Хөрмәтле педагогик хеҙмәт ветераны ИҘЕЛМАН ХӘЙҘӘР улы ҠАЗЫЕВты ысын күңелдән 95 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Иҙелман Хәйҙәр улы, Һеҙ тынғыһыҙ етәксе, шул уҡ ваҡытта талапсан һәм ғәҙел ойоштороусы ла булдығыҙ. Тормош юлығыҙҙы еңел булмаған, әммә изге һәм мөһим эш менән бәйләнегеҙ. Һеҙгә алдағы ғүмер юлында ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле ғүмер, үҙегеҙҙе яҡшы тойоп, тормошоғоҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тороуын теләйбеҙ.
Бөгөн күркәм ғүмер тантанаһы –
Яҙмыш билдә ҡуя үткәнгә.
Тыуған көндәр менән шатлыҡ, бәхет
Ҡабатланып килә көткәнгә.
Һеҙгә булған хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Оло ихтирам менән Йонос урта мәктәбе коллективы.
* * *
Һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ЕВГЕНИЯ ЯКОВЛЕВНА ПАНАЧЕВАны 90 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин – беҙҙең ғорурлыҡ һәм таяныс. Аҡылың һәм изгелегең яҡындарыңдың йөрәктәрен йылыта. Сәләмәтлегең ныҡлы булһын, һәр көнөң яҡшы кәйефтә үтһен, тормош һиңә шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына бүләк итһен. Һиңә йылылыҡ, йәм, туғандарың һәм яҡындарыңдың хәстәрлеге менән тулы бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Һине яратып балаларың, ейәндәрең, бүләләрең.
* * *
Дыуан-Мәсетле ауылынан хөрмәтле ауылдашыбыҙ, хеҙмәттәшебеҙ РАДИС СӘБИҒИЙӘР улы АЛЛАЯРОВты матур ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә аяҙ көндәр, имен тормош, ныҡлы һаулыҡ, көс-дәрт, ғаилә йәме һәм ныҡлығы, дуҫтарса аралашыуҙар, туғандарығыҙҙың иғтибарын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Тормошоғоҙ ҡыуаныслы, яҡшы, сағыу мәлдәрҙән генә торһон.
70 – ул ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы,
Гөрләтеп яҡты тормошта
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Юлдарыңды гөлдәр биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп үтмәһен!
Ҡотлау менән сик буйы һаҡсылары исеменән дуҫтарығыҙ Рафаэль Хәсәнов, Рәфил Бәҙретдинов, Таһир Камалов, Айбулат Абдрахманов.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ВЕНЕРА АХУН ҡыҙы һәм ФӘҺИМ МӨХӘМӘТХАЙ улы ШӘЙХИСЛАМОВТАР ошо көндәрҙә үҙҙәренең зөбәржәт туйын билдәләй.
Юбилярҙар – 55 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе үрнәкле ғаилә. Улар ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙҙәрен уңған, тырыш, белемле, аҡыллы кешеләр итеп күрһәтә белделәр.
Венера апай һәм Фәһим ағай, һеҙҙе ысын күңелдән ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-дәрт, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр саҡ йәш, оптимист булып ҡалығыҙ. Бөтә изгелектәрегеҙ өсөн оло рәхмәт һеҙгә!
Ҡотлау менән туғанығыҙ Динара Хәйбуллина, ғаилә дуҫығыҙ Алсылыу Дилмөхәмәтова.