Мәсетле тормошо
+16 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
4 Августа , 06:40

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Законлы никах менән!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле АРТУР ӘНИС улы ӘСӘҘУЛЛИНды һәм һөйөклө ЭЛИНА БУЛАТ ҡыҙы ӘЛИМБАЕВАны ысын күңелдән законлы никахтары менән тәбрикләйбеҙ.
Ҡәҙерле балаларыбыҙ, һеҙҙе туй көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәк тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт ҡулға-ҡул тотоношоп, шатлыҡ-ауырлыҡтарҙы уртаҡлашып, бер-берегеҙҙе аңлап, һаҡлап, яратып йәшәгеҙ. Ғаилә сығанағығыҙ мөхәббәт һәм муллыҡ менән тулып торһон, бәхетле тигеҙ тормош теләйбеҙ!
Изге теләктәр менән атайығыҙ Әнис, әсәйегеҙ Лира, апайҙарығыҙ Вероника, Лилиана, еҙнәләрегеҙ Илсур, Айгиз, бәләкәй туғандарығыҙ Диана, Сафия, Эмилия, Тимур.
* * *
Һөләймән ауылында йәшәүсе яратҡан, һөйөклө атай-олатайыбыҙ ӘҮӘЛ САҘЕРТДИН улы ФАЗЫЛОВты 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һиңә күңел тыныслығы, яҡшы кәйеф, көс-дәрт, ныҡлы һаулыҡ, шатлык-ҡыуаныстар менән тулы ғүмер теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, атай, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарың,
Һау-сәләмәт уҙайык бергәләшеп,
Киләсәктә тормош юлдарын!
Һине яратып һәм изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Альбина, Светлана, улың Азат, кейәүҙәрең Афзал, Артур, киленең Гүзәл, ейәндәрең Ғайсар, Ғаяз, Риналь, ейәнсәрҙәрең Алина, Ариана, Элина.

* * *

Һөләймән ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, туғаныбыҙ ӘҮӘЛ САҘЕРТДИН улы ФАЗЫЛОВ ошо көндәрҙә үҙенең матур ғүмер байрамын – 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Һәр ваҡыт кәйефең – күтәренке, иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, һәр көндән йәм табып, балаларыңдың ихтирамын тойоп оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Раушания, киленең Вәҡифә, ағайың Әнүәр, ҡустың Әлтәф һәм Зәйнетдиновтар, Әхмәтовтар, Фазыловтар ғаиләләре.

* * *

Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәүсе инәйебеҙ, әңкәйебеҙ, ҡатыным СӘЛИМӘ ХИСАМ ҡыҙы ЙОСОПОВАны матур ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
70 йәш тулҡынландырғыс та, ғорурлыҡ та. Ошо йылдар эсендә һинең хеҙмәтең, сабырлығың, беҙгә биргән тәрбиәң баһалап бөткөһөҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә алдағы тормошоңда ныҡлы таҙалыҡ, оҙон ғүмер, аяҙ таңдар, матур көндәр, тыныс төндәр, ғүмереңдә бәхеткә, ҡыуанысҡа, шатлыҡҡа тулы мәлдәр теләйбеҙ.
Күңелең һәр саҡ шулай йәш булып ҡалһын, аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын, әтейебеҙ менән артабан да матур, татыу ғүмер кисерегеҙ.
Тыуған көнөң ҡотло булһын, инәй,
Матур булһын ғүмер юлдарың.
Сәләмәтлек, бәхет менән
Үтеп торһон һәр бер көндәрең!
Илдәребеҙ – тыныс, ғаиләң – имен,
Һаулығың мулдан булһын.
Тормошоңдоң һәр миҙгеле
Бәхеткә тулып торһон!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Вәғиз, улың Илдус, ҡыҙҙарың Гөлдәриә, Гөлнәзирә, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ РӘҒИП БАҠЫЙ улы ҒӘЛИМОВты ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һәр яңы көн шатлыҡ, көс, дәрт, ҡыуаныслы мәлдәр алып килһен, яныңда һине яратҡан һөйөклө кешеләрең булһын. Ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, донъя именлеге, тормошоң – матур, аҙымдарың еңел булыуын теләйбеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Һине яратып һәм хөрмәт итеп ҡатының, балаларың, ейәндәрең, ейәнсәрең, бүләрең, бүләсәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ирем, яратҡан атай-олатайым ФАИЛ ФӘСХЕТДИН улы СӨЛӘЙМӘНОВты ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Артабан да шат күңелле, хәстәрлекле, алсаҡ, ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге һәм таянысы булып ҡал. Һәр яңы көнөң сағыу, иҫтәлекле булһын, уңыштар, яңы үрҙәр алып килһен. Тормошоң шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып торһон. Яҡындарың менән бәхетле, оҙон ғүмер кисереп, һөйөүебеҙҙе һәм хөрмәтебеҙҙе тойоп йәшә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән яратҡан ҡатының Сәриә, балаларың Ринат, Гүзәлиә, Рөстәм, киленең Илиза, ейәнең Эмиль.
* * *
Әжекәй ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ РОЗАЛИЯ РОБЕРТ ҡыҙы МӨЖИПОВАны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Илле йәш – бик матур осор, унда баһалап бөткөһөҙ тормош тәжрибәһе, изге эштәр һәм күңелдәрҙе йылытҡан эскерһеҙ йылмайыу сағыла. Һин яҡшы ҡатын, әсәй һәм өләсәй генә түгел – бик күп балаларға белем үрен яуларға өйрәткән яратҡан уҡытыусы ла. Көн һайын йәш быуынға белем биреп кенә ҡалмайһың, ә уларҙы изгелеккә, намыҫлылыҡҡа, үҙҙәренә ышанырға өйрәтәһең.
Беҙҙең ғаилә өсөн һин – ныҡлы терәк, яғымлы ҡояш, беҙҙең күңелдәрҙе һөйөүең, тәрән аҡыллы һүҙең һәм изге йөрәгең менән йылытаһың. Һин ауыр минуттарҙа ярҙам итә, шатлыҡты уртаҡлаша, илһамландыра һәм өмөт бүләк итә беләһең. Хәстәрлекле ҡулдарыңда һәр беребеҙ тыуған өйөбөҙҙөң йылыһын тоябыҙ.
Тормошоң йылдан-йыл матурлана ғына барһын. Сәләмәтлегең – ныҡлы, йөрәгең – йәш, ә күңелең бәхет һәм гармония менән тулы булһын. Һәр яңы көн шатлыҡ, туғандар һөйөүе, хеҙмәттәштәрең ихтирамын алып килһен һәм барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын.
Яҙмыш һиңә яҡтылыҡ, изгелек һәм ғаилә йәме менән тулы бәхетле йылдар бүләк итһен. Беҙҙең кеүек яратҡан, ҡәҙерләгән һәм хөрмәт иткән кешеләр һәр ваҡыт яныңда булһын.
Һәр кемгә өләшкән сикһеҙ һөйөүең, зирәклегең, сабырлығың һәм ғәйәт ҙур йөрәгең өсөн рәхмәт һиңә. Беҙ һинең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм алда тағы ла күп кенә иҫ киткес йылдар, сағыу ваҡиғалар һәм бәхетле мәлдәр булыуын теләйбеҙ!
Һине яратып тормош иптәшең Вил, ҡыҙың Эльмира, кейәүең Артур, ейәнең Эмин һәм Иҙел, ҡыҙың Диана, кейәүең Булат, ҡыҙың Ания.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: