Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
17 Декабрь 2025, 10:00

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Һабанаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ ГӨЛНӘЗИРӘ ЙӘҒӘФӘР ҡыҙы ДӘҮЛӘТОВАны ысын күңелдән 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
70 йәш – ул ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай матур ваҡыт. Һин – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, терәк-таянысыбыҙ һәм илһам биреүсебеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә төрлө һынауҙар үтергә тура килде, әммә ул көслө һәм сыҙамлы булып ҡалды. Артабанғы көндәрең яҡты, шатлыҡ менән тулы булһын, яҡындарың хәстәрлеге һәм иғтибары менән һөйөндөрһөн. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхет, оҙон ғүмер, дәртле булып ҡалыуыңды, тормошто яратып, һәр миҙгелгә ҡыуанып йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Һиңә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Изге теләктәр менән ирең Флорид, улдарың Альфред, Альберт.

* * *

Оло Аҡа ауылында йәшәүсе туғаныбыҙ РИНАТ МӨҒИН улы МӨНИРОВты 70 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, хәйерле оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Килен менән балаларығыҙҙың, туғандарығыҙҙың иғтибарын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында!
Һине яратып Вәхитовтар, Мөнировтар, Ғәбитовтар һәм беҙҙең балалар.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: