Ҡотлайбыҙ!
23 Июня , 05:50

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотош ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, иң яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ ФАРИЗА ӘХТӘР ҡыҙы ФӘТИХОВАны 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре менән ҡыҙың Рәбиға һәм кейәүең Вәрис; ҡыҙың Сәлимә һәм кейәүең Әснәф; улың Раиф һәм киленең Гөлнәзирә; ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ғаилә дуҫыбыҙ ЗИЛЬДА ХӘТМУЛЛА ҡыҙы ЗӘБИХУЛЛИНАны күркәм ғүмер байрамы – юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек ғаилә бәхете теләйбеҙ. Алдағы көндәрең аяҙ, уңыш, ҡыуаныстар менән тулып килһен. Илмир менән тигеҙ ғүмер итеп, татыулыҡта, ҡорған донъяғыҙға ҡыуанып, үҫтергән балаларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп ғүмер кисерегеҙ. Артабан да мөләйем, алсаҡ, киң күңелле булып ҡал.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Изге теләктәр менән әхирәте Зөләйха, Ринат, Розалия, Вильдан.
* * *
Хөрмәтле ФЛОРИДА ҒӘЙФУЛЛА ҡыҙы ШИРИЯЗДАНОВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ ЛИЛИӘ МӘҠСҮТ ҡыҙы РӘХИМОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Юбилярыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм күңел гармонияһы теләйбеҙ. Алда бихисап сағыу ваҡиғалар көтһөн, һәр яңы көн яҡындарың менән йылы осрашыуҙарға бай, матур булһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Рәмил, улы Руслан, килене Алина, ҡыҙы Светлана, ейәндәре Камил, Әмир, Альмир һәм ейәнсәре Рузанна.
* * *
Хөрмәтле ИЛЗИДА ӘХНӘФ ҡыҙы ҒӘҮНЕТДИНОВАны матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле коллегабыҙға гармония һәм бәхет, изгелек һәм тыныслыҡ, иғтибар һәм мөхәббәт, шатлыҡ, муллыҡ теләйбеҙ. Йылдар үткән һайын эске ышанысығыҙ һәм һаулығығыҙ артһын, һәр атҡан көн тик ыңғай кисерештәр генә килтерһен. Юбилейығыҙ менән!
Иң изге теләктәр менән Башҡорт гимназияһы коллективы.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: