

Законлы никах менән!
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле БУЛАТ ИРЕК улы ӘБҮБӘКЕРОВ менән Әжекәй ауылынан һөйөклө ДИАНА ВИЛ ҡыҙы МӨЖИПОВАны ысын күңелдән законлы никахтары менән ҡотлайбыҙ.
Бөгөн беҙҙең күңел ғорурлыҡ тойғоһо һәм һөйөү менән тулы – һеҙ ғаилә ҡорҙоғоҙ. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн был оло ҡыуаныс һәм бәхет. Һеҙгә мөхәббәтегеҙҙе ғүмер буйына һаҡлап, бер-берегеҙ өсөн ышаныслы терәк булыуығыҙҙы, шат тауыштар яңғырап торған өйөгөҙгә ашҡынып ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һөйөп-һөйөлөп, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ. Яңы ғаиләгеҙгә бәхет теләйбеҙ!
Изге теләктәр менән барлыҡ
туғандарығыҙ исеменән Ирек, Зөлфиә, Илүзә, Илнур, Илдан һәм Камилла.
* * *
Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, иң яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ РОЗА ДӘҮЛӘТБАЙ ҡыҙы СОЛТАНОВАны 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Әсәйебеҙ, һин беҙҙең өсөн терәк һәм таяныс булып тораһың, аҡыллы, төплө кәңәштәрең, йылы һүҙҙәрең менән йыуатыусыбыҙ һин. Ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер. Әсәй, беҙ һине яратабыҙ һәм барыһы өсөн дә рәхмәт әйтәбеҙ.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағын һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Иң изге теләктәр менән улдарың Эдуард, Илнур, ҡыҙҙарың Ләйсән, Фирүзә,
килендәрең Гөлбикә, Гөлнара, кейәүең Руслан, ейәнсәрҙәрең Анфиса, Регина, Радмила, Элина, Лиана, ейәндәрең
Искәндәр, Азамат, кейәүҙәрең Нәзир, Алехандро, киленең Наҙгөл, бүлә-бүләсәрең Айлин, Амира, Рауль.
* * *
Аҙанғол ауылынан ҡәҙерле, һөйөклө инәйебеҙ, әнкәйебеҙ ҠӘТИФӘ ҒӘЛИМЙӘН ҡыҙы СӘБИҒИӘРОВАны 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Яратҡан инәйебеҙгә һаулыҡ, тыныслыҡ, бәхет һәм шатлыҡ, оҙон ғүмер, яратҡан эшеңдә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Һин – беҙҙең өсөн ныҡлы таяныс. Уҡыған доғаларың беҙҙе ғүмер юлында һаҡлап йөрөтә, ярҙам итә. Беҙ һинең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, һиңә ҡарап һоҡланабыҙ. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Йәшә һин мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың
Әлфиә, Гөлсәриә, кейәүҙәрең Азамат, Станислав, 12 ейән-ейәнсәрең, 3 бүлә-бүләсәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе яратҡан ҡатыным, ҡыҙым, иркәм, апайым ГӨЛНАРА ҒЕЛМИТДИН ҡыҙы АБДУЛХАҠОВАны ысын күңелдән 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, ошо иҫтәлекле байрамың айҡанлы һиңә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Бәхетең – тулы, йөрөр юлың – уң, рухи донъяң көслө булһын. Һинең изге күңелең, шат йөҙөң тормошобоҙҙа маяҡ булып яҡтыртып торһон. Иҫән-һау булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
50 йәш – ул тормошоңдоң
Сәскә кеүек матур сағы.
Яңы көс һәм дәрт алып,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары!
Изге теләктәр менән тормош иптәшең Ильяс, инәйең Әлимбикә, апайың Миләүшә, иркәң Сөмбөл.
* * *
Яңы Мишәр ауылынан ЮЛИӘ ЮЛАЙ ҡыҙы ҒАЙСИНАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Ғүмер юлың оҙон-оҙаҡ булһын.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә тормошта!
Иң яҡшы теләктәр менән инәйең, атайың, тормош иптәшең, балаларың.
* * *
Һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйем ЭЛЬВИРА ҒИЛФАТ ҡыҙы ЗӘБИХУЛЛИНАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап, иң изге, ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һинең аҡыллы кәңәштәрең, рух көсөң беҙҙең юлыбыҙҙа маяҡ булып тора, һәр көн өләшкән сикһеҙ һөйөүең күңелдәребеҙҙе йылыта. Хәстәрлегең, сабырлығың, аңлай белеүең, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙгә арнаған һәр минутың, кәңәштәрең, өйөбөҙҙәге йәм өсөн рәхмәт һиңә. Алдағы көндәрең аяҙ, тыныс булһын, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып килһен, барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын. Сәләмәтлегең – ныҡлы, күңелең – тыныс, тормошоң туғандарың һәм яҡындарың менән шатлыҡлы осрашыуҙарға бай булһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ. Юбилейың менән!
Иң изге теләктәр менән ирең Хәмит, ҡыҙың Элина, улың Рамаҙан, кейәүең Владислав, ейәнсәрең Вилена.