Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле апайым САФУРА НОСРАТ ҡыҙы ҒӘНИЕВАны ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, балаларың һәм ейәндәрең хәстәрлегендә һәм иғтибарында бәхетле оҙон ғүмер кисереп, уларҙың уңыштарын күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа йәшәүеңде теләйбеҙ. Артабан да беҙгә ышаныслы терәк-таяныс булып ҡал. Һинең изге йөрәгең, хәстәрлегең, һөйөүең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Юбилейың менән!
Изге теләктәр менән һеңлең Сания, кейәүең Хәлил.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ, хөрмәтле еңгәбеҙ САФУРА НОСРАТ ҡыҙы ҒӘНИЕВАны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Сабырлығы менән беҙҙе һоҡландырған оло йөрәкле изге кешебеҙҙе тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлап, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ, тик ҡыуаныстар менән тулы оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып йәшәүен теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдоң алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Әйҙә ғүмер үтһен, сәс ағарһын,
Ә йөрәккә ҡырау төшмәһен.
Килер көнгә бары сәләмәтлек,
Ҡыуаныстар ғына өҫтәлһен!
Һине ихлас яратҡан һәм хөрмәт иткән тормош иптәшең Миҙхәт, улдарың, килендәрең, ейәндәрең, ҡәйнештәрең, килендәштәрең, ҡәйенһеңлең, кейәүең һәм уларҙың балалары.
* * *
Әләгәҙ ауылынан һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ, туғаныбыҙ РАЗИЯ ҒӘФҮР ҡыҙы ЯНЫБАЕВАны ысын күңелдән 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн терәк һәм таяныс булып тораһың, ғаилә усағын һаҡлаусы иң яратҡан кешебеҙ. Һинең изгелегең сикһеҙ, һәр ваҡыт беҙҙе хәстәрләргә һәм яратырға ваҡыт һәм көс таптың. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, яҡшыға өмөт һәм оптимизм, шатлыҡ-ҡыуаныс-тар теләйбеҙ. Һәр көнөң матур хәтирәләр менән иҫтә ҡалһын. Һиңә һөйөүең, хәстәрлегең, изгелегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Күңелең – тыныс, өйөң йәмле бул-һын, яҡындарың хәстәрлегендә оҙон ғүмер кисер.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейәндәрең, туғандарың.
* * *
Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ, ҡустыбыҙ, ағайыбыҙ ДИНАР ЖӘЛИЛ улы ХӘКИМОВты 30 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле, парлы ғүмер, эшеңдә, тормошоңда уңыштар теләйбеҙ.
Һау-сәләмәт булып, шатлыҡ менән генә
Үтһен һинең килер көндәрең.
Ҡояш һиңә балҡып көлһөн күктә,
Аяҙ булһын айлы төндәрең!
Иң изге теләктәр менән атай-әсәйең, апайың Эльвина, еҙнәң Айнур, иркәләрең Йәмил, Инсаф, Самира, Элиза, Әмир.
* * *
Тәкә ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ ӘНҮӘР РӘХИМЙӘН улы ӘХКӘМОВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Һин – ҡәҙерле кешебеҙ, таянысыбыҙ ҙа, аҡыллы кәңәштәрең, төплө һүҙҙәрең менән йыуатыусыбыҙ ҙа. Һиңә таҙалыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн шулай ихлас, ихтирамлы, тормошобоҙҙоң йәме булып ҡал. Ҡәҙерләп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән балаларыңдың, яҡындарыңдың, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә, тормошто яратып, ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләп ҡалабыҙ!
Һине яратҡан тормош иптәшең Гөлфая, улың Вадим, ҡыҙың Светлана, ейән-ейәнсәрҙәрең
Нелли, Алина, Настя, Тея, Тамир һәм киленең Ирина, кейәүең Тимур.
* * *
Ҡәҙерле абзыйыбыҙ ӘНҮӘР РӘХИМЙӘН улы ӘХКӘМОВты 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – алдағы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, ейәндәреңдең, туғандарыңдың мәрхәмәтлелеген, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, Гөлфая еңгәбеҙ менән хәйерле, тыныс ҡартлыҡта ғүмер итеүеңде теләп ҡалабыҙ.
Күпме генә бәхет теләһәк тә, бик аҙ булыр кеүек тойола.
Ниндәй генә изгелектәр эшләмәнең кешеләргә ғүмер буйына.
Шуға һине барыһы ла ярата, дуҫ-иштәрең йөрөй кергеләп.
Сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡ менән йәшәйек әле, абзый, бергәләп!
Барлыҡ туғандарың исеменән һеңлең Линария, кейәүең Валерий, улың Марсель.