Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Февраль , 11:35

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Теләш ауылынан беҙҙең апайыбыҙ САЙМА ҠАЗИХАН ҡыҙы ӘСМӘНДИӘРОВАны матур ғүмер байрамы – юбилейы, ә еҙнәбеҙ ЗӨФӘР ВӘКИЛ улы ӘСМӘНДИӘРОВты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ, сабыр йөрәгегеҙгә, изге күңелегеҙгә һоҡланабыҙ. Һеҙҙең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүегеҙ – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағығыҙ һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен. Артабан да ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, яҡындарығыҙ менән оҙон, бәхетле ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән Яңы Яуыштан Ғәлимовтар, Диновтар.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ ФӘРИҘӘ МӨНИР ҡыҙы КОВАЛЕВАны юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һәр ваҡыт шулай матур, көләс, ихлас, киң күңелле булып ҡал. Оҙон ғүмерле, бәхетле, сәләмәт булыуыңды теләйбеҙ. Ғүмерең яҡындарың хөрмәтендә, һөйөүендә, именлектә үтһен.
Һау-сәләмәт булып, шатлыҡ менән генә
Үтһен һинең килер көндәрең.
Ҡояш һиңә балҡып көлһөн күктә,
Аяҙ булһын айлы төндәрең!
Ҡотлау сәләмдәре менән туғандарың Әзизовтар, Хәйерзамановтар, Әхтәровтар, Сафиндар.

* * *

Хөрмәтле коллегабыҙ – район Мәҙәниәт һарайы методисы РИНА РИНАТ ҡыҙы КАРАМОВАны тормошондағы мөһим ваҡиға – күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә һаулыҡ, яңы һөнәри ҡаҙаныштар, бәхет һәм именлек теләйбеҙ. Бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, мөһим башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын, ә яҡындарығыҙҙың һөйөүе күңелегеҙҙе һәм йөрәгегеҙҙе йылытһын!
Район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.

* * *

Яңы Яуыш ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Теләш ауылында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле инәйебеҙ, әңкәйебеҙ САЙМА ҠАЗИХАН ҡыҙы ӘСМӘНДИӘРОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөфәр, улың Вадим, ҡыҙың Зөлфиә, киленең Алсу, кейәүең Ринат, ейән-ейәнсәрҙәрең Роберт, Эвелина, Виолетта, Аэлита, Аделина, Розалина.
* * *
Яңы Яуыш ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Теләш ауылында йәшәүсе апайыбыҙ САЙМА ҠАЗИХАН ҡыҙы ӘСМӘНДИӘРОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы – 70 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
70 йәш – ҙур тормош тәжрибәһе, тәрән аҡыл туплаған, хаҡлы рәүештә ялға лайыҡ ваҡыт. Һин яҡты хәтирәләр һәм ҙур ҡаҙаныштар менән тулы һоҡланырлыҡ ғүмер юлы буйлап бараһың. Изгелегең, кәңәштәрең, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һин беҙҙең өсөн рух ныҡлығы, сабырлыҡ, сыҙамлылыҡ өлгөһө булдың һәм булып ҡалаһың. Артабан да яҡындарыңдың, балаларыңдың, ейәндәреңдең һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, ғаилә усағын һүндермәй, именлектә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Яратып һәм хөрмәт итеп, Кушнаренко районынан Нурғәлиевтар, Ғәлимовтар, Белорет ҡалаһынан Хәбибуллиндар, Яңы Яуыш ауылынан Ғәлимовтар, Диновтар.

* * *

Айып ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡарттайыбыҙ ИШБИРҘЕ ӘХӘТ улы ВӘХИТОВты 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һин –донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Иҫән-һау ғына булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгендә!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: