Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ РӘФИЛӘ РАФАИЛ ҡыҙы ЗАРИПОВАны ысын күңелдән күркәм, олпат юбилейы – 65 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле әсәй, һиңә һау-сәләмәт, шат күңелле булыуыңды, яҡындарыңдың хәстәрлеге күңелеңде йылытып һәм яныңда һәр ваҡыт тоғро дуҫтарың булып, ейәндәрең менән аралашыуҙан тик ыңғай тәьҫораттар алып йәшәүеңде теләйбеҙ. Һиңә яҡшы кәйеф, аяҙ көндәр, бәхетле оҙон ғүмер, именлек насип итһен. Тормошто яратып йәшә, шатлыҡлы осрашыуҙар, матур ваҡиғалар булып торһон. Күркәм юбилейың менән!
Яңы Уренгой ҡалаһынан һине яратҡан ҡыҙың, улың, кейәүең, киленең, ейәнең, ейәнсәрҙәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ, дәүәниебеҙ РӘФИЛӘ РАФАИЛ ҡыҙы ЗАРИПОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ бәхет теләйбеҙ. Артабан да изге күңелле, алсаҡ, тормошто яратыусан булып ҡал.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, һеңлең, кейәүең, туғандарың.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡатыным РӘФИЛӘ РАФАИЛ ҡыҙы ЗАРИПОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайым.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, яратҡан балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ янында оҙон, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйем. Һин минең өсөн иң изге, иң ҡәҙерле кеше. Артабан да тормош юлынан бергә шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп атлайыҡ.
Йәшә һин мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп!
Ихлас теләктәр менән ирең Фәих.
* * *
Хөрмәтле РӘФИЛӘ РАФАИЛ ҡыҙы ЗАРИПОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡотлап Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.
* * *
12 мартта беҙҙең ҡәҙерле киленебеҙ, килендәшебеҙ, дәүәниебеҙ РӘФИЛӘ РАФАИЛ ҡыҙы ЗАРИПОВА матур юбилейын – 65 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.
Уны ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һин көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, уңған һәм киң күңелле килен һәм килендәш, балаларың өсөн йән атып тор-ған әсәй, тормош иптәшең өсөн ҡайғыртыусан, яратҡан ҡатын, ғәзиз әсәйең өсөн изгелекле, мәрхәмәтле, яратҡан ҡыҙ, һеңлең өсөн йән атып торған апай, беҙҙең балалар өсөн яратҡан дәүәни. Һинең уңған хужабикә, киң күңелле, һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыусы туған булыуыңа һоҡланып ҡына торабыҙ. Алдағы тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын. Ауырымай, оҙон ғүмер юлын үтеп, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Ныҡлы таҙалыҡ, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләп, Зариповтар ғаиләләре: ҡәйнәң Мәрйәм, ҡайның Фәғил, ҡәйнештәрең Фәнзил, Илдар, килендәштәрең Рузида, Светлана һәм балалар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле һәм яратҡан апайыбыҙ РӘФИЛӘ РАФАИЛ ҡыҙы ЗАРИПОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы матур киләсәк, оҙон ғүмер, балаларыңдың ихтирамын тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йылдар үтә, тимә, Ҡартаям, тип, көймә,
Белеп йәшәйек тормош ҡәҙерен.
Туғанлыҡтың көсөн һаҡлағаның өсөн
Рәхмәт, апай, һиңә ҡәҙерлем!
Изге теләктәр менән Ришат, Гөлшат.
* * *
Оло Аҡа ауылында йәшәүсе БУЛАТ ЛӘБИБ улы ЗАКИРОВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һине ихлас йөрәктән байрамың менән тәбрикләйбеҙ. Киләсәктә һиңә бары тик шатлыҡ менән тулы тыныс, бәрәкәтле тормош, һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, балалар бәхете, ейәндәр һөйөнөсө, әниебеҙ менән бәхетле, тигеҙ ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Әтиебеҙ, һин беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Әниебеҙ менән беҙҙе ҡәҙерләп үҫтереп, үҙ юлыбыҙға аяҡ баҫырға булыштығыҙ, атайҙарға хас йөрәк йылыһы менән ҡайғыртҡаның, ғәҙеллеккә өйрәткәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә.
Йәшәйек әле, әти, бирешмәйсә,
Баш эймәйсә ҡырыҫ елдәргә.
Йәшә ерҙә яҡты гөлдәр булып,
Терәк булып беҙҙең иңдәргә.
Тормошта һин ныҡлы терәкһең,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың,
Күп эшләнең ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әти, һис бер ваҡыт,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Ираида, улың Денис, ҡыҙың Альбина, киленең Айгөл, кейәүең Вадим, ейәндәрең Ранис, Арина, Аделина, Эмилия, Искәндәр.
* * *
Хөрмәтле ЗӨЛХИЗӘ РИЗУАН ҡыҙы БАЯЗИТОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.