Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ЗИЛЬДА ШАКИР ҡыҙы ӘМИРОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин – беҙгә терәк һәм ғаилә усағын һаҡлаусы иң ҡәҙерле кешебеҙ, изгелегең, беҙгә ҡарата хәстәрлегең сикһеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, һәр көнөң шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып килеүен теләйбеҙ. Һөйөүең өсөн рәхмәтлебеҙ. Күңелең тыныс булып, тыуған йортобоҙҙо йәмләп, яҡындарың, туғандарың хәстәрлегендә һәм ихтирамында йәшә.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Изге теләктәр менән балаларың, ейәндәрең, бүләләрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ЗИЛЬДА ШАКИР ҡыҙы ӘМИРОВАны ысын күңелдән оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙ – көслө рухлы, аҡыллы, позитив, сағыу һәм бик һәләтле ҡатын. Оҙаҡ йылдар “Зөбәржәт” халыҡ фольклор ансамблендә йырланығыҙ, тауышығыҙ, сығышығыҙ менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙөгөҙ. Артабан да алсаҡ, ихлас булып ҡалығыҙ, тормошоғоҙ яҡшы һәм күңелле ваҡиғаларҙан ғына торһон. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Юбилейығыҙ менән!
“Зөбәржәт” халыҡ фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар исеменән төркөм етәксеһе Зөлфирә Сәлимова.
* * *
“Зөбәржәт” халыҡ фольклор ансамблендә ҡатнашыусы ЗИЛЬДА ШАКИР ҡыҙы ӘМИРОВАны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Зильда Шакир ҡыҙы, Һеҙҙең халыҡ традицияларын, төйәгебеҙҙең үҙенсәлекле татар мәҙәниәтен һәм “Зөбәржәт” ансамбленең ижади мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Талантығыҙ, халыҡ сәнғәтенә тоғролоғоғоҙ ярҙамында бихисап быуын тамашасыларыбыҙ милли мәҙәниәт сығанаҡтарына ҡағыла алды. Традицияларға тоғролоҡ, коллегаларығыҙ һәм тамашасыларығыҙ менән уртаҡлашҡан тәжрибәгеҙ һәм күңел йомартлығы өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ.
Ошо әһәмиәтле көндә иң ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итеп алығыҙ: ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм оҙаҡ йылдарға етәрлек рух күтәренкелеге теләйбеҙ. Һәр көн туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын бүләк итһен, шатлыҡ, изге хәбәрҙәр һәм илһам килтерһен!
Район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.
* * *
Айып ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ГӨЛСИМӘ ҒӘЙНЕТДИН ҡыҙы МӨХӘМӘТЙӘНОВАны күркәм 75 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө инәйебеҙ, наҙлы әнкәйебеҙ, яратҡан еңгәбеҙ, хәстәрлекле ҡәйнәбеҙ! Һинең ғүмер юлың – сабырлыҡ, көс-ҡеүәт, намыҫ һәм изгелек өлгөһө. Һин беҙҙе тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй йәшәргә өйрәттең. Йылы һүҙең, аҡыллы кәңәшең, нурлы ҡарашың менән һәр саҡ күңелдәребеҙҙе йылытып, йәшәүгә дәрт өҫтәп тораһың. Һин булғанға тормошобоҙ бөтөн, яҡты һәм матур. Һинең терәгеңде тойоп, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Һин – ҙур ғаиләнең йөрәге, йән йылыһы сығанағы, барыбыҙҙы берләштергән изге усаҡ. Ошо күркәм юбилей көнөңдә һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле, мул тормош, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына ҡыуанып, уларҙың ихтирамын, һөйөүен тойоп, донъя рәхәтлектәрен кисереп, күңел нурың менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә. Беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Ихлас ҡотлауҙар менән тормош иптәшең
Рифат, ҡыҙҙарың Гөлшат, Марина, улың Ралит, кейәүҙәрең Фәрит, Сергей, киленең Азалия, ейән-ейәнсәрҙәрең Роберт, Лилиә, Гүзәл, Руслан, Альберт, Алина, Розалинда, Азамат, Искәндәр, Аделина, Игорь, Алмаз, бүләсәрҙәрең Арина, Ева, туғандарың Флүзә, Азат, Рита, Алан, Кәрим, Рикза, Флида, Гөлназ, Тимур, Гөлнар, Элина, Рөстәм, Артём.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ НАИЛ АБДУЛХАҠ улы ФӘРХЕТДИНОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Беҙ Һеҙҙең сикһеҙ талантығыҙҙы, сабырлығығыҙҙы, тәрән аҡылығыҙҙы һәм һәр балаға бүләк иткән эскерһеҙ хәстәрлегегеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Был юбилей тормошоғоҙҙа яңы, сағыу һәм бәхетле этаптың башы булһын. Ныҡлы һаулыҡ, илһам, яңы ижади уңыштар теләйбеҙ һәм, әлбиттә, уҡыусыларығыҙ һәр саҡ һеҙҙе үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын. Һәр көнөгөҙ яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм йылмайыу менән тулы булһын!
Ихтирам менән Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы.
* * *
Хөрмәтле РӘФИС ҒӘБДЕЛФӘРИТ улы ВӘХИТОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.
* * *
Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, ғәзиз әтейебеҙ, олатайыбыҙ ВӘҒИЗ ЗӘКИ улы ЙОСОПОВты 75 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Әтей, һиңә ныҡлы һаулыҡ, алдағы тормошондоң һәр бер көнө таҙалыҡта, рәхәттә, тыныслыҡта, ҡыуаныста үтеүен теләйбеҙ. Һин – беҙҙең өсөн үрнәк, таяныс һәм тыуған йорттоң яҡтыһы. Беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Инәйебеҙ менән бергәләп тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар йортобоҙҙоң усағын һүндермәй, татыулыҡта матур ғүмер итегеҙ. Беҙ һине бик яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Үҫкәнбеҙ ҙә таралғанбыҙ инде, беҙ, балалар, осар ҡош һымаҡ,
Тыуған нигеҙҙәрҙе һыуытмайса, ғүмер кисер, атай, һин оҙаҡ.
Әйҙә ғүмер үтһен, сәс ағарһын, ә йөрәккә ҡырау төшмәһен,
Килер көнгә бары сәләмәтлек, ҡыуаныстар ғына өҫтәлһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сәлимә, улың Илдус, ҡыҙҙарың Гөлдәриә, Гөлнәзирә, кейәүҙәрең Ленар, Әнис, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Хөрмәтле ДАНИЛ МӘҒӘСҮМ улы БАСЫРОВты ысын күңелдән юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле ирем, атайыбыҙ РИНАТ РИАН улы ОМОРҘАҠОВты ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең ышаныслы терәк һәм таяныс, туғандар өсөн матур өлгө булып тораһың, һәм был улдарың өсөн бик мөһим. Бөгөн, күркәм ғүмер байрамың көнөңдә, һинең барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Ҡорған донъяңда имен-һау йәшә, ә иң мөһиме – сәләмәт бул. Артабан да көслө, дәртле булып ҡал. Беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ, барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ. Бәхетле бул, шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп, именлектә һәм тыныслыҡта беҙҙе ҡыуандырып йәшә.
60 йәшкә еткән ир-егеттәр
Ил ағаһы тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө була,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
60 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Күңелеңдә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен!
Изге теләктәр менән ҡатының Гөлсәриә, улдарың Динар, Нияз, МХО-ла ҡатнашыусы улың Руслан һәм барлыҡ туғандарың.