Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
1 Сентября , 04:45

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Яңы Мишәр ауылынан беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ САЛАУАТ ҠӘРИП улы ҒАРИПОВ үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй.
Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кеше, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Ҡотлау менән ҡатының Гөлнур, балаларың Наил, Гөлнара, Зөһрә, киленең Гөлсәсәк, кейәүҙәрең Фуат, Азат, ейән-ейәнсәрҙәрең Алиса, Альбина, Филүс, Эльвина, Эльмира, Самат, Ангелина, Батырхан, кейәүҙәрең Антон, Азат, Артур, бүлә-бүләсәрҙәрең Искәндәр, Лея, Амелия, Ислам, Эмилия.
* * *
Теләш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ РӘЗИЛӘ РИЗАН ҡыҙы һәм атайыбыҙ РӘИС МАНСУР улы ФӘРХУТДИНОВТАРҙы 50 йыл бергә тормош итеүҙәре – алтын туй-ҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ярым быуат дауамында һеҙ бер-берегеҙгә терәк булып, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡлашып, ысын мөхәббәт өлгөһөн күр-һәттегеҙ. Һеҙҙең аҡыл, сабырлыҡ һәм изге күңелегеҙ – беҙҙең өсөн иң ҡиммәтле мираҫ. Беҙ, балаларығыҙ, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер, йортоғоҙға тыныслыҡ һәм бәхет, ҡулдарығыҙға көс, йөрәктәрегеҙгә йылылыҡ, һәр көнөгөҙгә ҡояшлы иртә, ейәндәрҙең тауышынан шатлыҡтар ғына кисереп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һеҙ – беҙҙең терәк һәм ғорурлыҡ! Тағы ла күп йылдар бергә булығыҙ, күңелегеҙ һис ҡартаймаһын!
Ҡотлау менән балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, бүләсәрҙәрегеҙ.

Был көндәрҙә исеме районыбыҙҙың мәҙәни тормошо менән айырылғыһыҙ бәйләнгән хөрмәтле уҙаман – Ҡорғат ауыл клубының хеҙмәт ветераны һәм халыҡ традицияларын һаҡлаусы МИҢЛЕҒӘЛИ ҠЫЯМ улы КАШАПОВ 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
Миңлеғәли Ҡыям улының бөтә хеҙмәт биографияһы тыуған яҡ менән тығыҙ бәйле. Бер нисә быуын Ҡорғат халҡы өсөн ул түңәрәктәр етәксеһе йәки байрамдар ойоштороусы ғына түгел, ә ысын остаз, аҡыллы кәңәшсе һәм үҙ эшенә тоғролоҡ өлгөһө булып тора.
Хөрмәтле Миңлеғәли Ҡыям улы! Был яҡты көндә иң йылы һәм ихлас теләктәрҙе ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм бөтмәҫ энергия теләйбеҙ. Тормошоғоҙ туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һөйөүе менән тулы булһын, ә һәр яңы көн тик шатлыҡ, именлек һәм яҡшы хәбәрҙәр генә алып килһен. Зирәклегегеҙ, күңел йылыһы һәм районыбыҙҙың мәҙәни хазинаһына ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәт!
Ихтирам менән Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге һәм район Мәҙәниәт һарайы коллективы.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан, ҡәҙерле ҡыҙым, һеңлебеҙ ГӨЛНАРА РАФАИЛ ҡыҙы ФАЗУЛОВАны 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә сикһеҙ бәхет, уңыштар һәм тотороҡло ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Күңелең менән шундай уҡ йәш һәм элеккесә романтик булып ҡал. Өйөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡшы хәбәрҙәр, муллыҡ һәм уңайлылыҡ менән тулы булһын. Һиңә яҡшы кәйеф, оптимизм һәм сағыу, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән тулы уңышлы тормош теләйбеҙ. Ғүмерең тик бәхетле мәлдәрҙән генә торһон. Һиңә 60 йәште һис кенә лә биреп булмай: әле лә йәш һәм сибәрһең, дәртең ташып тора. Шундай уҡ шат, асыҡ йөҙлө, дәртле булып ҡал. Беҙ һине бик яратабыҙ һәм һинең менән ғорурланабыҙ!
Тыуған көнөң байрам иткән мәлдә
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә яҡты көндәр,
Көлөп йәшә ерҙә яҙ һымаҡ.
Күрмә бер ҙә бәлә-ҡаза,
Һаулыҡ, бәхет булһын йәнәшә.
Хоҙай оҙон ғүмер насип итһен,
Рәхәтләнеп, әйҙә, йөҙ йәшә!
Изге теләктәр менән әсәйең, апайың Рәфилә, еҙнәң Фәих һәм беҙҙең балалар.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: