Мәсетле тормошо
+25 °С
Облачно
Ҡотлайбыҙ!
5 Мая , 11:05

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛЗИФА АБДУЛҒӘНИ ҡыҙы ФӘХРЕТДИНОВАны ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Шундай аҡыллы, наҙлы, аңлай белгән кешебеҙ булғаны өсөн яҙмышыбыҙға бик тә рәхмәтлебеҙ. Һиңә һөйөүең, изгелегең, яҡшы тәрбиәң һәм көндәлек хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Атайыбыҙ менән бик матур, татыу ғаилә булдырып, өс балағыҙҙы һөйөп, яратып үҫтерҙегеҙ. Донъяла иң бәхетле кешеләр булып, матур тыныс ғүмер кисерегеҙ, яҡшы кәйеф, именлек, муллыҡ юлдаш булһын, өйөбөҙҙө йәмләп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Изге теләктәр менән ирең Айрат, ҡыҙҙарың Айгөл, Әлиә, Ғәлиә, кейәүең Артур, ейәндәрең Арыҫлан, Альмир һәм ейәнсәрең Алиса.

* * *

Йыланыш ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ РАУШАНИЯ ШАФИҠ ҡыҙы ИШТУҒАНОВАны ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ һәм көс теләйбеҙ. Өйөбөҙ йәм, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып, яныңда һине яратҡан балаларың, ейәндәрең, хөрмәт иткән туғандарың булһын. Һәр миҙгелгә һөйөнөп, тормоштан йәм табып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән Иштуғановтар ғаиләһе.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: