Мәсетле тормошо
+28 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
28 Июля , 08:05

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

һында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, әсәйем, ҡатыным ГӨЛШАТ РИФАТ ҡыҙы МӨХӘМӘТЙӘНОВАны ихлас күңелдән күркәм юбилейы – 55 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, бәхет-шатлыҡ, бәрәкәтле тормош һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр көнөң ҡыуаныстар менән тулып килһен, теләктәрең тормошҡа ашһын, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен. Йортоңдан – ҡот-ырыҫ, күңелеңдән – изгелек, тормошоңдан бәхет өҙөлмәһен. Яҡындарыңдың һөйөүен һәм ихтирамын тойоп, шатлыҡта һәм именлектә йәшәргә яҙһын һиңә!
Ҡотлау менән инәйең Гөлсимә, әтейең Рифат, иркәң Марина, кейәүең Сергей, иркәләрең Роберт, Альберт, Лилиә, Алина, Игорь, бүләсәребеҙ Ева, улың Искәндәр, тормош иптәшең Фәрит.
* * *
Өфө ҡалаһынан ғаилә дуҫыбыҙ ГӨЛШАТ РИФАТ ҡыҙы МӨХӘМӘТЙӘНОВАны ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Гөлшат, артабан да йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып йәшә. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулып килһен, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә тулып тәгәрәһен. Ғаиләңдең, яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама,
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Яҡындарың менән йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән әхирәтең Зөләйха, Ринат, Розалия, Вилдан.
* * *
Хөрмәтле коллегаларыбыҙ – Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе уҡытыусылары КЛАРА МИҘХӘТ ҡыҙы ЙОСОПОВАны, ФӘНИЛ ФӘҒИЛ улы ЙӘНТҮРИНды, СӘРИӘ РАДИК ҡыҙы КӘРИМОВАны ысын күңелдән юбилейҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашып, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп йәшәгеҙ. Уңыштар юлдаш булһын, ә эшегеҙ ҡәнәғәтлек алып килһен.
Тыуған көндәр йылда ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ – сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Изге теләктәр менән Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе коллективы.

Автор: