Мәсетле тормошо
+14 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
9 Мая , 04:00

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...

Хөрмәтле мәсетлеләр!Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы менән ихлас йөрәктән ҡотлайым!9 Май көндө беҙ халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығын ғорурлыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ. Олатайҙарыбыҙ һәм ҡарт-атайҙарыбыҙ илде һаҡлап, беҙгә тыныс тормош бүләк итте. 1945 йылдың Еңеү майы алыҫлашҡан һайын, өлкән быуындарҙың ҡаһарманлығы бөйөгөрәк күренә.

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...

Илебеҙ өсөн ошо ҡатмарлы осорҙа, махсус хәрби операция барғанда, беҙ бөтәбеҙ ҙә тыныслыҡтың ни тиклем ҡәҙерле һәм нескә булыуын аңлайбыҙ. Махсус хәрби операцияла бурыстарын үтәгән, илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған хәрбиҙәребеҙгә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Еңеү беҙҙең яҡта буласағына ышанабыҙ!
Бөйөк Еңеү хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәһен, был байрам беҙгә берҙәмлек, көс һәм киләсәккә ышаныс килтерһен.
Ысын күңелдән Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйем!
Ихтирам менән, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

* * *

Хөрмәтле тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылдары балалары, хәрби хеҙмәткәрҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар!
Ҡәҙерле мәсетлеләр!
Һеҙҙе 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан ҡотлайбыҙ! Был миллионлаған йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана торған көн.
Беҙ фронтта үҙен аямай һуғышҡан яугирҙар батырлығы, Еңеүҙе яҡынайтыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән тыл хеҙмәтсәндәре алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Беҙҙең, мәсетлеләр, өсөн был – һәр ғаиләнең шәхсән тарихы. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта алышты, Ватаныбыҙҙы ҡорал менән һаҡланы, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте. Икенселәре, көсө һәм ваҡыты менән иҫәпләшмәй, тылда хеҙмәт итте. Мәсетлеләр дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе, беҙ был хаҡта ихтирам менән иҫкә алабыҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ.
Еңеү көнө – ул тыныслыҡтың беҙгә ниндәй хаҡ менән яуланыуы, кеше ғүмеренең ҡәҙере, Ватанды һаҡларға һәм яҡларға кәрәклеге тураһында тағы ла бер тапҡыр уйланырға сәбәп.
Бөгөн, илебеҙ яңы саҡырыуҙарға тап булғанда һәм хәрбиҙәребеҙ һәр ҡайһыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлағанда, беҙ берҙәм булырға, эшебеҙҙең хаҡлығына һәм эске көскә ышаныс күрһәтергә бурыслыбыҙ. Беҙ атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығына лайыҡлы булырға тейешбеҙ!
Хөрмәтле мәсетлеләр, Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, изгелек һәм именлек теләйбеҙ! Һәр йортта һөйөү, татыулыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу йәшәһен! Еребеҙ өҫтөндә һәр ваҡыт тыныс күк булһын!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

 

 

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...
Автор: