Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
2 Июня , 06:00

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ АЙҺЫЛЫУ ШАФИҠ ҡыҙы ҠАСИМОВАны ысын күңелдән 80 йәшлек олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Әсәй, һинең күҙҙәреңдә сағылған наҙ, беҙҙең өсөн башҡарған хеҙмәтең, йөрәгеңде биләп алған изгелегең беҙгә бик тә ҡәҙерле. Һәр балаңды йылылыҡ, һөйөү һәм хәстәрлегең менән ҡурсалайһың. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, эргәбеҙҙә булғаның өсөн рәхмәтлебеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, көс, яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Һәр миҙгелдең һәр мәленә ҡыуанып, шатланып йәшә.
Аҡ биләүҙән бәхет юрап әсәй,
Ҡәҙер итеп беҙҙе үҫтергән.
Балам, тиеп һөйөп-бағып,
Изге юлдар беҙгә теләгән.
Бар һөйөүен бүләк иткән әсәй,
Изге фатихаһын ул биргән.
Йәшәү көсө өҫтәп, балаларына
Тик шатлыҡтар ғына өләшкән.
Был ғүмерҙәр елеп үткән һайын,
Һыйынабыҙ, әсәй, һинең ҡосаҡҡа.
Ләззәтлерәк кеүек, хатта танһыҡ та,
Күрешеүҙәр, әсәй, килһәк ҡунаҡҡа.
Үҫеп етһәк тә инде беҙ мохтажбыҙ
Һин ҡабыҙған йылы усаҡҡа,
Һинең наҙлы йылмайыуыңа,
Беҙ һыйыныр нурлы ҡосаҡҡа!
Ҡотлау менән ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейәндәре, ейәнсәре, бүләсәре.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ИЛГИЗӘ ХӘЙБУЛЛА ҡыҙы МӨКӘРӘМОВАны ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыуар таңдарының аяҙ, имен, шатлыҡтар менән тулып килеүен теләйбеҙ.
Һиңә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Изге теләктәр менән ирең Вәхит, улдарың Илшат, Илфат, киленең Нәргиз, ейәнсәрҙәрең Ләйсән, Лиана, Диана.

* * *
Яңы Мөслим ауылынан яратҡан, һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ФӘҮЗИӘ ШӘРӘФ ҡыҙы СӘЛИМОВАны 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Әсәй, беҙ һиңә бөгөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һин – беҙҙең йорттоң йәме, һаҡлап-ҡурсалап йөрөтөүсе, Ер йөҙөндә иң ҡәҙерле кеше. Хәстәрлегең, изге йөрәгең, аҡыллы кәңәштәрең һәр ваҡыт беҙгә терәк булып тора, ярҙам итә. Балаларыңа өләшкән йөрәк йылың, һөйөүең, ғаиләбеҙ именлеге өсөн һалған тырышлығың өсөн рәхмәт. Һәр ваҡыт үҙеңде беҙгә бағышланың, бөгөн инде беҙ һине ҡурсаларға, ҡыуандырырға, хәстәрлек күрергә тейеш. Һин донъяла иң яҡшы әсәй һәм өләсәй. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше,
Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,
Ҡыҙғанмайса бөтөн ғүмерен.
Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,
Илһам бирә беҙгә йәшәргә,
Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын
“Әсәй” тиеп уға әйтергә!
Оло хөрмәт һәм һөйөү менән ҡыҙың Рания, кейәүең Урал, улың Ранис, киленең Эльвина, ейәндәрең Эрик, Эмиль, Әмир һәм ейәнсәрең Русалина.
* * *
Оло Аҡа ауылынан ҡәҙерле, һөйөклө ҡыҙым, туғаныбыҙ ЛЕНА ТИМЕРҒӘЛИ ҡыҙы ҒӘЙНАНОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Был көндә һиңә ныҡлы һаулыҡ, яратҡан кешеләрең һәр ваҡыт наҙҙарын, шатлыҡлы мәлдәр бүләк итеүен, һәр көнөң ҡыуаныстар менән тулы булыуын теләйбеҙ. Уңыш һиңә үҙе ҡаршы сыҡһын, уй-хыялдарың еңел тормошҡа ашһын, ә киләсәкте яҡты уйҙар менән ҡаршы ал. Ғүмер юлың еңел уҙһын, яныңда һәр ваҡыт изге күңелле кешеләр булһын, йәшәү йәмен тойоп, яңы хистәр, яңы тойғолар кисереп матур йәшә. Һиңә сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Юбилейың менән!
Ҡотлау менән әсәйең, Ғәлиуллиндар, Сәфәровтар.
* * *
Хөрмәтле ЛЕНА ТИМЕРҒӘЛИ ҡыҙы ҒӘЙНАНОВАны 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Ҡотлау менән Оло Аҡа урта мәктәбе коллективы һәм профкомы.
* * *
Һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәйебеҙ ЛЕНА ТИМЕРҒӘЛИ ҡыҙы ҒӘЙНАНОВАны матур ғүмер байрамы – юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, муллыҡ, бәхетле, имен оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең изге, яратҡан йөрәгең бер ваҡытта ла борсолоуҙар белмәһен, наҙлы, хәстәрлекле ҡулдарың арыу-талыу күрмәһен, шат, нурлы йөҙөң һәр ваҡыт көлөп торһон. Артабан да уңыштарға һөйөнөп, матур, изге күңелле, аҡыллы һәм иң яҡшыһы булып ҡал. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Һәр тырышлығың, наҙың, хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Тыуған көнөң менән!
Изге теләктәр менән ирең, улдарың.
* * *
Салйоғот ауылынан һөйөклө ҡатыным, ярат-ҡан әсәй-өләсәйебеҙ РОЗА ДАРВИН ҡыҙы САБИРОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һау-сәләмәт булып оҙон ғүмер кисер, һәр көнөң шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып килһен. Һин – наҙлы ҡатын да, яратҡан әсәй ҙә, ейәндәреңде хәстәрлегең һәм иғтибарың менән һөйөндөргән өләсәй ҙә. Һәр ваҡыт һоҡландырған изгелегең, аҡылың, сабырлығың өсөн беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Барлыҡ уй-хыялдарың ғәмәлгә ашһын, тормошоңда сағыу хәл-ваҡиғалар күп булһын.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, ҡәҙерлебеҙ, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Ҡотлау менән ире Булат, улы Азамат, килене Ирина, ейәндәре Тимур һәм Артур.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө улым ГЕННАДИЙ ВЯЧЕСЛАВОВИЧ КРЮЧКОВты юбилейы менән ихлас ҡотлайым.
Ысын күңелдән һиңә ныҡлы сәләмәтлек, тормошоң бәхет һәм һөйөү, изгелек һәм уңыштар, илһам менән тулы булыуын теләйем. Хеҙмәт урыныңда һәм өйөңдә башҡар-ған эштәреңдән, ҡулдарыңдан һөйөн. Тормошто яратып йәшә, ул да һиңә яуап итеп уңыштар алып килер. Тыуған көнөң менән!
Һине яратҡан әсәйең.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: