Ҡотлайбыҙ!
21 Апреля , 06:00

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ғүмәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ, әбейебеҙ ЗИЛАРА ДӘҮЛӘТХАН ҡыҙы НИЯЗОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, терәк булып, кәрәк булып оҙаҡ йәшә.
Йәшә һин мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең!
Изге теләктәр менән Шаһиевтар, Закировтар, Шафиҡовтар.
* * *
Иҫке Мишәр ауылынан яратҡан ирем, атай-олатайыбыҙ ФӘРҮӘЗ СӘРҮӘР улы ҒӘЛЛӘМОВ бөгөн күркәм байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ, һине ысын күңелдән ғүмер байрамың менән ҡотлайбыҙ. Һин беҙҙең өсөн терәк, ғорурлыҡ, һәр эштә өлгө булып тораһың. Һинең хеҙмәт яратыуың беҙҙе һоҡландыра. Һәр эште бар күңелеңде һалып башҡараһың, төҙөйһөң, булдыраһың, бөтә көсөң менән беҙҙе хәстәрләйһең. Ҡулдарың эш белә, ә йөрәгең хәстәрлек менән тулы. Һин – ысын ир-егет, аҡыллы, хәстәрлекле атай һәм иң яҡшы, яратҡан олатай. Һин беҙҙе ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға, ғәҙел, көслө булырға һәм бер ваҡытта ла бирешмәҫкә өйрәттең.
Ошо күркәм ғүмер байрамың көнөндә һиңә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс-дәрт, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр көнөң шатлыҡ, йәм, яҡындарыңдың шат йылмайыуҙары менән тулы булһын. Өйөңдә нур уйнаһын, ә күңелеңдә гармония бул-һын. Һин – беҙҙең оло хазина. Беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм һине бик ныҡ яратабыҙ!
Иң ихлас һәм изге теләктәр менән яратҡан ҡатының Рәзифә Фәхретдин ҡыҙы, ҡыҙҙарың Зәлифә һәм Флүзә, кейәүҙәрең Вадим, Булат һәм Радван, ейәнсәрҙәрең Айгүзәл, Әминә һәм Мәҙинә, ейәндәрең Тамерлан һәм Спартак.

* * *

Оло Ыҡтамаҡтан хөрмәтле коллегаларыбыҙ ИҘЕЛМАН ХӘЙҘӘР улы ҠАЗЫЕВты, КЛАРА ҒӘБИТ ҡыҙы ХИСМӘТУЛЛИНАны юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә күңел тыныслығы, һаулыҡ теләйбеҙ. Яҡындарығыҙҙан матур хәбәрҙәр генә килеп торһон, иншә Аллаһ.
Һеҙҙең тормош юлы – матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ.
Тыныс тормош менән гел шат йәшәү,
Оҙон ғүмер – Һеҙгә теләктәр!
Тәбрик сәләмдәр менән ветеран уҡытыусылар: Наилә Лотфуллина, Фәғилә Мөхәмәтғәлина, Әлифә һәм Хәҙисә Ҡәнәфиевалар, Фәрҙиә Әбүбәкерова, Нәфисә Шакирова, Гөлнур Сисәнбаева, Әлфиә Мөнирова, Рәмилә Әхкәмова, Гөлнур һәм Сәғиҙә Мөхәрәмовалар.
* * *
Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле, ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ ВИКТОР СЕМЕНОВИЧ МАКСИМОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, көс-дәрт, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Артабан да киң күңелле, ихлас, ярҙамсыл булып ҡал, ғаиләң менән татыулыҡта, именлектә ғүмер кисер.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Изге теләктәр менән ҡатыны, ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре, кейәүҙәре, бүләһе.
* * *
Оло Аҡа ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйем, туғаныбыҙ ӘЛФИРӘ ӘХМӘҘУЛЛА ҡыҙы КӘЛИМУЛЛИНАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә һөйөүең, хәстәрлегең, йылы ҡулдарың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һин – тормошобоҙҙоң иң саф һәм иң матур өлөшө. Һау-сәләмәт бул, күңелең шатлыҡтан яҡтырып торһон, ҡыуаныстар кисереп йәшә. Һәр көнөңдән тик рәхәтлек һәм ҡыуаныс тап. Беҙ һине бөтә йөрәгебеҙ менән яратабыҙ!
Изге теләктәр менән тормош иптәшең Зәки, ҡыҙың Лариса, кейәүең Владимир, ейәнсәрең Арина һәм туғандарың.
* * *
Һөләймән ауылынан хөрмәтле коллегабыҙ – “Әй” бүлексәһе начальнигы ИЛГИЗ ИЛДАР улы ҒӨЗӘЙЕРОВ 25 апрелдә күркәм юбилейын билдәләй.
Илгиз Илдар улы, Һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ. 55 йәш – ул бай тормош тәжрибәһе, аҡыл, ҡаҙаныштар туплаған һәм киләсәккә яңы пландар ҡуйған ваҡыт. Һеҙ оҙон һәм ҡыҙыҡлы тормош юлын үттегеҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ оло хөрмәткә лайыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ дәрт, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Һәр көн шатлыҡ менән тулып килһен һәм именлектә уҙһын. Янығыҙҙа тоғро дуҫтарығыҙ, яратҡан ғаиләгеҙ, яҡын кешеләрегеҙ булһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Ҡотлау менән “Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығы ведомство һағы идаралығы” дәүләт унитар предприятиеһының Урта Волга филиалы коллективы.
* * *
Урта Аҡа ауылында йәшәүсе һеңлебеҙ, туғаныбыҙ РӘИЛӘ МӨҒИН ҡыҙы ҒӘБИТОВАны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә күңел тыныслығы, сабырлыҡ, сәләмәтлек, бөтмәҫ шатлыҡтар теләйбеҙ. Хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, ейәндәреңдең ҡәҙер-хөрмәтендә тулы ғаилә менән оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
65 йәшең – оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә!
Изге теләктәр менән Вәхитовтар, Мөнировтар, беҙҙең балалар һәм ейәндәр.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: