Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ РӘМИЛӘ РӘҮИЛ ҡыҙы менән атайыбыҙ, олатайыбыҙ ИЛЬЯС МИРЗАЙ улы ҒӘЛИНДАРҙы 70 йәшлек юбилейҙары һәм алтын туйҙары менән тәбрик итәбеҙ.
Иң изге, яҡты, матур теләктәрҙе генә теләйбеҙ: көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле, сәләмәт булығыҙ. Уй-теләктәрегеҙ киң, тыуыр таңдарығыҙ тыныс, һаулығығыҙ ныҡлы, ғүмерегеҙ бәхетле бул-һын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүегеҙҙе, ғаилә шатлығы теләйбеҙ. Тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, бәхеттә, шатлыҡта, иҫәнлек-һаулыҡта оҙон һәм тиң ғүмер кисерегеҙ. Киләсәктә лә бер-берегеҙгә терәк-таяныс, тыуған нигеҙебеҙҙең йәме булып, атай йортоноң утын һүндермәй, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер итергә яҙһын.
70 йәш – әле матур ғүмер,
Борсолмағыҙ килгән ҡартлыҡҡа.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Алдағы ғүмер үтһен шатлыҡта.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Иң изге теләктәр менән улдары Илназ, Илнур, килене Әлфиә, ҡыҙҙары Ләйлә, Ләйсән, кейәүе Марс, ейән-ейәнсәрҙәре.
* * *
Ап-аҡ ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндәренең береһендә Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе бәхетле пар, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған туғандарыбыҙ РӘМИЛӘ РӘҮИЛ ҡыҙы һәм ИЛЬЯС МИРЗАЙ улы ҒӘЛИНДАР үҙҙәренең күркәм ғүмер байрамдарын – 70 йәшлек матур юбилейҙарын билдәләйҙәр. Ғаилә ҡороуҙарына ла быйыл – 50 йыл!
Ҡәҙерлеләребеҙ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмерегеҙгә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың, балаларығыҙҙың игелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл, ярҙамсыл булып, ҡулға-ҡул тотоношоп оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә. Киләсәк тормошоғоҙҙа ла шулай һаман да татыу, өлгөлө матур пар булып, бер-берегеҙҙең күңел йылыһын тойоп, ныҡлы сәләмәтлектә, ҡәҙер-хөрмәттә, йәшәүгә булған көсөгөҙ, дәрт-дарманығыҙ һүнмәй-һүрелмәй ғүмер итергә насип булһын. Хоҙай һеҙҙе күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын.
Ҡотло булһын һеҙҙең тыуған көндәр,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һеҙ йәшәгән йорттоң ишеген.
Юбилейҙар ҡабатланып торһон
Һый-хөрмәттәр менән табында.
Ғүмер үрҙәренә менгән һайын
Бәхетегеҙ артһын тағын да!
Иң изге теләктәр менән Йыланыш ауылынан Лена һәм Фәрит Фазыловтар, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.
* * *
Ләмәҙтамаҡ ауылынан яратҡан, һөйөклө атай-олатайыбыҙ ӘЛФИТ ФАЗЛЫЙ улы ЛОҠМАНОВты 65 йәшлек олпат юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һин – аҡыл, сыҙамлылыҡ, хәстәрлек өлгөһө, беҙҙең өсөн ышаныслы терәк һәм таяныс. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, һәр көнөңдөң шатлыҡ, бәхет, яҡындарыңдың һөйөүе, яҡшы ваҡиғалар менән тулы булыуын теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, ҡыуаныстар, именлек менән тулы оҙон ғүмер насип итһен һиңә, беҙҙе ҡыуандырып йәшә. Тормошто яратып, һөйөнөп ғүмер кисер, ә беҙ һәр саҡ һинең яныңда булырға, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙербеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
65 йәшкә еткән ир-егеттәр
Ил ағаһы тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө була,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
65 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшнәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Матур булһын тормош юлдарың!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Гөлбикә, кейәүең Нәсим, ейәнең Наил, ейәнсәрең Айгөл, кейәүең Рушан.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ НИНА ФЕДОРОВНА ПЕРЕВЫШИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә бөтмәҫ көс-дәрт, барлыҡ уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булыуыңды, һәр көнөң шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып килеүен теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Николай, балаларың Сергей, Любовь, киленең Эльзида, ейәнсәрең Ксения, ейәндәрең Максим, Кирилл, Роман.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ ВАЛЕНТИН ЛЕОНИДОВИЧ ЛЕШКОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Күркәм ғүмер байрамың көнөндә һиңә ныҡлы һаулыҡ, бар теләктәрең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ, ә яҡындарыңдың һөйөүе күңелеңде һәм йөрәгеңде йылытһын.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, улың, киленең, ейәндәрең.