Аҙанғол ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Дыуан-Мәсетле ауылдында йәшәгән ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ МӘҠСҮТ ҒӘЙНУЛЛА улы ҒАЙСИНды 90 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Бындай юбилей – бик мөһим һәм мәртәбәле ваҡиға. Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һиңә күңел тыныслығы, яҡшы кәйеф, көс-дәрт, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы ғүмер теләйбеҙ.
Һиңә рәхмәт һүҙен, ҡәҙерлебеҙ,
Белдерәбеҙ тыуған көнөңдә.
Үҫтерҙең һин беҙҙе кеше итеп,
Оло рәхмәт барыһы өсөн дә.
Оҙон ғүмер бирһен Хоҙай, тип әйтәбеҙ,
Ҡояш һиңә бирһен яҡтылыҡ.
Барлыҡ балаларың, ейәндәрең
Килтерһендәр бары яҡшылыҡ!
Изге теләктәр менән балаларың, ейәндәрең, бүләләрең.
* * *
Хөрмәтле педагогик хеҙмәт ветераны РӘМИЛӘ ФӘТХЕНИСЛАМ ҡыҙы ӘХКӘМОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы матур киләсәк һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Йонос мәктәбе коллективы.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ирем, яратҡан атай-олатайыбыҙ РӘШИТ МӘЖИТ улы ХУЖИНды ысын күңелдән олпат юбилейы – 80 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йәшәү дәрте, туғандарыңдың һөйөүен һәм хөрмәтен тойоп, ғаиләң менән матур ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Артабан да аҡыллы кәңәштәреңде өләшеп, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең уңыштарына һөйөнөп, күтәренке кәйефтә йәшә.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә!
Изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, ейәндәрең.