Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Декабрь 2025, 09:20

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле коллегабыҙ – Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы РАФАС ӘКРӘМ улы ХӘЙЕРЗАМАНОВты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең рәссамлыҡ һәләтегеҙ, һөнәри оҫталыҡ һәм эшкә тоғролоҡ оло хөрмәткә лайыҡ. Ижадығыҙ һәм һәләтегеҙ менән һуғарылған эштәрегеҙ стеналарыбыҙҙы биҙәп кенә ҡалмай, ижадығыҙ менән таныш булған һәр кемдең йөрәген яулай.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, һүнмәҫ дәрт һәм яңы ижади ҡаҙаныштар өсөн илһам теләйбеҙ. Һәр көн шатлыҡ-ҡыуаныстар, именлек һәм гармония алып килһен, ә һеҙҙең идеяларығыҙ тормошҡа ашһын, беҙҙең донъяны биҙәһен!
Ихтирам һәм иң изге теләктәр менән Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы.

* * *

Ләмәҙтамаҡ ауыл клубы мөдире РИТА ЗАКИР ҡыҙы ҠОТЛОЕВАны күркәм ғүмер байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Рита Закир ҡыҙы! Һеҙҙең уңышлы хеҙмәтегеҙ районыбыҙ мәҙәниәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Һеҙ ауыл халҡының мәҙәни тормошона йән өрәһегеҙ, күңел йылыһын өләшәһегеҙ һәм илһамландыраһығыҙ.
Һәр яңы көн Һеҙгә шатлыҡ, йылмайыу һәм күңелле хәл-ваҡиғалар алып килһен, ә эшегеҙ, ауылығыҙҙың тормошон байытып, сәскә атһын һәм уңыш килтереүен дауам итһен!
Ҡотлау менән район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: