

Хөрмәтле ДМИТРИЙ ИВАНОВИЧ КОВИНды юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙҙең юбилей – һәр береһе үҙ мәлдәре менән килгән айырым ваҡиға, яңы баҫҡыс, яңы хистәр. Һеҙҙе алда шатлыҡ, уңыштар, бәхетле киләсәк көтһөн. Сәләмәт булығыҙ, рух көсө һәм йәшлек дәртен һүрелтмәй атлағыҙ, янығыҙҙа һәр ваҡыт Һеҙҙе яратҡан һәм хөрмәт иткән яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ булһын, тормош матур ваҡиғалары менән ҡыуандырһын, һәр тыуар көн тыныслыҡ алып килһен. Һеҙгә изгелек, именлек, көс-дәрт, һикәлтәһеҙ имен юлдар теләйбеҙ.
Сабыр ҙа Һеҙ, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшегеҙ – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен Һеҙҙең көндәр,
Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек.
Хоҙай Һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән Һеҙгә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөгөҙҙө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Ҡотлау менән “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы һәм типография коллективы.