Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Март , 11:15

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҙур ихтирамға лайыҡ атайыбыҙ, ҡарттайыбыҙ ИҘЕЛМАН ХӘЙҘӘР улы ҠАЗЫЕВ 95 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға, тәрбиәләүгә арнаған атайыбыҙ – ихлас, бик әҙәпле, үҙе ярҙамсыл, күркәм холоҡло кеше. Тормошта төрлө ауырлыҡтар күреүенә ҡарамаҫтан, рух ныҡлығын, күңел таҙалығын, асыҡ зиһенен әле лә һаҡлай. Һөйөклө әсәйебеҙ Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар бәхетле тормош ҡороп, дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Беҙгә ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырыуҙары өсөн атай-әсәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ.
Ҡәҙерле атайыбыҙ, матур юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Ҡәҙер-хөрмәт күреп, балаларың менән бәхетле ҡартлыҡта йәшәргә насип булһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләгән һаулыҡ, бәхет, атай,
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле өләсәйебеҙ ГӨЛСИРӘ САФУАН ҡыҙы ХАМАТУЛЛИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын, яныңда һәр ваҡыт яратҡан яҡын кешеләрең булһын.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта.
Тормош юлың һинең балҡып торһон,
Бәхет, шатлыҡ булһын күңелдә!
Ҡотлау менән ейәнсәрең Вилена, кейәүең Денис, бүләсәрең Дарина.
* * *
Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе уҡытыусы-ветеран ДАНИС АБДУЛХАҠ улы ҒӘЛИМОВты 70 йәше тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Данис Абдулхаҡ улына киләсәктә ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең күңел йылыһын тойоп, изгелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Киләсәгегеҙ йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуар таңдарығыҙ һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшәгеҙ!
Дыуан-Мәсетле ауыл хакимиәте.
* * *
Хөрмәтле ТАТЬЯНА ЛЕОНИДОВНА ХРАМЦОВА-ны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Тыуған көнөгөҙ һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарығыҙ ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялдарҙың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Күңелегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Тик шуныһы ситләп үтмәһен!
Ҡотлау менән Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: