Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Март , 09:00

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – наҙ, яҙ, мөхәббәт һәм изгелек байрамы уңайынан иң йылы, ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙ донъяға һулыш биреп, ғүмер бүләк итәһегеҙ, ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ, шатлыҡ һәм гармония, тыныслыҡ, именлек булдыраһығыҙ. Ихлас хәстәрлек күрһәтеп, яҡындарығыҙҙың тормошон бәхетле итәһегеҙ. Һеҙ – ир-егеттәрҙең илһамландырыусыһы, тоғро тормош терәге һәм ышаныслы ярҙамсыһы.
Был көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләренә һәм ҡатындарына айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйбеҙ. Ватаныбыҙҙың яҙмышы хәл ителгән мәлдә, һеҙҙең улдарығыҙ һәм ирҙәрегеҙ алғы сафта хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Улар һеҙҙең өсөн, туғандары һәм яҡындары өсөн генә түгел, бар район халҡы өсөн дә герой булып тора!
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, ошо яҙғы матур көн һеҙгә яҡшы кәйеф бүләк итһен! Тормошоғоҙ һәр ваҡыт ошо яҙ кеүек ҡояшлы, яҡты һәм йомарт булһын! Бар эшегеҙҙә лә уңыштар, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Автор: