Йонос ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешебеҙ МИНДИЯМАЛ МӨҒИН ҡыҙы ШАРАЕВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәр, ауырыу-һыҙланыуһыҙ оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, улдарыңдың, ейәндәреңдең изгелеген күреп, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып йәшәүеңде теләйбеҙ. Яҙмыш һине һынаһа ла, бирешмә!
Хоҙай үҙеңде ярҙамынан ташламаһын һәм оло сабырлыҡ насип итһен. Тырышлығың, туған йәнле булғаның, ихласлығың өсөн һине барыбыҙ ҙа хөрмәт итәбеҙ. Артабан да шулай асыҡ күңелле, ярҙамсыл булып ҡал!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән Минсылыу апайың, Кәрәмәт еҙнәң.
* * *
Һөләймән ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, инәйебеҙ, әңкәйебеҙ ФАЯГӨЛ ВӘЛИУЛЛА ҡыҙы ЗӘЙНЕТДИНОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һин – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, терәк-таянысыбыҙ һәм бәхет өләшеүсебеҙ. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, аҡ бәхеттәр, күңел тыныслығы, оҙон ғүмер, эшеңдә ҙур уңыштар, тормошто һәм беҙҙе яратып, ҡыуанып, шатланып йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фларит, улдарың Азат, Айнур, Айтуған, килендәрең Ләйсән, Виктория, ейәндәрең Әмир, Таир.
* * *
Әбдрәхим ауылынан тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, туғаныбыҙ РАУФАН БАРЫЙ улы ФӘТҠУЛЛИНды күркәм юбилейы – 70 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъябыҙ бөтөн.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Именлек юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек – үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен!
Иң изге теләктәр һәм ҡотлау менән тормош иптәшең Мәрфуға, ҡыҙҙарың Эльзида, Эльвира, кейәүҙәрең Руслан, Азат, ейән-ейәнсәрҙәрең Арыҫлан, Динә, Азалия, барлыҡ туғандарың.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡыҙым, туғаныбыҙ ЛИРА ТИМЕРҒӘЛИ ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНАны күркәм, изге, шатлыҡлы һәм яҡты юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ, барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын, ҡуйған маҡсатың көндән-көн яҡыныраҡ була барһын. Башҡарған эшең ҡәнәғәтлек алып килһен, уңыш үҙе ҡаршыңа сыҡһын. Яҡындарың һәм дуҫтарың һөйөүе, ихласлығы, изгелеге менән һөйөндөрһөн һәм һәр ваҡыт яныңда булһындар. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, оптимизм, уңыштар, рух ныҡлығы һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Хәлиҙә Әмирханова, апайың Лена, еҙнәң Азат, киленең Әлфиә, иркәләрең.
* * *
Йонос ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегабыҙ ГӨЛСИНӘ ЮЛАЙ ҡыҙы МӨНИРОВАны матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙ Һеҙҙе киң күңелле, үҙ хеҙмәтен еренә еткереп башҡарыусы, һәр ваҡыт ярҙамсыл, ҡыйын саҡтарҙа терәк булырға һәләтле педагог булараҡ беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Һеҙ – уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, тормош иптәшегеҙ Фирғәт Риф улы менән икегеҙ ҙә яратҡан балаларығыҙҙың таянысы, ауылдаштарығыҙ өсөн өлгөлө ғаилә булып йәшәйһегеҙ. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер кисерегеҙ, атыр таңдарығыҙ өмөт менән тулы булһын. Дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен, йөҙөгөҙҙән йылмайыу, бәхет нуры һис ҡасан китмәһен.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош Һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Иң изге теләктәр менән Йонос мәктәбе коллективы.