

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе КЛАРА ҒӘБИТ ҡыҙы ХИСМӘТУЛЛИНАны 90 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ. Беҙҙе – балаларыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде – тәрбиәләүең өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барлыҡ яҡындарыңдың һөйөүенә төрөнөп, уларҙың изгелеген тойоп, Хоҙай биргән ғүмерҙе матур итеп йәшәргә яҙһын!
Ҡотлау менән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, килене, кейәүҙәре.
* * *
27 апрель көнө – ғаиләбеҙҙә ҙур байрам. Беҙҙең иң яҡын кешебеҙ – Һөләймән ауылында йәшәүсе яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ ГҮЗӘЛ САЛАУАТ ҡыҙы ХАФИЗОВА матур тормош байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләне.
Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Яныбыҙҙа һин булғанға донъябыҙ йәмле һәм яҡты, күңелебеҙ наҙ менән тулы. Һин, һинең йәшәү рәүешең, күркәм сифаттарың – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, һинең сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ. Тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, атайыбыҙ менән бәхетле оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Вәғиз, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, улдарың, килендәрең, ейәндәрең,ейәнсәрҙәрең, бүләң, бүләсәрең.
* * *
Бурансы ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, яратҡан инәйебеҙ, бәхетле өләсәйебеҙ ФӘНҮЗӘ ХӘКИМЙӘН ҡыҙы ИСЛАМОВАны ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, бар йөрәктән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, һөйөнөстәргә бай яҡты көндәр, балаларыңдың изгелектәренә, бәхет-шатлыҡтарына төрөнөп, имен тормошта бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө әтейебеҙ менән оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисерергә яҙһын. Ғаиләбеҙ именлеге өсөн башҡарған эштәрең, сикһеҙ һөйөүең, төплө кәңәштәрең өсөн рәхмәтебеҙҙең иге-сиге юҡ.
Юбилейың гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, инәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Иҫке Мишәр ауылынан ҡустыбыҙ, ағайыбыҙ ФӘРҮӘЗ СӘРҮӘР улы ҒӘЛЛӘМОВты 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Ҡотлау менән Екатеринбург ҡалаһынан, Ҡурғандан, Башҡортостандан Фәсхетдиновтар.
* * *
Урта Аҡа ауылынан хөрмәтле РӘИЛӘ МӨҒИН ҡыҙы ҒӘБИТОВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Юбилейығыҙ уңайынан беҙҙең иң изге теләктәрҙе ҡабул итеп алығыҙ: һаулығығыҙ ныҡ булһын, именлектә-муллыҡта, яҡшы кәйефтә йәшәргә яҙһын, хыялдарығыҙ ғәмәлгә ашһын, уңыштар юлдаш булһын. Тормоштан йәм табып, ҡыуанып ҡына йәшәгеҙ!
Изге теләктәр менән “Наурыз” оркестры етәксеһе һәм коллективы.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ФЛҮРӘ ИЛҺАМ ҡыҙы ӘЗИЗОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, туғаныбыҙ Әнүәр менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һиңә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Әзизовтар, Хәйерзамановтар, Әхтәровтар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле һеңлебеҙ ФЛҮРӘ ИЛҺАМ ҡыҙы ӘЗИЗОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Артабан да ныҡлы рухлы, наҙлы, бәхетле һәм шат булып ҡал. Өйөң шатлыҡ, һөйөү, ҡыуаныстар, яҡшы хәл-ваҡиғалар менән тулы булһын. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, муллыҡ теләйбеҙ.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Изге теләктәр менән ағайың Мәҡсүт, апайың Лида һәм беҙҙең ғаиләләр.
* * *
Хөрмәтле РӨСТӘМ РИЗУАН улы ФӘТТӘХОВты матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә киләсәк тормошоғоҙҙа ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡыуаныстар менән тулы көндәр, балаларығыҙҙың игелектәрен күреп, бәхетле ғүмер кисереүегеҙзе теләйбеҙ.
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән.
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Ҡотлау менән Йонос урта мәктәбе коллективы һәм профкомы.
* * *
Ғүмәр ауылында йәшәүсе ҡыҙым, инәйебеҙ, әнкәйебеҙ ЗИЛАРА ДӘҮЛӘТХАН ҡыҙы НИЯЗОВАның күркәм юбилейы.
Яҡын кешебеҙҙе тыуған көнө менән ҡотлап, бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Етмеш бит ул – етмеш кенә,
Туҡһан түгел, йөҙ ҙә түгел.
Ҡартайһындар әйҙә йылдар,
Ҡартаймаһын бары күңел.
Шатлыҡтар йышыраҡ булһын,
Ҡайғылар урап үтһен.
Йылдар һанын һиҙмәҫ өсөн,
Ейәндәр гөрләп үҫһен!
Ҡотлау менән әсәһе Менәүәрә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.
* * *
Ҡорғат ауылынан ҡәҙерле әниебеҙ РӘЙФӘ ҒАБДУЛЙӘН ҡыҙы ҒИНИӘТУЛЛИНАны юбилейы менән тәбрик итәбеҙ.
Бөгөн барыбыҙ өсөн дә яҡты, илаһи ҙур байрам. Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, әсәйҙән дә рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юҡтыр. Донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша үткәреп, күкрәк һөтө менән иман индереүсе әсәй. Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып: “Йән емешем, балам!” – тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ. Һин булмаһаң, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине. Аллаһтың мең рәхмәте яуһын һиңә. Оҙон ғүмер, тән сихәтлеге, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйсә, һүрелмәйсә, балаларыңа йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ!
Ҡотлау менән ҡыҙың Гөлшат, кейәүең Илшат, ейәнең Әмир.
* * *
Ҡорғат ауылынан ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙ РӘЙФӘ ҒАБДУЛЙӘН ҡыҙы ҒИНИӘТУЛЛИНАны иң изге теләктәр аша юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, уңыштар һәм барлыҡ изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һеҙҙең йылы күңелегеҙ һәм яҡшы кәңәштәрегеҙ – беҙгә ҙур ярҙам һәм терәк. Рифат ҡоҙабыҙ менән матур тормошта, балаларығыҙҙың бәхет-шатлыҡтарына ҡыуанып, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, туғандар, дуҫтар менән бергә һөйөнөп йәшәгеҙ ҙә әле йәшәгеҙ. Бөгөнгө көнөгөҙ иҫтәлекле һәм шатлыҡлы булһын. Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын!
Ҡотлау менән ҡоҙағыйығыҙ Миләүшә һәм ҡоҙағыҙ Илгиз Фазлыевтар.
* * *
Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәй-өләсәйебеҙ ӘНИСӘ ӘКРӘМ ҡыҙы САФИНУРОВАны 75 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, тән сихәте, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ. Алдағы көндәреңдә лә сәләмәт булып, беҙҙең шатлыҡтарға һөйөнөп, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәргә яҙһын. Тыуған йорттоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, атайыбыҙ менән оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Беҙ һеҙ булғанға бәхетле, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәрҙәреңдең изгелеген, игелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағы бер йыл.
Моңайма, йылдар үтә тип,
Йылмай һин – бәхетле бул.
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең.
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән.
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәиф һәм Камаловтар ғаиләһе.
* * *
Хөрмәтле РИТА МӘҒӘСҮМЙӘН ҡыҙы ШӘРИФУЛЛИНАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Ҡотлау менән Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы.