Дыуан-Мәсетле ауылында ғүмер кисергән беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ ДАНИС АБДУЛХАҠ улы ҒӘЛИМОВтың ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы.
Оло йөрәкле, эшһөйәр, һәр ваҡыт хәрәкәттә, һәр эште еренә еткереп башҡарған уңған ғаилә башлығы, балаларына ҡәҙерле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай. Тәбиғәттең яҙ миҙгелендә тыуғанғамы, яҙ ҡояшындай һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙҙе тормош һуҡмаҡтарында ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә. Ҡәҙерле яҡын кешебеҙ, артабан да йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең, туғандарың менән йәнәш атларға яҙһын.
70 йәш ул – ҡартлыҡтың уртаһы,
Ғүмер үтте тип уйлама.
Әсәй иҫән, балаларың янда,
Бәхетле һин, атай, донъяла.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Дыуан-Мәсетле ауылынан оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы-ветеран ДАНИС АБДУЛХАҠ улы ҒӘЛИМОВты 70 йәше тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Данис Абдулхаҡ улы, Һеҙгә киләсәктә ҡоростай сәләмәтлек, именлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, тыныс көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең күңел йылыһын тойоп, изгелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Киләсәгегеҙ йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуар таңдарығыҙ һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшәгеҙ!
Ҡотлау менән “Байрам” ҡумыҙсылар ансамбле.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ, туғаныбыҙ РАИЛ ФАЗЛЫЙ улы ҠОТЛОЕВты ысын күңелдән 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, яратҡан балалары, ейәндәре менән бергә именлектә ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Килер көндәрең аяҙ, уңышлы, тыныс булһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Изге теләктәр менән ҡатының Гөлшат, ҡыҙҙарың Гөлгөнә, Регина, Рузанна, кейәүҙәрең Алик, Вадим, ейәндәрең Артем, Данил, ейәнсәрең София һәм туғандарың.
* * *
Теләш ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған ағайыбыҙ, атайыбыҙ, ҡарттайыбыҙ РӘЛИФ СӘМИҒУЛЛА улы КӘБИРОВты ысын күңелдән юбилейы – 70 йәше тулыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, гүзәллеген күреп, яҡындарың менән бергә ғүмер кисереүең һине ифрат бәхетле итә. Береһенән-береһе ынйы бөртөгөндәй ҡыҙҙар үҫтереп, хәҙер уларҙың уртаһында балҡып ултыраһың. Артабан да сәләмәт булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүеңде, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың игелеген күреп, бергә-бергә мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән һеңлеләрең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, туғандарың, яҡындарың.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан бар ғүмерен балаларға белем биреүгә һәм уларҙы тәрбиәләүгә бағышлаған хөрмәтле коллегабыҙ, педагогик хеҙмәт ветераны ГӨЛСИРӘ САФУАН ҡыҙы ХАМАТУЛЛИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле юбилярға ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, янында һәр ваҡыт яратҡан һәм хөрмәт иткән яҡындарының, туғандарының, дуҫтарының булыуын, ә балаларының тик яҡшы хәбәрҙәре менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ. Йортоғоҙ именлек, йәм, муллыҡ менән тулһын, тормош иптәшегеҙ Тәлғәт Тәүхит улы менән оҙаҡ йылдар йылы хистәрегеҙҙе һүндермәй ғүмер кисерегеҙ. Күңелегеҙҙә һәр ваҡыт байрам һәм тыныслыҡ тантана итһен.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын!
Изге теләктәр менән Һеҙҙең коллегалар – ветеран уҡытыусылар.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле, һөйөклө әхирәтебеҙ ГӨЛСИРӘ САФУАН ҡыҙы ХАМАТУЛЛИНАны ысын күңелдән күркәм юбилейы – 70 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ.
Һөйкөмлө әхирәтебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух көсө, именлек менән килгән аяҙ көндәр теләйбеҙ. Яҡындарың һәм туғандарың һөйөүе күңелеңде йылытһын, яҡшы хәбәрҙәре, уңыштары ҡыуандырһын. Артабан да шат күңелле, алсаҡ, ҡунаҡсыл, яҡшы хужабикә, изге күңелле һәм яратҡан ҡатын, хәстәрлекле һәм наҙлы әсә, яратҡан өләсәй булып ҡал.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Һине яратып һәм хөрмәт итеп “Сәләмәт йәшәү рәүеше” төркөмөнән әхирәттәрең.
* * *
Яҙ айының матур ҡояшлы көнөндә донъяға килгән ГӨЛСӨМ САБИР ҡыҙы ҒӘЙФУЛЛИНА 15 мартта 65 йәшлек юбилейын ҡаршылай.
Һөйөклө ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ – атайыбыҙ, туғандары өсөн таяныс, терәк булған, уҡытыусы һөнәрен һайлап, тынғыһыҙ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән егәрле, изгелекле, ярҙамсыл ҡатын ул. Уның яҡты, матур сифаттары барыбыҙ өсөн дә үрнәк, ғорурлыҡ булып тора. Өйө – гөлдәр, ҡураһы – малдар, күңеле – моң, матурлыҡ, яҡтылыҡ менән тулы. Артабан да уның сәләмәт, шәп, һоҡланғыс булып, атайыбыҙ, балалары, ейәнсәре, ейәндәре, туғандары менән матур тормоштарын дауам итеп йәшәүен теләп ҡалабыҙ.
Яҙҙың наҙы, яҙҙың йылылығы
Күскән, әсәй, һинең йәнеңә.
Ҡотон һаҡла тыуған йортобоҙҙоң,
Күңелдәрҙә тыуһын йәм генә!
Ҡотлау менән тормош иптәше, улдарың Денис, Вадим, килендәрең Зөлфиә, Гөлфиә, ейәнсәрең Аэлита, ейәндәрең Данияр, Эмиль, Эрнест.
* * *
Әбдрәхим ауылында йәшәүсе туғаныбыҙ ГӨЛСӨМ САБИР ҡыҙы ҒӘЙФУЛЛИНАны 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Гөрләп үтте беҙҙең бала саҡтар:
Булдыҡ татыу, булдыҡ уңғандар.
Айырһа ла яҙмыш барыбыҙҙы,
Беҙ бит, Гөлсөм, яҡын туғандар.
Тыуған ерҙең бер өлөшө һеҙҙә,
Ҡайтыр өсөн күңел ашҡына.
Иң ҙур бәхет һинең йорт алдыңда,
Һин йылмайып сыҡһаң ҡаршыға.
Һин – яратҡан апай, һин – һеңлекәш,
Бәхет-шатлыҡ булһын юлдашың.
Сәләмәт бул, йәп-йәш саҡтағылай
Осҡон сәсеп торһон ҡарашың!
Өфөнән, Санкт-Петербургтан Хәниф, Гөлсинә, һеңлең Гөлшат һәм уларҙың ғаиләләре.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан хөрмәтле ФӘРИҘӘ ВӘҠИФ ҡыҙы БАЙРАМҒӘЛИНАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең иң ихлас теләктәрҙе ҡабул итеп алығыҙ. Ысын күңелдән Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ бәхет һәм ҡыуаныслы мәлдәр теләйбеҙ. Һеҙ ихлас, мөләйем йылмайыуығыҙ менән коллективҡа нур өҫтәйһегеҙ, йәм бирәһегеҙ. Тормошоғоҙ сағыу, дәртле, көс-ҡеүәт менән тулы булһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Ҡотлау менән Яңы Мөслим урта мәктәбе коллективы.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ ФӘРИҘӘ ВӘҠИФ ҡыҙы БАЙРАМҒӘЛИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ошо матур ғүмер байрамыңда үҙеңде иң бәхетле кеше итеп тойоуыңды, яҡындарың һәм туғандарың һөйөүен тойоп, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, ҡотлауҙарға, шылтыратыуҙарға, хәбәрҙәргә ҡыуанып йәшәүеңде теләйбеҙ. Сәләмәтлегең – ныҡлы, тормошоң – етеш, кәйефең – яҡшы, уңыштар даими булһын, барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын, изгелектәр артып торһон. Һәр көнөң йылмайыу, яҡшы мәлдәр, именлек менән тулып килһен!
Ҡотлау менән ҡоҙаларың Ғәлимовтар.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле, һөйөклө ҡыҙыбыҙ, туғаныбыҙ СВЕТЛАНА СӘЛИМЙӘН ҡыҙы НУРЕТДИНОВАны ысын күңелдән матур юбилейы – 45 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ.
Был юбилей һинең тормошоңда иң бәхетле киләсәгеңдең башы булһын. Һинең донъяң яҡты һәм йәмле, күңелең дәрт һәм шатлыҡ менән тулһын, ә яныңда изге күңелле, ышаныслы кешеләр булһын. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ирең өсөн яратҡан һәм наҙлы ҡатын, өс балаңа һөйөклө әсәй, атай-әсәйең һәм туғандарың өсөн ышаныслы терәк-таяныс булып ҡал. Һәр көнөң бәхет-шатлыҡ менән тулып килһен.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы!
Ҡотлау менән атайың Сәлимйән, әсәйең Юлиә, һеңлең Лилиә, туғандарың Камилла, Реваз.
* * *
Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе һеңлебеҙ, туғаныбыҙ СВЕТЛАНА СӘЛИМЙӘН ҡыҙы НУРЕТДИНОВАны ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамы – 45 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, балалар шатлығы, туғандарыңдың ихтирамын тойоп, Азамат кейәү менән бергә оҙон-оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүеңде теләп ҡалабыҙ.
Юбилейың менән ҡотлап һине
Гел йылмайып йәшә, тип әйтәбеҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар,
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Шаулап-гөрләп һүнмәҫ дәрт менән
Шат йыр булып йәшә һин ерҙә.
Туғандарҙан һиңә тағы бер теләк:
Мәңге йәш бул, ҡартайма бер ҙә!
Изге теләктәр менән Мөслимовтар, Рәхмәтуллиндар, Насыровтар, Сафиндар, Йыһаншиндар ғаиләләре.
* * *
Хөрмәтле РИМ РӘМИЛ улы КУШАНОВты юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең Һеҙгә әйтер теләктәр.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарығыҙ.
Ә ғүмерегеҙҙең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдегеҙ,
Бирешмәнегеҙ ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығығыҙ, эшкә ихласлығығыҙ
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.
* * *
Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ирем, әтейебеҙ, ҡартатайыбыҙ РӘЖӘП РАФАЭЛЬ улы МУЛЛАБАЕВты ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Йөрәктән сыҡҡан иң йылы хистәребеҙҙе, оло ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ. Уңғанлығы менән беҙҙе hоҡландырған оло йөрәкле, изге күңелле кешебеҙҙе ҡайнар ҡотлап, уға таҙалыҡта-һаулыҡта оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларының изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып йәшәүен, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, инәйебеҙ менән йортобоҙҙоң йәмен, ҡотон һаҡлап, йылы усағыбыҙҙы һүндермәй, яҡты ҡояш кеүек йылытып, артабан да иңгә-иң терәп тигеҙ ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Әминә, ҡыҙҙарың Светлана, Эльза, кейәүҙәрең Ринат, Азамат, ейәндәрең Эмиль, Эльвир, ейәнсәрҙәрең Аделия, Риана.