

Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ЗОЯ ИВАНОВНА ТАШКИНОВАны 90 йәшлек олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, эскерһеҙ һөйөүең, сабырлығың, изге кәңәштәрең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙҙе ғаиләне һаҡларға, намыҫлы, яуаплы, изге күңелле булырға һәм хеҙмәт яратырға өйрәттең. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ, оҙон ғүмер һәм йәшәү дәрте теләйбеҙ. Көс-ғәйрәтең һүрелмәһен, һәр яңы көн шатлыҡ-ҡыуаныстар, киләсәккә яҡты өмөттәр алып килһен.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Һинең ҙур ғаиләң.
* * *
Районыбыҙҙың иң матур урыны булған йәмле Тәкә ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡарт- тайыбыҙ, дәүәтейебеҙ, абзыйыбыҙ УРАЛ МӨНИР улы ӘЗИЗОВты 70 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрик итәбеҙ.
Уға сәләмәтлек, имен донъялар, ғаилә бәхете, балалар игелеген теләйбеҙ.
Иртә таңдан яуа һиңә
Ҡосаҡ-ҡосаҡ изге теләк.
Ҡабул итеп теләктәрҙе,
Дәртле итеп типһен йөрәк!
Изге теләктәр менән ҡатыны, Әзизовтар, Хәйерзамановтар, Әхтәровтар ғаиләләре.
* * *
Хөрмәтле ХАФИЗА ЙӘҮҘӘТ ҡыҙы ШӘЙӘХМӘТОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Йәшәгеҙ мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоғоҙға ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрегеҙ.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөгөҙ,
Йәмләндереп Һеҙҙең ғүмерегеҙ!
Ҡотлау менән Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы.
* * *
Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе һеңлем, апайыбыҙ, әбейебеҙ ЗЕМФИРА ӘҠСӘН ҡыҙы МОРАТШИНАны юбилейлы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын.
Тыуған көнөң менән ҡотлап бөгөн,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Һәр саҡ йәшә йәп-йәш яҙ һымаҡ.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Ҡотлау менән апайың Әлифә, һеңлең Нәсимә, кейәүең Эдуард һәм уларҙың балалары.
* * *
Салйоғот ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ФИЛИЗӘ АБДУЛЛА ҡыҙы ХӘТМУЛЛИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Иң ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ, һәр ваҡыт сәләмәт, бәхетле, һөйөклө, шат булып ҡал. Бәлә-ҡаза һине урап үтһен, ә тормош тик бәхетле һәм ҡыуаныслы мәлдәр бүләк итһен. Беҙҙең өсөн ҡылған бар яҡшылыҡтарың өсөн сик-һеҙ рәхмәтлебеҙ.
65 йәш – ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Гөрләтеп яҡты тормошта,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Марат, ҡыҙҙарың Светлана, Ләйсән, кейәүҙәрең Илнур, Дмитрий, ейән-ейәнсәрҙәрең Елизавета, Никита, Камилла, Самир.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле класс етәксебеҙ ДИНАР НӘБИУЛЛА улы ХӘЙРУЛЛИНды юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Матур мәктәп йылдары, беҙҙе көслө булырға өйрәткәнегеҙ һәм изгелегегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ – яҡшы уҡытыусы, һәр саҡ ярҙам итергә, илһамландырырға һәм дөрөҫ йүнәлеш бирергә әҙер ысын остаз. Һәр яңы көн шатлыҡ, уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар килтерһен. Һеҙгә һаулыҡ, уҡыусыларығыҙ өсөн ғорурлыҡ һәм ғаилә йылыһы теләйбеҙ. Беҙгә ышанғанығыҙ өсөн рәхмәт!
Ихтирам менән Оло Ыҡтамаҡ лицейының 2020 йылғы сығарылыш уҡыусылары Әлиә, Алина, Миләүшә, Алһыу, Таңһылыу.