Мәсетле тормошо
+10 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
13 Октября , 09:40

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Беҙҙең яратҡан кешебеҙ – Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, ҡәҙерле әтейебеҙ, хөрмәтле олатайыбыҙ МИНДЕҒӘЛЕ ӘБДЕЛХАЛИҠ улы ХИЗБУЛЛИН матур тормош байрамын – 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙгә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, тән сихәте, хәйерле ғүмер теләйбеҙ. Алдағы көндәреңдә лә сәләмәт булып, беҙҙең шатлыҡтарға һөйөнөп, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәргә яҙһын. Тыуған йорттоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, әсәйебеҙ менән оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәү – ҙур бәхет. Тиҫтәләгән йылдар бергә матур йәшәгән парҙар ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығын үҙ өлгөләрендә дәлилләй. Уларҙың татыулығы, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күреүе, ихтирам итеп йәшәүе йәштәр өсөн өлгө булып тора. Илле өс йыл дауамында тормошта иңгә-иң терәп атлау һәм һәр бәхетле көнгә бергәләп ҡыуанып йәшәү – күптәрҙең хыялы. Беҙ һеҙ булғанға бәхетле, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын.
Әтей! Беҙҙе һөйөп, әсәйебеҙ менән матур тәрбиә биреп үҫтерҙегеҙ. Ярҙам кәрәк булғанда йәнегеҙҙе бүлеп бирергә әҙер булдығыҙ, ниндәй генә рәхмәттәр әйтһәк тә аҙ булыр. Һәр ваҡыт сабыр, мәрхәмәтле булып, беҙҙең шатлыҡ-ҡайғыларҙы йөрәгегеҙ аша үткәреп, беҙҙе туплап, яратып йәшәй белеүегеҙ беҙҙең өсөн үрнәк булып тора. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, бәхетебеҙ тулы.
Юбилейың гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең,
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әтей, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Тормош иптәшең һәм дә балаларың
булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зәйтүнә, балаларың Гөлнәзирә, Нурғәле, Ләйлә, Ридан, кейәүең Рөстәм, киленең Гөлназ, ейәнең Илдан, киленең Надежда, бүләң Дамир, ейән-ейәнсәрҙәрең Марат, Алмас, Нурислам, Динар, Дарина, Камилла, Рияна.
* * *
Айып ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ МӨНИРӘ НИЯЗ ҡыҙы ФӘТИХОВАны 70 йәшлек ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә байрам. Һин булмаһаң, беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң, беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Улың Руслан, ҡыҙҙарың Зөмәрә, Зөбәржәт, кейәүҙәрең Айсыуаҡ, Таһир, ейәндәрең Ирхан, Ғәлиәскәр, Әмир, Эмир, ейәнсәрҙәрең Асэль, Арина, Гөлзана, Һомай.
* * *
Йонос ауылында йәшәүсе хөрмәтле ИРЕК МИНДЕҒӘЛЕ улы ЗИННУРОВты 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
55 йәш – ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына. Тормошта үткән юлға һығымта яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөгөҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө теләйбеҙ!
Ҡотлау менән Йонос урта мәктәбе коллективы һәм профкомы.
* * *
Иҫке Мишәр ауылынан һөйөклө кешебеҙ – ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ РӘБИҒӘ РАДИК ҡыҙы ХӘЛИЛОВАны күркәм ғүмер байрамы – 65 йәше менән тәбрикләргә теләйбеҙ.
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ! Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәүең менән күңелебеҙҙе йылытаһың. Ошо күркәм юбилейыңды ла ихлас күңел менән ҡаршы ал, күҙҙәрең бәхеттән янып торһон, көс-ғәйрәтең һүнмәһен, һүрелмәһен. Һин – оло йәнле, киң күңелле кеше, беҙҙең таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ! Һин беҙҙең әсәйебеҙ булыуың менән беҙ бик бәхетле, һин булғанға беҙҙең көнөбөҙ яҡты, күңелебеҙ тыныс, юлдарыбыҙ тигеҙ. Һинең янда үҙебеҙҙе һаман сабый итеп хис итәбеҙ. Барыһы-барыһы өсөн дә һиңә оло рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ! Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, оҙаҡ йылдар беҙҙең ҡәҙер-хөрмәткә, бәхеткә төрөнөп, күңел йылыбыҙҙы тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Байрамың мөбәрәк, эштәрең уң бул-һын.
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин биҙәйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Вәрис, ҡыҙың Регина, улдарың Радис, Вәйес, кейәүең Вилнус, килендәрең Рәзилә, Юлиә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Ҡотош ауылында тыуып, хәҙерге көндә Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ РӘБИҒӘ РАДИК ҡыҙы ХӘЛИЛОВА-ны (ФӘТИХОВА) юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхет, муллыҡ, яҡындарыңдың һөйөүендә ҡойоноп йәшәүеңде, тигеҙ ҡартлыҡ теләйбеҙ.
65 йәш – ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Гөрләтеп яҡты тормошта
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә!
Иң изге ҡотлауҙар менән инәйең Фариза, һеңлең Сәлимә, кейәүең Аснаф, энең Раиф, киленең Гөлнәзирә һәм беҙҙең балалар.
* * *
Яңы Яуыш ауылынан беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, хөрмәтле әсәй-өләсәйебеҙ АНФИСА ВӘРИС ҡыҙы МИНДИЙӘРОВАны күркәм юбилейы – 60 йәше тулыуы уңайынан ысын күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һиңә, әсәй, ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһе, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Аҡыл-кәңәштәрең әлегәсә
Яҡты маяҡ күңел күгемдә.
Тормошомда етәкләгән өсөн
Рәхмәт әйтәм әле бөгөн дә.
Ғүмерҙәрем, шөкөр, ыңғай бара,
Иман менән ерҙә йәшәйем.
Был донъяны бүләк иткән өсөн
Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!
Барлыҡ туғандарың исеменән улың Азат, киленең Гөлназ, ейән-ейәнсәрҙәрең Амелия, Азалина, Назар һам Аиза.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: