

Йонос ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ МӘНЗҮРӘ МИНДИБАЙ ҡыҙы ХИЛАЖЕВАны күркәм юбилейы – 60 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ысын күңелдән яҡшы кәйеф, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, йәшәү көсө, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Күңелеңдә – тыныслыҡ, өйөңдә йәм булып, бар теләктәрең тормошҡа ашып, бәхетле йәшә.
Был юбилей – әле тик бер баҫҡыс
Бейеклеккә барған юлдарҙа.
Сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар
Юлдаш булһын бик күп йылдарға!
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Зәлиә, Люция, Рита, абзыйың Фларит, еңгәң Фәүзиә һәм беҙҙең балалар.
* * *
Әбдрәхим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улым, бабайыбыҙ, ағайым ИЛДУС ӘХТӘРЙӘН улы МОФАЗАЛОВты – 60 йәше, ҡыҙым, һеңлем, апайыбыҙ МӘҮЖИҘӘ ӘХТӘРЙӘН ҡыҙы ҒӘҮНЕТДИНОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле туғандарыбыҙ, һеҙгә шатлыҡлы, бәхетле оҙон ғүмер, ҡоростай таҙалыҡ, ғаиләләрегеҙгә саф мөхәббәт теләп, күркәм байрамығыҙ менән тәбрик итәбеҙ.
Туғандарҙың араһына
Елдәр үтмәҫ һис ҡасан.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ,
Беҙ бит ғәзиз бер туған!
Иң изге теләктәр менән инәйегеҙ, Мәҙинә, Айрат, Әлфиә, киленегеҙ Айгүзәл, кейәүегеҙ Илфат, Айгизәр, Ралина, Асҡар, Ясмина.
* * *
Хөрмәтле ГҮЗӘЛ ФӘЗИМ ҡыҙы САТТАРОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы.
* * *
Хөрмәтле ЕЛЕНА ЛЕОНИДОВНА ШӘЙӘХМӘТОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы.
* * *
Һөйөклө, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ФӘНИЛӘ ӘШРӘФ ҡыҙы ХӘНИПОВАны ысын күңелдән 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, уңыштар теләйбеҙ. Тормошоң сағыу, күңелле ваҡиғаларға бай булһын, тирә-яғыңда һөйөү, тыныслыҡ, татыулыҡ ҡына йәшәһен. Ә иң мөһиме – ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ. Һине яратҡан, тормошоңдоң һәр миҙгелен уртаҡлашҡан ҡәҙерле кешеләрең яныңда һәр ваҡыт һөйөндөрөп кенә торһон.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Изге теләктәр менән ҡыҙың Альбина, улың Әмил, кейәүең Айҙар һәм ейәнсәрең Амелия.
* * *
Йонос ауылынан хөрмәтле коллегабыҙ ЛИЛИӘ ИЛШАТ ҡыҙы ХӘЙРЕТДИНОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә һаулыҡ, ижади уңыштар, бәхет һәм именлек теләйбеҙ. Бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, яҡындарығыҙҙың һөйөүе күңелегеҙҙе һәм йөрәгегеҙҙе йылытһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Изге теләктәр менән Йонос мәктәбе коллективы.
* * *
Бөтә ғүмерен Мәсетле районы мәҙәниәтенә арнаған хөрмәтле хеҙмәт ветераны ОЛЬГА МИХАЙЛОВНА ТОПЫЧКАНОВАны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Ольга Михайловна! Һеҙҙең юбилейығыҙ – ябай дата ғына түгел, ә өлгөргәнлек, тәрән аҡыл һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә менән һуғарылған этап. Был үткән юлға ғорурланып ҡарарға, ҡаҙаныштар менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға мөмкин булған осор. Һеҙҙең эшегеҙгә тоғролоҡ күрһәткән хеҙмәт биографияғыҙ коллегаларығыҙ араһында хөрмәт һәм танылыу яуланы. Һеҙ – һөнәрегеҙгә күп йылдар дауамында намыҫлы хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө. Мәсетле районының мәҙәни тормошон үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөгөҙҙө юғары баһалайбыҙ.
Был иҫтәлекле көндә Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, сикһеҙ бәхет, аяҙ, имен көндәр, яҡындарығыҙҙың хөрмәтен һәм хәстәрлеген күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.