Ҡотлайбыҙ!
21 Июля , 06:30

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

16 июлдә Һөләймән ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ФӘНҮЗӘ ХӘЙРЕТДИН ҡыҙы ДУСМӨХӘМӘТОВА 86 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы, уртансы ағайыбыҙ ИЛШАТ ИРЕК улы ДУСМӨХӘМӘТОВ 60 йәшлек олпат юбилейын, туғаныбыҙ ИЛМИР ИРЕК улы ДУСМӨХӘМӘТОВ 47 йәшен билдәләй.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙең барығыҙҙы ла күркәм байрамдарығыҙ менән ҡотлап, именлек, һаулыҡ теләп, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Сәләмәт булып, шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп, үҫтергән балаларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, игелектәрен күреп, оҙон ғүмер кисерегеҙ.
60 йәш – ул ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы.
Яңы көс һәм дәрт алып,
Еңгәм менән бергә генә
100 йәшкә ет тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарығыҙ.
Ә ғүмерегеҙҙең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары!
Изге теләктәр менән сәләмәт көндәр, бәхетле ҡартлыҡ теләп: кейәүегеҙ Илшат, ҡыҙың, туғанығыҙ Гөлсинә, балалар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем ВЕНЕРА АХУН ҡыҙы ШӘЙХИСЛАМОВАға – 75 йәш, өйләнешеп тормош ҡороуыбыҙға 55 йыл тулды.
Ҡәҙерлем, һиңә ниндәй теләктәр теләһәм дә аҙ булыр. Барыбыҙға ла оло таяныс та, аҡыллы кәңәшсе лә булып беҙҙе һөйөндөрөп йәшәйһең. Ғүмер йылдарың өҫтәлгән һайын, бәхетең артып торһон. Тыуар таңдарың тыныс, сәләмәтлегең ныҡлы бул-һын. Ҡылған игелектәрең үҙеңә сауап булып ҡайтһын. Һин иҫән-һау, сәләмәт булғанда ғына беҙ бәхетле.
Беҙҙе ҡыуандырып оҙаҡ йәшә,
Лайыҡлы һин ҡәҙер-хөрмәткә.
Йәшәйек әле бергә матур итеп,
Ҡаламын мин ошо теләктә!
Иң изге теләктәр менән тормош юлдашың Фәһим Шәйхисламов.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ ВЕНЕРА АХУН ҡыҙы ШӘЙХИСЛАМОВАны 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Оло хөрмәткә лайыҡ булған әсәйебеҙ, байрамың мөбәрәк булһын. Ныҡлы сәләмәтлек, аяҙ таңдар теләйбеҙ. Атайыбыҙ Фәһим менән ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер һуҡмағынан атлауығыҙға ла 55 йыл тулып китте. Беҙҙең кәңәшселәребеҙ, терәгебеҙ булып оҙаҡ, тигеҙ йәшәгеҙ. Барыһы өсөн дә һеҙгә рәхмәт.
Әсәй, ҡотло булһын байрамың.
Тыныс булһын күңелең.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең.
Беҙ бәхетле атай-әсәй булғанға,
Балалар тип һеҙ өҙөлөп торғанға.
Рәхмәт әйтеп, баш эйәбеҙ алдығыҙҙа,
Әсәй, 75 йәшең тулғанда!
Марат, Мария.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апайыбыҙ, беҙҙең иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ ВЕНЕРА АХУН ҡыҙы ШӘЙХИСЛАМОВАны күркәм тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә – 75 йәш. Ошо оло йәшеңдә лә күңелеңдәге матурлыҡты, изгелекте, йылылыҡты һаҡлап ҡала алдың. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Киләсәктә лә йән тыныслығында, сәләмәтлектә, ейәндәреңде һөйөп, еҙнәбеҙгә яғымлы тормош юлдашы булып, хөрмәттә, бәхетле тигеҙ, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Оло байрамыңды ҡаршылайһың,
Пар ҡанатың һинең яныңда.
Тағын шулай бик күп йылдар бергә
Ҡаршылағыҙ һәр бер таңды ла.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән үрнәк һин.
Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин!
Иң изге теләктәр менән Мәскәүҙән Сиражетдиновтар, Яр Саллынан Миҙәтовтар, Данковскиҙар, Нефтекаманан Тимерғәзиндар, Тәтешленән Солтанғәлиевтар.
* * *
Йонос ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны ГӨЛНУР ШӘМСЕТДИН ҡыҙы МӨХӘРӘМОВАны күркәм юбилейы – 75 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙҙе матур ғүмер байрамығыҙ менән тәбрик итеп ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын Һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына!
Ҡотлау менән Йонос урта мәктәбе коллективы.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ НӘСИМӘ МИНДЕХАН ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВАны 70 йәшлек күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы, ҡатын-ҡыҙ бәхете, нурлы, ҡояшлы аяҙ көндәр теләйбеҙ. Тормошоң гөл-сәскәләрҙән, күңелле, шатлыҡлы хәл-ваҡиғаларҙан, уңыш һәм именлектән торһон.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы!
Һиңә матур теләктәр менән апайың Гөлсимә, еҙнәң Фәйзелхаҡ Абдрахмановтар, иркәң Нурия, кейәүең Артур Ямалетдиновтар, Алина һәм Финар Ғәлиуллиндар.
* * *
Хөрмәтле НӘСИМӘ МИНДЕХАН ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВАны күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп үтмәһен.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
“Мәсетле тормошо” гәзите, типография коллективы һәм ветерандары.
* * *
Һөләймән ауылында ғүмер итеүсе һөйөклө атай-олатайыбыҙ ӘНҮӘР САҘРЕТДИН улы ФАЗЫЛОВты 70 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәргә яҙһын!
Ҡотлау менән ҡыҙың Гөлгөнә һәм кейәүең Илфат, ейәнсәрҙәрең Луиза, Элиза, улың Алик һәм киленең Таисья, улың Альберт, улың Алмаз һәм киленең Алһыу, ейәнең Айвар, ейәнсәрҙәрең Самира, Лия, улың Эдуард, киленең Ләйсән, ейәндәрең Эльдар, Данил, ейәнсәрең Диналия.
* * *
Һөләймән ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ ӘНҮӘР САҘРЕТДИН улы ФАЗЫЛОВты күркәм юбилейы менан ҡайнар ҡотлайбыз.
Ғүмер байрамың мөбәрәк, сәләмәтлек, иҫәнлек, һаулыҡ, уңыштар юлдаш булһын һиңә. Алдағы көндәрҙә лә балаларыңдын изгелегенә, ейән-ейәнсәр-ҙәреңдең уңыштарына шатланып, туғандарың, дуҫтарың менән бергә аралашып, иҫәнлектә ҡыуанып йәшәргә яҙһын. Һәр атҡан таң хәйерле хәбәрҙәр, шатлыҡлы ваҡиғалар ғына алып килһен!
Иң изге теләктәр менән киленең Вәҡифә, ҡустыларың Әүәл, Әлтәф һәм Аҡбәровтар, Зәйнетдиновтар, Ғариповтар, Әхмәтовтар, Фазыловтар ғаиләләре.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан хөрмәтле СӘРИӘ ШАМИЛ ҡыҙы НУРЫЕВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һеҙ бөгөн матур ғүмер байрамын билдәләйһегеҙ. Ҡатын-ҡыҙ һәр миҙгелдә лә һоҡланғыс булып ҡала. Һеҙгә артабан да күңелегеҙ менән йәш булып, тормошто яратып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Ғүмерегеҙ – наҙ һәм һөйөү, ә күңелегеҙ изгелек һәм аҡыл менән тулы булһын. Тормоштан ләззәт алып, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырып, бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп йәшәгеҙ. Балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ уңыштары менән ҡыуандырып, һәр көнөгөҙҙө бәхетле итһен. Юбилейығыҙ менән!
Ҡотлау менән Яңы Мөслим мәктәбе коллективы һәм профкомы.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: