Ҡотлайбыҙ!
9 Июня , 06:30

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Һабанаҡ ауылынан ҡәҙерле инәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, әңкәйебеҙ ЙӘНҮФӘ ҒӨБӘЙҘУЛЛА ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНАны күркәм юбилейы – 85 йәше менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Әсәйебеҙ, һин беҙҙең өсөн терәк һәм таяныс булып тораһың, аҡыллы, төплө кәңәштәрең, йылы һүҙҙәрең менән йыуатыусыбыҙ һин. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы, хәйерле, тыныс ҡартлыҡта ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Изге теләктәр менән улың Юнир, киленең Гүзәл, ҡыҙҙарың Инера, Лилиә, Алия, кейәүҙәрең Илфат, Азамат, Айрат, ейән-ейәнсәрҙәрең Азалия, Руслан, Азат, Рәсилә, Ринат, Алина, Илшат, Гүзәлиә, Ришат, Диана, Камила, Корнелий, Альбина, бүлә-бүләсәрҙәрең Амалия, София, Арина, Артем, Камил, Йәсминә, Кәрим, Рияна.
* * *
Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң яҡын, яратҡан, хөрмәткә лайыҡ кешебеҙ – тормош иптәшем, әниебеҙ, нәнәйебеҙ РОЗАЛИЯ МӘҮЛӘ ҡыҙы ҠАЗЫЕВАны ғүмеренең матур миҙгеле – юбилейы менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Һин беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешебеҙ, таяныс һәм бәхет сығанағы. Һин – донъялағы иң яҡшы тормош иптәше, әни һәм нәнәйебеҙ. Беҙ һине бик яратабыҙ.
Байрамыңда иңдәреңдән ҡосоп,
Килә һине тәбрик итәһе.
Килә һиңә бәхет кенә теләп,
Матур һүҙҙәр генә әйтәһе.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуар таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар.
Сәләмәт бул, әни, оҙаҡ йәшә,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Һәр тыуар таң һиңә гел шатлыҡтар,
Тыныс тормош, бәхет килтерһен!
Иң изге, иң йылы теләктәр менән тормош иптәшең Риза, балаларың һәм ейәндәрең.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡә-ҙерле, һөйөклө туғаныбыҙ РОЗАЛИЯ МӘҮЛӘ ҡыҙы ҠАЗЫЕВАны 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә сикһеҙ бәхет, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Яҡшы хәбәрҙәрҙән күҙҙәрең балҡып торһон, ә күңелең тыныс һәм яҡты булһын. Артабан да ихлас, һөйкөмлө, изге күңелле булып ҡал!
Изге теләктәр менән туғаның Әлфиә, кейәүең Денис, кесе туғандарың Карина, Эльмар.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан бар ғүмерен мәғарифҡа, балалар тәрбиәләүгә бағышлаған хөрмәтле коллегабыҙ, педагогик хеҙмәт ветераны РОЗАЛИЯ МӘҮЛӘ ҡыҙы ҠАЗЫЕВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле юбилярға ныҡлы һаулыҡ, оҙон имен ғүмер теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың иғтибарын, хәстәрлеген һәм күңел йылыһын тойоп, тормошто яратып, һәр көнөнән ләззәт алып йәшәгеҙ. Ғүмер юлында яҡшы кәйеф бүләк итерлек ваҡиғалар күп булһын. Яҙмышығыҙ шатлыҡлы мәлдәр менән тулһын. Артабан да изге күңелле, алсаҡ коллега, яратҡан ҡатын, хәстәрлекле әсәй, яратҡан өләсәй булып ҡалығыҙ.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Изге теләктәр менән Яңы Мөслим мәктәбенең ветеран уҡытыусылары.

* * *
Тәкә ауылынан ҡәҙерле ирем, яратҡан атайыбыҙ, ҡайным НӘҠИФ ХИСАМ улы ҒӘЛЛӘМОВты ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йәшәү дәрте, туғандарыңдың һөйөүен һәм хөрмәтен тойоп, ғаиләң менән матур ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең тормошобоҙға йән өрөүсе, йәм биреүсе, илһамландырыусы иң яратҡан кешебеҙ. Һин беҙгә ныҡлы терәк һәм таяныс, аҡыллы кәңәштәрең, хәстәрлегең һәм һөйөүең беҙгә ҡанаттар ҡуя.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Изге теләктәр менән ҡатының Фәғилә, ҡыҙың Алина, улың Айнур, кейәүең Рөстәм.
* * *
Тәкә ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле ЗӨЛФИӘ МӨНИР ҡыҙы ӘХТӘРОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һине хөрмәт итеп һәм яратып, ныҡлы һаулыҡ, нурлы, йәмле аяҙ көндәр, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Һәр яңы көнгә, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең уңыштарына ҡыуанып йәшә.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Ҡотлау менән Әзизовтар, Хәйерзамановтар, Әхтәровтар.
* * *
Көршәле ауылында ғүмер итеүсе иркәбеҙ, абзыйыбыҙ, ҡәйнешебеҙ АЛЬФЕРАТ АБДРАЗАҠ улы КАМАЛОВты 60 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә был матур байрам көнөндә таҙалыҡтың ныҡлыһын, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт иткән яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрең бойомға ашһын. Килен менән бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, балаларығыҙҙың изгелеген, игелектәрен күреп йәшәргә яҙһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға!
Изге теләктәр менән апайҙарың, еҙнәләрең, иркәләрең, Кинйәбаевтар, Әһлисламовтар.
* * *
Ләмәҙтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ КЛАРА МИҘХӘТ ҡыҙы ЙОСОПОВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин беҙҙең бәхет, терәк һәм ғаилә йылыһын һаҡлаған иң ҡәҙерле кеше. Һәр көн бүләк иткән наҙың, хәстәрлегең, изгелегең, һөйөүең өсөн сикһеҙ рәхмәт. Һәр яңы көн шатлыҡлы хәбәрҙәр алып килһен, яҡындарың менән ныҡлы һаулыҡта ҡыуаныстар кисереп йәшә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ. Юбилейың менән!
Изге теләктәр менән ирең Илшат, ҡыҙҙарың Юлия, Светлана, улың Илнур, кейәүең Марс, ейәндәрең Илмир, Рәмил.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ – район Мәҙәниәт һарайы директоры РАДИК ШӘРИФЙӘН улы ШӘРӘФИСЛАМОВты 55 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Күп йылдар элек Һеҙ яҙмышығыҙҙы мәҙәниәткә хеҙмәт итеү менән бәйләнегеҙ. Социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итеп, Мәсетле районының мәҙәни үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәһегеҙ.
Һеҙҙең энтузиазм һәм бөтмәҫ энергияғыҙ ярҙамында район Мәҙәниәт һарайы уңышлы үҫешә һәм иң ҡыйыу идеяларҙы тормошҡа ашыра. Ә маҡсатҡа ынтылышығыҙ барыбыҙҙы ла рухландыра һәм алға алып бара.
Барлыҡ пландарығыҙ һәм уй-хыялдарығыҙ уңышлы тормошҡа ашһын. Яҡындарығыҙ хәстәрлеге менән ҡыуандырһын, ә тормош йылылыҡ, илһам һәм ҙур кешелек бәхете бүләк итһен. Ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Ҡотлау менән район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.
* * *
Ҡотош ауылынан ҡәҙерле ағайыбыҙ, бабайыбыҙ ӘНҮӘР ЛОТФУЛЛА улы ҒӘЛИМОВты 75 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Олпат йәшегеҙ – ябай һандар ғына түгел, был сағыу ваҡиғалар, яуланған үрҙәр менән тулы, төплө тормош тәжрибәһе туплаған тотош бер оло ғүмер. Һеҙ ғүмерегеҙҙе үҫеп килгән быуынға белем биреүгә һәм тәрбиәләүгә бағышлаған уҡытыусы ла, беҙгә аҡыл, изгелек, хәстәрлек күрһәткән ҡәҙерле туған да. Һеҙҙең изге күңелегеҙ тирә-йүндәгеләргә йылылыҡ, тәжрибә өләшеп, алдағы көндәргә ышаныс тыуҙыра. Тормош юлығыҙ хөрмәткә лайыҡ, ә башҡарған эштәрегеҙ күптәр өсөн өлгө булып тора. Һеҙгә һаулыҡ, рух ныҡлығы, яңы үрҙәр теләйбеҙ. Янығыҙҙа һәр ваҡыт һеҙҙе яратҡан яҡындарығыҙ булһын, еңгәбеҙ, әбейебеҙ Рәхимә Шәһит ҡыҙы менән тигеҙ ҡартлыҡ кисереп, балаларығыҙҙың һәм ейәндәрегеҙҙең хәстәрлеген һәм ярҙамын тойоп йәшәгеҙ. Алдағы көндәрегеҙ аяҙ, шатлыҡлы мәлдәр менән тулып килһен. Именлек, муллыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән һеҙҙе яратҡан һәм хөрмәт иткән Лена, Урал, Диана, Булат, Лиана, Азат, Әлфирә, Әлиә, Әмир, Асҡар, Айрат, Артур, Гөлнәриә, Тамерлан, Данияр.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: