Мәсетле тормошо
+1 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
20 Октября , 10:00

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Айып ауылында ғүмер иткән һөйөклө әсәйебеҙ РӘЗИЛӘ БАРЫЙ ҡыҙы һәм ҡәҙерле атайыбыҙ ТӘЛҒӘТ ҒӘБДЕЛЙӘН улы ИСЛАМОВТАРҙы 60 йәшлек юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ.
Әсәй, һин – өйөбөҙ йылыһын һаҡлаған иң ҡәҙерле кешебеҙ. Беҙҙең өсөн һәр ваҡыт йылылыҡ, ихлас һөйөү һәм аҡыл сығанағы булдың. Һинең һәр таңың шатлыҡ-ҡыуаныстарға, бәхеткә тулып атһын. Беҙгә бағышлаған ғүмерең, сикһеҙ һөйөүең һәм сабырлығың өсөн ҙур рәхмәт һиңә!
Атай, һин беҙҙең өсөн батырлыҡ һәм ышаныс өлгөһө булдың һәм булып ҡалаһың. Беҙҙе ныҡлыҡҡа, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәттең. Сәләмәт бул, уңыштар ғына юлдаш булһын һиңә. Беҙ һинең ғаиләбеҙ өсөн башҡарған эштәрең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Атай, әсәй, һеҙ – бик матур пар. Беҙ нәҡ һеҙҙең балаларығыҙ булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бергәләп оҙаҡ йылдар матур ғүмер кисереүегеҙҙе, барлыҡ теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һәр көнөгөҙ сағыу һәм шатлыҡлы, матур мәлдәр менән тулы булһын!
Һеҙҙе ихлас яратҡан һәм рәхмәтле балаларығыҙ Тимур, Рәмис, Рәфис, киленегеҙ Гөлнур.
* * *
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы СВЕТЛАНА ИВАНОВНА ВАСЕВАны юбилейы менән ҡотлай.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә Һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Тыуған көнөгөҙҙө байрам иткән мәлдә
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә яҡты көндәр,
Көлөп йәшәгеҙ ерҙә яҙ һымаҡ.
Күрмәгеҙ бер ҙә бәлә-ҡаза,
Һаулыҡ, бәхет булһын йәнәшә.
Хоҙай оҙон ғүмер насип итһен,
Бәхет барһын һәр саҡ йәнәшә!
* * *
Юлай ауылынан һөйөклө ирем һәм атайы- быҙ, ҡәҙерле ҡустыбыҙ РӨСТӘМ БАРЫЙ улы ФӘТИХОВты 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Был йәштә тормош тәжрибәһе туплап, күңелең менән әле һаман йәш ҡалаһың. Яҙмышың сағыу мәлдәр, күптән көтөлгән осрашыуҙар һәм күңелле ваҡиғалар менән ҡыуандырып торһон. Һиңә яҡшы кәйеф, ҙур ғаиләң һәм яҡындарың эргәһендә күңелле кистәрҙән торған оло бәхет, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Зөлфиә, ҡыҙҙарың Ләйсән, Ләйлә, Илүзә, Нәргизә,
кейәүең Руслан, ейәнең Әмир, апайың Айһылыу һәм уның улы Илмир, апайың Алия һәм Вадим Фазыловтар, ағайың Рәсим һәм Сәлихә Фәтиховтар, Сәйәровтар (Миәс ҡалаһы).
* * *
Йонос урта мәктәбенең хөрмәтле уҡытыусыһы РАЙХАНА ҒӘЛИМЙӘН ҡыҙы ВӘХИТОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Матур юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай Һеҙҙе сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Ҡәҙер-хөрмәт күреп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән Йонос урта мәктәбе коллективы.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: