Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
26 Мая , 10:45

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ КЛАРА МИДИХӘТ ҡыҙы ДИСТАНОВАны күркәм юбилейы – 85 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Беҙ бөгөн һинең олпат юбилейыңды билдәләйбеҙ, шуға ла йөрәктәребеҙ һөйөү һәм ғорурлыҡ менән тулы. Һин – беҙҙең таяныс һәм иң яҡын, ҡәҙерле, шатлыҡтарыбыҙҙы ихлас уртаҡлашыр кеше. Беҙҙе уйлап эш итергә, изге күңелле, әҙәпле һәм сабыр булырға өйрәттең. Хәстәрлегең һәм йөрәк йылың беҙҙе һәр ваҡыт йылыта һәм ҡурсалай. Тырышлығың, биргән аҡыл, тәрбиәң, һөйөүең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
85 йәш – оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ йәш. Һинең уҡыусыларың рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, байрамдар менән тәбрик итә, хәл белешеп яныңа килә. Тормошто яратыуың, һәр миҙгелдән ләззәт ала белеүең ҡыуандыра, артабан да яҡты өмөттәр, уй-теләктәр менән беҙҙе ҡыуандырып йәшә лә йәшә.
Беҙ һиңә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, шатлыҡлы хәл-ваҡиғалар һәм ҡыуаныслы осрашыуҙар теләйбеҙ. Балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең менән именлектә, муллыҡта оҙон ғүмер кисереп йәшә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Һине яратып һәм хөрмәт итеп улың Илдар, киленең Эльвира, ейәнең Рөстәм, киленең Әлфинә, бүләң Әмир, бүләсәрең Айлина, ейәнсәрең Элина, кейәүең Айҙар, бүләсәрең Ева, ҡыҙың Эльвира, кейәүең Илдар, ейәнсәрең Камила, кейәүең Кейлан, ейәнең Тимур, ҡыҙың Эльза.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡыҙыбыҙ, ҡәҙерле һеңлебеҙ ЗӨЛФИРӘ РУЗВЕЛЬТ ҡыҙы КУЛОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған көнөң менән, ҡәҙерлебеҙ! Һин беҙҙең тормошобоҙҙағы иң изге күңелле, алсаҡ кеше. Артабан да матур һәм мөләйем булып ҡал. Барлыҡ уй-хыялдарың тормош- ҡа ашһын, ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешеп йәшә, ә яныңда һәр ваҡыт һине яратҡан һәм хөрмәт иткән туғандарың булһын. Һиңә бәхет, ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ башланғыстарыңда уңыштар теләйбеҙ. Һәр көнөң шатлыҡ, ҡыуаныслы хистәр, яҡшы кәйеф менән тулып килһен, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Һине ихлас яратҡан атай-әсәйең, ағайҙарың, еңгәләрең, иркәләрең.
* * *
Хөрмәтле ФӘНИЛӘ ӘШРӘФ ҡыҙы ХӘНИПОВАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын Һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Байрамығыҙҙың матур хәтирәһе
Күңелегеҙҙә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ ысын күңелдән,
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Ҡотлау менән Оло Аҡа урта мәктәбе коллективы һәм профкомы.

Автор: