Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Февраль , 16:30

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле САЙМА ҠАЗИХАН ҡыҙы ӘСМӘНДИӘРОВА! Күркәм байрамығыҙ – тыуған көнөгөҙ, юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙҙе таҙалыҡ-һаулыҡ, яҡты киләсәк, бәхетле матур көндәр көтһөн. Янығыҙҙа һәр ваҡыт үҙегеҙҙе хөрмәт итеүсе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, тоғро дуҫтарығыҙ булып, балаларығыҙҙан тик һөйөнөслө хәбәрҙәр генә килеп тороуын теләйбеҙ. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуығыҙ йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла китмәһен, тормошоғоҙ тик сағыу, матур буяуҙарҙан торһон, барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Һәр көн һайын ҡыуанып йәшәргә сәбәптәр табылып торһон, ә өйөгөҙҙә бәхет йәшәһен. Артабан да хөрмәтле Зөфәр Вәкил улы менән бер-берегеҙҙе аңлап, яратып, гөрләшеп донъя көтөргә яҙһын.
Тыуған көнөгөҙ һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарығыҙ ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялдарҙың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарына аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарығыҙ балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәренең
Йәшәгеҙ булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән Теләш мәктәбенең һеҙҙе хөрмәт итеүсе ветеран уҡытыусылары.

* * *

Теләш ауылынан беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ ИЛГИЗӘ КАМАЛЕТДИН ҡыҙы ВӘЛИЕВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин беҙҙең тормошобоҙҙо күк йөҙөндәге ҡояш кеүек яҡтыртып һәм йылытып тораһың. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Тыуған йортобоҙға йәм биреп, әтейебеҙ менән бергә тигеҙлектә пар ҡанаттар булып, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларың игелегендә, йән тыныслығында, шатлыҡҡа күмелеп бәхетле оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Тормош юлың яҡтылыҡ, изгелек менән тулы булһын, йылмайыу йөҙөңдән бер ҡасан да китмәһен. Иң ҡәҙерле хыялдарың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Данил, улың Вадим, ҡыҙың Зөлфиә, киленең Зарина, кейәүең Илнур, ейән-ейәнсәрҙәрең Камила, Әмирхан, Йәсминә, Сафия һәм Самина.

* * *

Салйоғот ауылынан ҡәҙерле ФӘРИҘӘ ФӘРҮӘЗ ҡыҙы ИЛЬЯСОВАны күркәм ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында!
Иң изге теләктәр менән Ноябрьск ҡалаһынан Әхмәтовтар һәм Закировтар, Оло Ыҡтамаҡ
ауылынан Миләүшә, Эльзида һәм Насыровтар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ОЛЬГА АЛЕКСАНДРОВНА һәм ВАСИЛИЙ МИХАЙЛОВИЧ ЖИЛЬЦОВТАРҙы мәрйен туйҙары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Һеҙҙе яратып һәм хөрмәт итеп ата-әсәйегеҙ, балаларығыҙ, Кучуговтар, Власовецтар ғаиләләре.

* * *

Ключевой ауылынан ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ ВЕРА АЛЕКСАНДРОВНА һәм атайыбыҙ, олатайыбыҙ АЛЕКСАНДР ЛАВРЕНТЬЕВИЧ ВЛАСОВЕЦТАРҙы гәүһәр туйҙары менән ҡотлайбыҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерегеҙ оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшәгеҙ матур йыр һымаҡ.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һеҙгә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һеҙҙән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Ҡотлау менән балалары, ейәндәре.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: