселек итә. Ул тәрбиә эшенең юғары ойошторолған сис-темаһын үҫтереүҙе, шәхестең үҙен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуҙы, йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә баланың индивидуаль үҙенсәлектәрен үҫтереүҙе, ижади һәм һәләтле балаларҙы асыҡлауҙы үҙ эшенең төп маҡсаты итеп ҡуя. 2026 йылда 8-се класс уҡыусылары командаһы “Ладога. 900 көн йәшәү өсөн” район сюжет-тематик уйынында яулаған II урын, республика хор һәм вокал коллективтары конкурсының муниципаль этабында “Минең илем йырҙары” номинацияһында I урын – уның тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе.
15 йыл класс етәксеһе булып эшләгән Розалия Роберт ҡыҙы профессиональ бурысын үтәү өлгөһө булып тора: дөйөм психология буйынса белем нигеҙҙәрен, тәрбиә процесын яҡшы белә. 2025 йылда “Иң яҡшы класс етәксеһе” муниципаль конкурсында еңеп сығып быны иҫбатланы.
Ул мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелгән саңғы, шахмат һәм волейбол буйынса спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Эске мәҙәниәт, белем киңлеге һәм тәрәнлеге, айырыуса намыҫлылығы, юғары яуаплылыҡ тойғоһо, үҙ һөнәренә ғашиҡ булыуы менән айырылып тора. Коллегалары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр араһында ихтирам һәм абруй менән файҙалана.
Ире Вил Фазылйән улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙы Эльмира педагогтар династияһын дауам итә, Башҡорт педагогия университетын тамамлағандан һуң Оло Ыҡтамаҡ ауылында лицейҙа эш башлай, ике ул тәрбиәләй. Ҡыҙы Диана Урал федераль университетын тамамлаған, Екатеринбург ҡалаһында, кесе ҡыҙы Ания Екатеринбург медицина колледжын тамамлаған, Оло Ыҡтамаҡ ауылында эшләй.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ – матур кеше, тәжрибәле һәм иҫ киткес уҡытыусы РОЗАЛИЯ РОБЕРТ ҡыҙы МӨЖИПОВАны алтын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
50 йәш эсендә Һеҙ донъяға күп белем һәм йылылыҡ бүләк иттегеҙ, ә алда тағы ла сикһеҙ мөмкинлектәр көтә! Һәр яңы көн уҡыусыларығыҙҙың уңыштары, сағыу мәлдәр һәм яҡындарығыҙҙың ярҙамы менән ҡыуандырһын. Һеҙгә һаулыҡ, барлыҡ хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырлыҡ көс теләйбеҙ, бәхетле булып, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәгеҙ. Тормошоғоҙ сағыу булһын!
Әжекәй мәктәбе коллективы.
* * *
Әжекәй ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ РОЗАЛИЯ РОБЕРТ ҡыҙы МӨЖИПОВАны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Илле йәш – бик матур осор, унда баһалап бөткөһөҙ тормош тәжрибәһе, изге эштәр һәм күңелдәрҙе йылытҡан эскерһеҙ йылмайыу сағыла. Һин яҡшы ҡатын, әсәй һәм өләсәй генә түгел – бик күп балаларға белем үрен яуларға өйрәткән яратҡан уҡытыусы ла. Көн һайын йәш быуынға белем биреп кенә ҡалмайһың, ә уларҙы изгелеккә, намыҫлылыҡҡа, үҙҙәренә ышанырға өйрәтәһең.
Беҙҙең ғаилә өсөн һин – ныҡлы терәк, яғымлы ҡояш, беҙҙең күңелдәрҙе һөйөүең, тәрән аҡыллы һүҙең һәм изге йөрәгең менән йылытаһың. Һин ауыр минуттарҙа ярҙам итә, шатлыҡты уртаҡлаша, илһамландыра һәм өмөт бүләк итә беләһең. Хәстәрлекле ҡулдарыңда һәр беребеҙ тыуған өйөбөҙҙөң йылыһын тоябыҙ.
Тормошоң йылдан-йыл матурлана ғына барһын. Сәләмәтлегең – ныҡлы, йөрәгең – йәш, ә күңелең бәхет һәм гармония менән тулы булһын. Һәр яңы көн шатлыҡ, туғандар һөйөүе, хеҙмәттәштәрең ихтирамын алып килһен һәм барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын.
Яҙмыш һиңә яҡтылыҡ, изгелек һәм ғаилә йәме менән тулы бәхетле йылдар бүләк итһен. Беҙҙең кеүек яратҡан, ҡәҙерләгән һәм хөрмәт иткән кешеләр һәр ваҡыт яныңда булһын.
Һәр кемгә өләшкән сикһеҙ һөйөүең, зирәклегең, сабырлығың һәм ғәйәт ҙур йөрәгең өсөн рәхмәт һиңә. Беҙ һинең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм алда тағы ла күп кенә иҫ киткес йылдар, сағыу ваҡиғалар һәм бәхетле мәлдәр булыуын теләйбеҙ!
Һине яратып тормош иптәшең Вил, ҡыҙың Эльмира, кейәүең Артур, ейәнең Эмин һәм Иҙел, ҡыҙың Диана, кейәүең Булат, ҡыҙың Ания.