Мәсетле тормошо
+14 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
30 Июня , 09:10

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотош ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, ҡарттайыбыҙ ФӘРҮӘЗ НӘҒИМ улы ШАФИҠОВты 75 йәшлек юбилейлы тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, әсәйебеҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һиндәй атай менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Тыуған көнөң гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әтей, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән улдары, килендәре, ҡыҙы, кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләһе.
* * *
Иҫке Мишәр ауылынан беҙҙең өсөн ҡәҙерле бул-ған ағайыбыҙ ЖӘЛИЛ ӘЛТӘФ улы ХӘКИМОВты ихлас күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
65 йәшлек матур юбилейыңда һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, донъя именлеге теләйбеҙ. Балаларыңдың изгелеген-игелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында, Эльвира еңгәбеҙ менән бәхетле парлы ғүмер кисерергә яҙһын.
Кешелекле бит һин, ағайыбыҙ,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа-туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Аҡһаҡалдар зирәклеге менән
Бергә ҡушып йәшлек хыялын.
Йәшә, ағай, беҙгә үрнәк булып,
Барыбыҙға терәк, көс булып!
Изге теләктәр менән һеңлең Нурания, кейәүең Йәнгир.
* * *
Иҫке Мишәр ауылынан ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атай-олатайыбыҙ ЖӘЛИЛ ӘЛТӘФ улы ХӘКИМОВты ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йәшәү дәрте, туғандарыңдың, ғаиләңдең һөйөүен һәм хөрмәтен тойоп, матур ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Һин – беҙгә ныҡлы терәк һәм таяныс. Аҡыллы кәңәштәрең, хәстәрлегең һәм һөйөүең беҙгә ҡанаттар ҡуя.
Беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын мәңге бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең,
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Эльвира, ҡыҙың Эльвина, кейәүең Айнур, улдарың Динар, Йәмил, киленең Нәсимә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Иҫке Мишәр ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле ағайыбыҙ, туғаныбыҙ ЖӘЛИЛ ӘЛТӘФ улы ХӘКИМОВты 65 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә, туғаныбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, парлы, мөхәббәтле оҙон ғүмер, йәшәү дәрте, туғандарыңдың һөйөүен һәм хөрмәтен тойоп, ғаиләң менән матур ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һин барлыҡ туғандарыңды бергә туплаусы, тормошобоҙға йәм биреүсе, илһамландырыусы иң яратҡан кешебеҙ. Һин беҙгә ныҡлы терәк һәм таяныс, аҡыллы кәңәштәрең, хәстәрлегең һәм һөйөүең беҙгә ҡанаттар ҡуя.
Байрамыңда иңдәреңдән ҡосоп,
Килә һине тәбрик итәһе.
Килә һиңә бәхет кенә теләп,
Матур һүҙҙәр генә әйтәһе.
Беҙҙең өсөн, абзый, ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Кинәнеп йәшә ошо бәхеттә!
Ҡотлау менән һеңлең Гөлфиә, кейәүең Рафиҡ, ейәндәрең Дим, Алтынсура, Байназар, ейәнсәрең Динә, киленең Эльвина, бүлә-бүләсәрҙәрең Камилла, Ислам, Исламия.
* * *
Иҫке Мишәр ауылынан ҡәҙерле ағайыбыҙ, бабайыбыҙ ЖӘЛИЛ ӘЛТӘФ улы ХӘКИМОВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – алдағы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың иғтибарын һәм хөрмәтен тойоп, Эльвира еңгәбеҙ менән бәхетле, мөхәббәтле ғүмер итеүеңде теләп ҡалабыҙ.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Һине ихлас яратҡан һәм хөрмәт иткән һеңлең Зөлфиә, кейәүең Фаил, ҡыҙыбыҙ Гүзәлиә, кейәүең Руслан һәм кескәй Дилара.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: