

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ирем, яратҡан атай-олатайыбыҙ, туғаныбыҙ ВАЛЕРИЙ ЕВГЕНЬЕВИЧ КРЮЧКОВты олпат юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
70 йәш – ул ябай дата ғына түгел, мөһим эштәр, дөрөҫ ҡарарҙар һәм изге ғәмәлдәр менән тулы ҙур тормош. Һин – беҙҙең таяныс һәм өлгө. Әйткән һүҙҙәрең фәһемле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерһең. Ышаныслы булыуың, ихлас күңелдән өләшкән кәңәштәрең өсөн рәхмәт һиңә, һинең менән көндәребеҙ тыныс һәм матур. Сәләмәтлегең – ныҡлы, күңелең – көр, һәр көнөң яҡшы хәбәрҙәр менән тулы булһын. Алдағы көндәрең яҡындарың һәм туғандарың менән шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, күңелле аралашыуҙар менән уҙһын. Юбилейың менән!
Изге теләктәр менән ҡатының, Перевышиндар,
Крючковтар, Парамоновтар, Шаминдар, Козловтар, Зайцевтар, Неля Закомлистова, Мария Крючкова.