Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле һәм хөрмәтле кейәүебеҙ, тормош иптәшем һәм атайыбыҙ ИЛДАР МӘҠСҮТ улы ҒӘЛИМОВты ихлас күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Илле – ул ябай һан ғына түгел, ә тәжрибә һәм еңеүҙәр менән тулы тотош дәүер. Һиңә тормош йәмен тойоп, яҡшылыҡҡа ышанысыңды юғалтмай, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Сәләмәтлегең ныҡлы, кәйефең яҡшы бул-һын, уңыштарға ирешеп, артабан да ошондай йомарт кеше, яҡшы атай һәм яратҡан ир, ышаныслы дуҫ, абруйлы етәксе булып ҡал. Балаларың ҡыуандырып торһон, дуҫтарың һынатмаһын, ә һәр яңы көн күңелле хәбәрҙәр менән башланһын.
Бөгөн күркәм ғүмер тантанаһы –
Яҙмыш билдә ҡуя үткәнгә.
Тыуған көндәр менән бәхет, шатлыҡ
Ҡабатланып килә көткәнгә.
Юбилейҙа һәр кем хәтер менән
Һүтеп сорнай хәтер йомғағын.
Тулы булһын һөйөнөстәр менән
Киләсәккә илтер ғүмер йылдарың!
Ҡатының, балаларың
һәм барлыҡ туғандарың исеменән иң изге теләктәрҙә ҡәйнәң Әлфиә Ханова.
* * *
Мәсетле районы мәғариф бүлеге һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы райкомы ИЛДАР МӘҠСҮТ улы ҒӘЛИМОВты 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлай.
Был иҫтәлекле көн – Һеҙгә дөйөм эштәге баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтеү һәм хөрмәтебеҙҙе белдереү өсөн яҡшы мөмкинлек. Һеҙҙең етәкселектә коллектив яңы үрҙәргә ирешә, ә эш тағы ла һөҙөмтәлерәк була бара. Оптималь ҡарарҙар ҡабул итеү һәм коллективта яҡшы атмосфера тыуҙырыу һәләтегеҙ оло хөрмәткә лайыҡ. Һеҙҙең дөрөҫ етәкселек һөҙөмтәһендә мәғариф системаһы үҫешә һәм көн һайын камиллаша.
Һеҙгә ҙур уңыштар һәм ҡаҙаныштар, ныҡлы һәм ышаныслы сәләмәтлек, татыу коллектив, барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ. Теләгән һөҙөмтәләргә ирешеп, яңы перспективаларға юл асылһын. Һеҙгә яҡшы кәйеф һәм мөмкинлектәр теләйбеҙ!
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегабыҙ – “Әй” бүлексәһенең смена начальнигы АРТУР ФӘНҮР улы БАИШЕВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ир-егет өсөн юбилей – үткәндәргә байҡау яһау, яңы маҡсат һәм бурыстар билдәләү осоро. Балаларығыҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың ярҙамы яңы офоҡтарға ынтыл-ғанда көс һәм ышаныс өҫтәһен. Һеҙгә именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм, әлбиттә, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Артабан да тормошто яратып, аҡыллы һәм ғәҙел, ихлас һәм хөрмәтле булып ҡалығыҙ.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын Һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Байрамығыҙҙың матур хәтирәһе
Күңелегеҙҙә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ ысын күңелдән,
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Ҡотлау менән “Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығы ведомство һағы идаралығы” дәүләт унитар предприятиеһының Урта Волга филиалы коллективы.