Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
27 Ғинуар , 14:05

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Абдулла ауылынан хөрмәтле РӘШИҘӘ ХӘЛӘФЕТДИН ҡыҙы ӘХМӘТОВА ошо көндәрҙә 100 йәшлек юбилейын билдәләй.
Хөрмәтле ауылдашыбыҙҙы ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Һеҙ еңел булмаған ғүмер юлы үттегеҙ, уңыштары ла булды, һынауҙары ла осраны. Ауырлыҡтар алдында һынманығыҙ, бирешмәнегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Күңелегеҙ көр, шат булһын, алдағы көндәргә яҡты өмөттәр бағлап йәшәгеҙ. Һәр көн шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып килһен. Балаларығыҙҙың хәстәрлегендә, иғтибарында ғүмер кисерергә яҙһын. Тормоштан ләззәт алып, артабан да тирә-йүндәгеләргә изгелек өләшегеҙ. Йортоғоҙға тик яҡшы хәбәрҙәр генә килһен.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Изге теләктәр менән Абдулла ауыл биләмәһе хакимиәте, Абдулла мәктәбе коллективы һәм Абдулла ауыл биләмәһенең депутаттар советы.

* * *

Салйоғот ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Һабанаҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ТӘМИМӘ ШӘРХЕЙ ҡыҙы ЯМАЛЕТДИНОВАны күркәм юбилейы – 95 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бөгөн иртәнге ҡояш бигерәк сағыу, сөнки һиңә – 95 йәш! Был – ғәжәп, бөйөк дата. Һинең тормош – ул тотош бер быуат, аҡылға, йылылыҡҡа һәм иҫ киткес рух көсөнә тулы. Һин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт терәк, тормош дауылында янып торған маяҡ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, оҙаҡ йылдар буйы беҙҙе йылмайыуың, беҙҙең менән бергә булыуың менән ҡыуандыр. Һәр яңы көн һиңә тыныслыҡ, йылылыҡ һәм тик яҡшы яңылыҡтар алып килһен. Беҙ һинең менән бик ныҡ ғорурланабыҙ, яратабыҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ. Тыуған көнөң менән, беҙҙең иң яҡын кешебеҙ! Бәхеттәргә төрөнөп, оҙон ғүмер кисерергә насип итһен.
Тыуған көнөң менән, ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ теләйбеҙ һиңә ныҡлы һаулыҡ.
Оҙаҡ йәшә йәмләп донъябыҙҙы,
Алда көтһөн бары бәхет, шатлыҡ!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән улың Айрат, киленең Даниса, ейәнсәрең Юлиә, ейәнең Айгиз, кейәүең Рәйес, бүләсәрең Рәминә, бүләң Рәмил һәм Ильясовтар ғаиләһе.

* * *

Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ ФӘҒИЛ ВӘКИЛ улы ЗАРИПОВты ысын күңелдән 90 йәшлек олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Был юбилей – бик мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға, бик һирәк кешеләргә ошо йәшкә етеү бәхете тейә. Ҡәҙерлебеҙ, сәләмәтлегең ҡаҡшамауын, тормошто яратып, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәүеңде теләйбеҙ, ә яҡындарың һине хәстәрлеге һәм һөйөүе менән ҡыуандырып торһон. Һәр көн яҡшы, изге хәбәрҙәр алып килһен. Һин 90 йәштә лә күркәм, матур, аҡыллы, һоҡланғыс кеше булып ҡалаһың һәм яҡшы кәйеф бүләк итәһең. Әсәйебеҙ менән бәхетле, оҙон ғүмер кисереп, именлектә, тыныслыҡта көн итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн түккән көсөгөҙ, хәстәрлегегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Тыуған көнөң менән!
Изге теләктәр менән улдарың, килендәрең, ейәндәрең, бүләләрең.

* * *

Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе хөрмәтле уҡытыусыбыҙ НӘЗИФӘ КӘРИМ ҡыҙы ХӘСӘНОВА-ны юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең иғтибарында һәм хөрмәтендә бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Ҙур рәхмәт Һеҙгә!
Үҙ балағыҙҙай күреп беҙҙе,
Өләштегеҙ күңел яҡтыһын.
Ауыр саҡта йылы һүҙҙәр табып,
Төҙәттегеҙ бала хатаһын.
Әйҙәнегеҙ белем донъяһына,
Аңлаттығыҙ тормош ҡанунын:
Бары тырыш, уңған, егәрлеләр
Был донъяла юлын табырын.
Рәхмәтлемен Һеҙгә, Уҡытыусым!
Хоҙай Һеҙгә бирһен иҫәнлек,
Аҡ бәхеттәр, донъя именлеге
Һәм йәнә лә оло түҙемлек!
Иң изге теләктәр менән 1999 йылғы сығарылыш уҡыусыларығыҙ исеменән Юлиә Кәримова.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ФЛҮЗӘ ХӘСӘН ҡыҙы ЮНЫСОВАны матур ғүмер байрамы – юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә күркәм хис-тойғолар, шатлыҡ, һөйөү теләйбеҙ. Хеҙмәтегеҙ емештәрен биреп, Һеҙҙе ҡыуандырһын, көс-дәрт өҫтәһен. Ғаиләгеҙ хәстәрлеге һәм иғтибары менән һөйөндөрһөн. Һәр яңы көн шатлыҡлы ваҡиғалар менән килһен, уҙған йылдар яҡты хәтирәләр менән һаҡланһын. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!
Изге теләктәр менән Башҡорт гимназияһы коллективы.

* * *

Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе хөрмәтле ШӘҮРӘ АФАРИЗ ҡыҙы АБДРАХМАНОВАны ғүмер байрамы – 70 йәшлек оло юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ, һине матур байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ал таңдарҙай тулы бәхеттәр, иман көсө, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, ҡыуаныс емештәрен урып, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Рәхмәт һиңә түҙемлегең өсөн,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Балҡып торһон һәр саҡ тормош юлың,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Яҡындарың таянысы менән
Шау сәскәлә үтһен ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән хәләл ефете Хәкимйән Ғәлимйән улы, улы Айрат, килене Элиза, ейәнсәрҙәре Элина, Алһыу, Алина, ейәне Эльдар, ҡыҙы Айгөл, кейәүе Вадим һәм ейәнсәрҙәре Диана, Дилара, Самира, кейәүҙәре Иҙел, Ирек.

* * *

Һөләймән ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ РӘШИҘӘ МАЗҺАР ҡыҙы ҒАРИПОВАны юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәр, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер, именлек, бәхетле тормош теләйбеҙ. Һәр көн тик шатлыҡтар менән тулып килһен, тормошто һәм беҙҙе яратып, ҡыуанып, шатланып йәшәүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер кисерергә яҙһын. Тыуған көнөң менән!
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Айҙар, балаларың, килендәрең, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

* * *

Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бажабыҙ РАФИҠ ТАИФ улы һәм һеңлебеҙ, апайыбыҙ ГӨЛФИӘ ӘЛТӘФ ҡыҙы ҒАРИПОВТАРҙы юбилейҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, тыуған көнөгөҙҙә беҙҙең йөрәктән урғылып сыҡҡан ҡотлау гөлләмәләрен бүләк итәбеҙ. Донъяның бар матурлығын, бәхеттең мулын, сәләмәт йәшәүҙең йәмен-тәмен тойоп, ғаилә шатлыҡтарына һөйөнөп, балаларығыҙҙың яғымлы ҡарашына ҡыуанып, изгелектәрен күреп, туғандар менән бергәләп, гөрләтеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Тыуған көнөгөҙ – юбилейығыҙ менән
Барыбыҙ ҙа һеҙҙе ҡотлайбыҙ.
Теләктәрҙең иң изгеләрен,
Яҡшыларын ғына теләйбеҙ.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һеҙгә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Иң изге теләктәр менән һеҙҙе яратҡан һәм хөрмәт иткән барлыҡ туғандарығыҙ.

* * *

Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бажабыҙ РАФИҠ ТАИФ улы һәм һеңлебеҙ, апайыбыҙ ГӨЛФИӘ ӘЛТӘФ ҡыҙы ҒАРИПОВТАРҙы юбилейҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, тыуған көнөгөҙҙә беҙҙең йөрәктән урғылып сыҡҡан ҡотлау гөлләмәләрен бүләк итәбеҙ. Донъяның бар матурлығын, бәхеттең мулын, сәләмәт йәшәүҙең йәмен-тәмен тойоп, ғаилә шатлыҡтарына һөйөнөп, балаларығыҙҙың яғымлы ҡарашына ҡыуанып, изгелектәрен күреп, туғандар менән бергәләп, гөрләтеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Тыуған көнөгөҙ – юбилейығыҙ менән
Барыбыҙ ҙа һеҙҙе ҡотлайбыҙ.
Теләктәрҙең иң изгеләрен,
Яҡшыларын ғына теләйбеҙ.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һеҙгә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Иң изге теләктәр менән һеҙҙе яратҡан һәм хөрмәт иткән барлыҡ туғандарығыҙ.
* * *
Яңы Яуыш ауылынан ҡәҙерле туғандарыбыҙ ГӨЛФИӘ ӘЛТӘФ ҡыҙы һәм РАФИҠ ТАИФ улы ҒАРИПОВТАРҙы ысын күңелдән юбилейлы тыуған көндәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Тормошоғоҙ сағыу һәм имен булһын, һәр көнөгөҙ йылмайыу менән башланһын, йәшлек дәртен һүндермәй, тормош һуҡмағынан еңел баҫып алға барығыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаилә ныҡлығы, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Матур байрамығыҙ менән ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ-именлек.
Айырмаһын Хоҙай аҡ бәхеттән,
Тик йәнәшә барһын түҙемлек.
Һәр бер атҡан таңдарығыҙ һеҙҙең
Ҡояш нурҙарына күмелһен.
Һеҙҙең саф һәм изге йөрәгегеҙ
Бер ҡасан да ҡайғы күрмәһен!
Иң изге теләктәр менән Хәкимовтар һәм Әхтәровтар.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ИРИНА ВӘСИЛ ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНАны 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Күркәм юбилейығыҙ уҙған йылдарҙың яҡты хәтирәләрен һаҡлаһын. Ныҡлы һаулыҡ, именлек юлдаш булһын, йортоғоҙ йәм, нур менән тулһын. Бар теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, дуҫтарса осрашыуҙар күберәк булһын, һөйөү һәм хәстәрлек тойоп йәшәгеҙ.
Ҡотлап Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерегеҙ оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшәгеҙ матур йыр һымаҡ!
“Светлячок” балалар баҡсаһы коллективы.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: