

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле туғаныбыҙ АНДРЕЙ ДМИТРИЕВИЧ НАЗАРЕНКОны ысын күңелдән 98 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ.
Был дата – төплө аҡыл, бай тормош тәжрибәһе, оло ихтирамға лайыҡ булыу һәм юғары дәрәжә билдәһе. Һинең тормош юлың – төрлө хәл-ваҡиғалар, хеҙмәт, еңеүҙәр һәм шатлыҡтар менән тулы тотош быуат. Һин беҙҙең өсөн ныҡлыҡ, оптимизм, тормошҡа һөйөү өлгөһө.
Һиңә ысын күңелдән ҡоростай һаулыҡ, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы, яҡындарың һөйөүе һәм хөрмәте теләйбеҙ. Һәр көн һиңә яҡшы кәйеф алып килһен, ә яныңда яратҡан һәм хәстәрләгән туғандарың булһын!
Изге теләктәр менән Назаренко һәм Дримбловтар ғаиләләре.
* * *
Ҡотош ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ ФЛҮРӘ МӘҒӘСҮМ ҡыҙы КӘЛИМУЛЛИНА-ны ғүмер байрамы – күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең тормошобоҙға йән өрөүсе, йәм биреүсе, илһамландырыусы иң яратҡан кешебеҙ. Һин беҙгә ныҡлы терәк һәм таяныс, аҡыллы кәңәштәрең, хәстәрлегең һәм һөйөүең беҙгә ҡанаттар ҡуя. Артабан да тормошто яратып, яҡындарың өсөн йән атып, дәртле баҫып атла. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Изге теләктәр менән улдарың Заһир, Динар, ҡыҙың Ирина, ейәндәрең Азамат, Эвелина, Диана, Денис, Илариа, Полина, кейәүең Рөстәм.
* * *
Хөрмәтле ФЛҮРӘ МӘҒӘСҮМ ҡыҙы КӘЛИМУЛЛИНАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә артабан да дәртле, барлыҡ йәмәғәт сараларында ла әүҙем ҡатнашыусы булып ҡалыуығыҙҙы, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер теләйбеҙ, яҡындарығыҙҙың һөйөүендә һәм хәстәрлегендә ҡыуаныс-шатлыҡтар кисереп йәшәгеҙ.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Ҡотлау менән Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте.
* * *
Оло Аҡа ауылынан ҡәҙерле, яратҡан ирем ВЛАДИК ӘҮӘЛ улы ӘБДРӘХИМОВты ысын күңелдән 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайым.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, именлек, муллыҡ, яҡындарыңдың, туғандарыңдың хөрмәтендә һәм ихтирамында йәшәүеңде теләйем. Көс-дәрт ташламаһын, артабан да ғаиләңде ҡыуандырып, һөйөп-һөйөлөп йәшә. Тыуған көнөң менән, ҡәҙерлем.
Тормош юлың һинең балҡып торһон,
Бәхет, шатлык булһын күңелдә.
Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп
Булайык бергә ғүмер-ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Әминә.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ АЙҺЫЛЫУ ӘХТӘМЙӘН ҡыҙы ҒАБДРАХМАНОВАны ысын күңелдән ғүмер байрамы – юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙгә нур һәм йылылыҡ менән тулы аяҙ көндәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡшы кәйеф, именлек теләйбеҙ. Йөрәгең һөйөү менән тулы булһын, бәхет йәнәшә барһын һәм уңыштар юлдаш булһын. Артабан да асыҡ күңелле булып ҡал, тормошто яратып, һәр миҙгеленән йәм табып, яҡындарың менән бергә булып йәшә.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән туғандарың Флида, Рикза һәм балалар: Флүрә, Федор, Диана, Иван, Флүзә, Илдар, Эвелина, Вадим.
* * *
Оло Аҡа ауылынан һөйөклө атай-олатайыбыҙ, ҡайным ВЛАДИК ӘҮӘЛ улы ӘБДРӘХИМОВты ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең изге йөрәгең, хәстәрлегең, аҡыллы кәңәштәрең, ихлас ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙҙе тәрбиәләп үҫтергәндә лә, аҙаҡтан аяғыбыҙҙа ныҡлы баҫып торор өсөн күпме көс һалдың, сабыр булдың, ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшләнең. Һинең тырышлығың менән тормошобоҙ матур, фатихаң менән аҙымдарыбыҙ дөрөҫ һәм ышаныслы. Беҙ һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләйбеҙ. Тормошҡа ҡыуанып, күңелең тыныс булып, киләсәккә яҡты өмөттәр менән, арыу-талыу белмәй йәшә.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Вилиә, Әлиә, кейәүең Марк, ейәндәрең Әмин, Искәндәр, ейәнсәрең Алиса.
* * *
Хөрмәтле ИРИНА РӘМИЛ ҡыҙы РӘХИМОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ғүмер байрамығыҙ менән тәбрикләп, Һеҙгә бөтмәҫ бәхет, именлек, шатлыҡ һәм ҡыуаныстар менән тулы мәлдәр теләйбеҙ. Һәр көнөгөҙ йылылыҡ, ҡояш нурҙары һәм яҡшы кәйеф менән тулып килһен!
Ҡотлау менән Оло Аҡа урта мәктәбе коллективы һәм профкомы.
* * *
Теләш ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәгән ҡәҙерле улым, туғаныбыҙ РАИЛ НАИЛ улы ҠОТЛОӘХМӘТОВты юбилейлы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Алдағы ғүмер юлың сәләмәтлектә, күңел тыныслығында, Лилиә килен, балаларың менән бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, эштәрегеҙ уң булып, көслө, дәртле булып үтегеҙ!
Һеҙҙе яратып инәйең Сәғиҙә, туғандарың Миләүшә, Эльвира ғаиләләре менән.